6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

"Науруз гүзәле" Ләйсән
27.03.06


       - Был ҡыҙҙарға ниндәйҙер айырым һөйкөмлөлөк, эске матурлы ҡ хас, - ти "Науруз гүзәле" конкурсында ҡатнашыусы ике ҡыҙ хаҡында жюри рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты р екторы Раил Әсәҙуллин. Әммә ҡыҙҙар уға нисек кенә оҡшамаһын, шаһ берҙән - бер гүзәлде һайларға бурыслы. Был кис уның һәрәмендә (Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһе) береһенән - береһе сибәрерәк 14 ҡыҙ йыйылды.
       Ҡыҙҙар солтандарының һәм, әлбиттә, тамашасыларҙың күңелен
       асты, шәреҡ бейеүҙәрен башҡарҙы, татар халыҡ уйындарын күрһәттеләр ("Беҙ, беҙ, беҙ инек", "Пар табышлы", "Йәшерәм яулыҡ" һ. б.), "Науруз" исеме йөрөткән иҫ киткес матур яҙғы байрам йолалары менән таныштырҙылар. Баҡһаң, был көндө ҡыҙҙар үҙҙәрен сәскәләр менән биҙәргә тейеш икән, был тәбиғәттең сәскә атыуы, яҙ килеүе тураһында һөйләй. Нәфис өрфөйә күлдәктәр кейгән, лилиә, роза, ромашкалар менән биҙәлгән ҡыҙҙар ҡарап туймаҫлыҡ ине!
       Ғөмүмән, һәр һөйләмдән һуң өндәү билдәһе ҡуйыу теләге тыу а.Конкурсты ойоштороусылар - БР "Азатлыҡ" татар йәштәре
       берләшмәһе һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының әҙерлеккә бар көсөн һалғаны һиҙелә.
       Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры конкурсҡа ҙур ярҙам күрһәтте, ул репетициялар үткәреү өсөн майҙан, ҡыҙҙарҙы күлдәктәр менән тәьмин итеү йәһәтенән булышлыҡ итте һәм бына тигән театрлаштырылған тамаша ойошторҙо. Шаһ та һоҡланғыс ине был кисәлә! Әммә һәр сибәркәй уның иғтибарын
       йәлеп итә алды тип әйтеүе дөрөҫ түгелдер. 2001 йылда үткән матурлыҡ конкурсы финалсыһы Ләйсән Өмөтбаева шәреҡ бейеүе ме нән сығыш яһағанда шаһыбыҙ саҡ йоҡлап китмәне, гүзәлкәй бейеүҙе артығыраҡ һуҙып ташланы шикелле.
       Был кистә беҙ 2000 йыл финалына сыҡҡан ҡыҙҙарҙы ла күреү бәхетенә ирештек. Улар ҙа шәреҡ бейеүҙәрен бейеп залда ултырған ир заттарын ҡыуандырҙы. Шулай ҙа бөгөнгө ярышта
       ҡатнашыусы гүзәлдәр үҙҙәренең татар халыҡ бейеүҙәрен матур башҡарыуы менән иҫтә ҡалды.
       Вәзирҙәр ( кисәне алып барыусылар) Илнур Вәлитов, Илмир
       Ғәзизуллин, Руслан Зөлҡәрнәев, Илдар Нурлы Вәзири туҡтауһыҙ
       шаярып - көлөп, тамашасыларҙың күңелен асты.
       Тамашасылар ҙа, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар ҙа кисәнән ҡәнәғәт ҡалды тип әйтергә кәрәк. Стәрлебаш районынан килгән Ләйсән Сәләхетдинова алтын менән сигелгән ҡалфаҡҡа эйә булды һәм Төркиәгә йүнәлтмә менән бүләкләнде. СМС - тауыш
       биреү һаны буйынса "мисс" исеме Бүздәк районы һылыуы Ләйсән Хөбәйбуллинға бирелде, уның өсөн 268 кеше тауыш биргән. Әммә башта лидерлыҡ Айгөл Әхмәҙиевала (Туймазы) була, Ләйсәнде уҙыр өсөн уға бер генә тауыш етмәй. Конкурста ҡатнашыусы башҡа ҡыҙҙар 14 номинацияла билдәләнде һәм шулай уҡ иғтибарҙан ситтә ҡалманылар.
       Әйткәндәй, Ләйсәндең "көндәше" һәм лайыҡлы рәүештә шулай уҡ "Науруз гүзәле" исеменә дәғүә итеүсе икенсе сибәркәй Йәрмәкәй районынан килгән Альбина Сабирова ине. Жюри рәйесенең "күҙе төшкән" икенсе һылыу нәҡ ул булды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал