6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Баҫалҡылар ҙа, көслөләр ҙә
27.03.06


       Ошо көндәрҙә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында туғыҙынсы
       ҡышҡы Параолимпия уйындарына арналған матбуғат
       конференцияһы үтте. Республика журналистары менән осрашыуға призерҙарҙың барыһы ла - биатлонсылар Эльвира Ибраһимова, Рөстәм Ғарифуллин, Ирек Маннанов һәм саңғысы Кирилл Михайлов - килде. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов, БР Юғары спорт оҫталығы
       мәктәбе директоры Евгений Емельянов, атлеттарҙың тренерҙары
       Әмир Ғүмәров һәм Вячеслав Петров, шулай уҡ параолимпиясыларҙың лидеры Ростислав Павлов ҡатнашты.
       Спортсылар үҙҙәрен бик баҫалҡы кешеләр итеп күрһәтте. Үҙҙәре тураһында һөйләмәнеләр тип әйтергә була, уның ҡарауы спорт функционерҙары, тренерҙары, туғандарының адресына бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ирек Маннанов иһә үҙе хаҡында нәҡ шулай тип белдерҙе:
       - Мин үҙем һәм сығыштарым хаҡында һөйләргә яратмайым.
       Башҡорт спортсылары менән алдан килешеү буйынса улар наградалары менән килергә вәғәҙә бирһә лә, матбуғат конференцияһы башланғанда параолимпиясыларҙың береһе лә миҙалын таҡмаған ине. Рөстәм Ғарифуллин ике алтын бер көмөш миҙалын ҡулында әйләндерә. Эльвира Ибраһимова бронза миҙалын кеҫәһенә һалған, Маннанов менән Михайловтың наградалары бөтөнләй күренмәй. Чемпиондар миҙалдарын алып ки леүен килгәндәр, әммә уларҙы сығарырға ҡыймауҙары һиҙелә ине . Башҡортстандың герой - спортсылары баҫалҡы шул, Селиверстов та үҙ ваҡытында көмөш миҙалын куртка кеҫәһендә "онотоп" ҡалдырғайны.
       Параолимпиясылар Туриндағы йәшәү шарттарына зарланманы, Э львира Ибраһимованың һүҙҙәренә ҡарағанда, туҡланыу ғына
       ҡәнәғәтләнерлек булмаған:
       - Спортсылар башлыса туҡландырыу менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Беҙ Рәсәйҙә яҡшы ашарға өйрәнгәнбеҙ.
       Мишкә районында йәшәүсе Кирилл Михайлов журналистар алдында үҙен айырыуса оялсан тотто. Әммә алтын һәм көмөш
       миҙал эйәһен барыбер ярыштың нисек үтеүе тураһында һөйләргә мәжбүр иттеләр. Бейек тау шарттарында ярышыуы ҡыйыныраҡ булды, ти ул, 20 километр араға уҙышыуҙы үҙенең иң
       уңышлы дистанцияһы тип һанай.
       Рөстәм Ғарифуллин параолимпияла ҡатнашыуҙың ҙур хәүеф булыуы тураһында һөйләне. Спорт менән шөғөлләнер өсөн уға
       бер нисә тапҡыр күсенергә, хатта лайыҡлы эш урынын алмаштырырға тура килә.
       - Әммә хәҙер барлыҡ хәүефләнеүҙәр арта ҡалды. Миҙалдар яуланым. Ғаиләм - ҡатыным менән ҡыҙым башҡаса
       тулҡынланмаясаҡтар, - ти ул.
       - Бар көсөгөҙҙө биреп ил намыҫын һаҡлауығыҙға ҡарамаҫтан, Владимир Путиндың ҡарарына тиклем һеҙҙең федераль
       премияғыҙ олимпиясыларҙыҡына ҡарағанда кәмерәк ине. Ошо турала нимә уйлайһығыҙ - тигән һорауға спортсылар бер нисек тә яуап бирергә теләмәне.
       Уның ҡарауы министр Владимир Самородов Башҡортостан
       Республикаһында баштан уҡ параолимпиясыларға премиялар
       федераль үҙәктән бирелгәндән юғарыраҡ билдәләнеүен белдерҙе. Ғөмүмән, Самородовтың һүҙҙәре буйынса, параолимпия уйындарында беҙҙең атлеттарҙың уңыштары уларҙың даими әҙерлегенә бәйле. Республикала мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт менән шөғөлләнеү өсөн йөҙҙән артыҡ үҙәк эшләй. БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбе эргәһендә параолимпияға әҙерлек үҙәге бар. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта миҙал яуламаһа ла иң көслө ун спортсы иҫәбенә ингән башҡорт атлеттары өсөн премия аҡсаһы табыу буйынса эш бара ( сер итеп кенә әйтәйек, был норманы беҙҙең республика спортсылары барыһы ла башҡарып сыҡты).
       Был йәһәттән Самородов Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ даирәләренә өмөт бағлай.
       Объектив һүҙ йөрөткәндә, республикала мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт үҫешенә аҡса йәләмәйҙәр, бына тигән һөҙөмтә лә шунан килә. Туринда үткән
       параолимпиадала "алтын" һәм яуланған миҙалдарҙың дөйөм
       һаны буйынса Башҡортостан илдең башҡа төбәктәрен арта ҡалдырҙы. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ла мөмкинселектәре сикләнгән к ешеләр араһында спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирелә башланы, ти п билдәләне. Шуға күрә параолимпиадала Рәсәйҙең йыйылма
       командаһы башҡаларҙан күпкә яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә иреште лә инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал