6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Мәктәп кафеһы - хыялмы әллә ысынбарлыҡмы
27.03.06


       Мәктәп кафеһы... Уның тураһында уйлау ғына ла күңел уйнатҡыс иҫтәлектәр уята. Айырыуса беҙҙе нисек "һыйлауҙары" иҫкә төшһә... Меню "иҫ киткес" - манный бутҡаһына ҡушып тоҙл о ҡыяр биреүҙәре лә ихтимал, эсергә иһә - кефир. Оҡшаймы һеҙгә ошондай меню Бындай "бай фантазиялы" төшкө аштан һуң ашҡаҙан байтаҡ ваҡыт нормаға килә алмай, минең гастрит ауырыуына дусар булыуым да мәктәп йылдарына тура килә.
       Туҡландырыу сифаты - айырым тема. Мәктәп уҡыусыларын
       тәмле итеп ашатыумы! Уның булыуы ла мөмкин түгел! Ғәҙәттә
       ашамлыҡтарҙан беҙҙең өҫтәлдә икмәк һәм сәй йәки компот була
       торғайны, аш йәки бутҡа һалынған тәрилкәләр шунда уҡ ситкә
       этелеп ҡуйыла. Мәктәп поварҙары кем өсөн әҙерләгән һуң, тиг ән һорау тыуа. Һәм мәктәп ашханаларында матур итеп биҙәлгән төшкө аш тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Төҫөн аныҡ ҡына әйтеп булмаған өйрә бер ҙә аппетит уятмай, киреһенсә, ашау теләген бөтөнләй юҡҡа сығара.
       Был хәл күп йылдар элек тә шулай ине, әле лә дауам итә. Б өгөн бер баланың туҡланыуына дәүләт ... алты һум бүлгәндә хә л нисек итеп үҙгәрһен һуң!
       Статистика күрһәтеүенсә, рәсәйлеләрҙең күпселеге нәҡ мәкт әп йылдарында ашҡаҙан - эсәк трактына бәйле проблемаларға дусар була. Әммә яҡын арала был хәл үҙгәрергә тейеш. Мәктәп балаларын туҡландырыуҙы ойоштороу ошо көндәрҙә Өфөлә үткән у лтырышта Рәсәй ҡалалары берләшмәһенең "Ҡулланыусылар баҙары" секцияһында тикшерелде. Унда Рәсәйҙең 30 төбәгенән килгән вәкилдәр ҡатнашты.
       - Бөгөн Рәсәйҙәге балаларҙың һәр өсөнсөһө ашҡаҙан - эсәк ауырыуҙарынан яфалана, мәктәптә туҡландырыуҙың дөрөҫ
       ойошторолмауы милли проблемаға әйләнде, - ти РФ Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы эргәһендәге Сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе буйынса эксперт советы ағзаһы Виктор Контеев .
       - Беҙҙең балалар тейешлесә туҡланырға хоҡуҡлы, мәктәптәрҙ ә кафелар, швед өҫтәлдәре, фаст - вудтар булырға тейеш.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәп ашханаларында әҙерләнгән
       ашамлыҡтың сифатына ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Ә быға бары тик технология ҡорамалдарын яңыртҡан һәм юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин иткән осраҡта ғына ирешергә мөмкин. Был шаҡтай аҡса талап итә. Ә уны ҡайҙан алырға
       Виктор Владимирович был хыялды бойомға ашырыу өсөн мәсьәләне хәл итеүҙә властың яуаплылығын билдәләүсе маҡсатлы федераль закон кәрәк, тип иҫәпләй. Һәм ошо закон нигеҙендә урындарҙа барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеүе еңелерәккә тура киләсәк.
       Һеҙҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ, боҙ урынынан ҡуҙғалды тип әйтергә мөмкин: тиҙҙән - 13 апрелдә РФ Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы эргәһендәге Сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе буйынса эксперт советы тәҡдиме буйынса был һорау Дәүләт Думаһында "түңәрәк өҫтәл" артында тикшереләсәк.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал