6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Эшҡыуарлыҡҡа арналған энциклопедия сығасаҡ
24.03.06


       Ҡасандыр бик элек, Бөйөк Екатерина заманында, данлыҡлы башҡорт һөнәрселәре үҙ продукцияһын Питер күргәҙмәһенә сығарырға ҡарар итә. Бойомға ашырырҙар ҙа ине, әммә алыҫ юлға аҡса йыйып еткерә алмайҙар. Шул саҡ уларға императрица
       ярҙамға килә - ул үҙ аҡсаһына яҡташтарыбыҙҙы Петербург йәрминкәһенә оҙата. Шулай итеп илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә,
       Рәсәй дәүләтенең көнбайыш сиктәренән башлап Себергә тиклем, Благовещен сәскестәре һорау менән файҙалана башлай.
       Был факт тарихи документ менән дә раҫлана. Урындағы эшҡыуарлыҡ тарихының ошо бите һәм башҡа күп төрлө тарихтар м енән яҡын арала беҙ " Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡтың тарихы һәм үҫеше энциклопедияһы" аша таныша ал асаҡбыҙ.
       Энциклопедия Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше б уйынса республика программаларына ярашлы рәүештә баҫыуға әҙе рләнә. БР Иҡтисад үҫеше һәм сәнәғәт министрлығы приказы менә н башҡортостанлылар өсөн һәр яҡтан яңы булған баҫманы әҙерләү менән шөғөлләнеүсе эшсе төркөм раҫланды ла инде. Унда республиканың башҡарма власть органдары, юғары уҡыу йорттары, Ә. - З. Вәлиди исемендәге Миили китапхана, Башҡортостан эшҡыуарҙарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә . Проекттың ғилми етәксеһе итеп Өфө дәүләт иҡтисад һәм
       сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев тәғәйенләнде.
       - Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ - урта синыфты формалаштырыусы мөхит ул. Һәм, белеүебеҙсә, ул көсәйгән
       һайын йәмғиәт тә тотороҡлораҡ була бара. Эшҡыуарҙар асылда нормаль үҫешеүсе йәмғиәттең нигеҙе ролен үтәй, - тип һөйләй
       Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы башлығы.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, "Башҡортостан Республикаһында
       эшҡыуарлыҡтың тарихы һәм үҫеше энциклопедияһында" белгестәр башҡорт төбәгендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге үҫешенең иң тәүге осорҙарына ҡарата тарихи ғәҙеллекте тергеҙ ә. Бында эшҡыуарлыҡ инициативаһы барлыҡҡа килгән мәлдән
       алып бөгөнгө көндәргә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡтың күп яҡлы
       тарихы күҙәтелә.
       Буласаҡ китап өсөн фактура бик күп, шуға күрә ҡиммәтле һә м уникаль мәғлүмәтте ике томға һыйҙырып бөтөрөү өсөн эшсе төркөм материалдарҙы бик ентекле һайларға мәжбүр. Әҙерлек стадияһындағы китапта Башҡортостанда эшҡыуарлыҡтың аяҡҡа
       баҫыуы һәм уның үҫеш үҙенсәлектәре ( ә улар аҙ түгел: беҙҙе ң тау - завод, алтын табыу сәнәғәте, "эксклюзив" ҡымыҙ менән
       дауалау, игенселек үҙе генә ни тора), республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырыусылар тураһында м әғлүмәт, фотоматериалдар табырға мөмкин. Спекуляция һәм "күләгәләге" бизнес кеүек кире яҡтар ҙа урап үтелмәй. Күптәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған эшҡыуарлыҡ даирәләре һәм власть, э шҡыуарлыҡ даирәләре һәм йәмғиәт араһындағы үҙ - ара мөнәсәбәткә иғтибар бирелә.
       Эшҡыуарлыҡ һәләте булған кешеләр шунда уҡ был китаптың бюджеты тураһында һорау бирәсәк. Һәм ысын финансист күҙлегенән сығып ҡарағанда, теүәл яуап та аласаҡ - 999900 һу м. Сығымдарҙың яртыһын республика Хөкүмәте үҙ өҫтөнә ала, икенсе яртыһы эшҡыуарҙарҙың взносы менән ҡапланасаҡ. Энциклопедияның тиражы - 1,5 мең дана. Уның беренсе томын быйылғы йылдың йәйенә сығарыу планлаштырыла, икенсеһе, барыһы ла план буйынса барһа, ноябрь айында - Бәләкәй
       эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә донъя күрәсәк.
       - Беҙҙең эшҡыуарҙарҙың Башҡортостан тарихында производствола ғына түгел, үҙ исеме менән дә эҙ ҡалдырыуы,
       киләсәк быуындарҙың уларҙы белеүе бик мөһим, - тип билдәләй
       БР иҡтисад үҫеше һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Роберт
       Ваһапов. - Был китап быуаттарға ҡаласаҡ үҙенсәлекле докумен т. Башҡорт эшҡыуарлығының барлыҡҡа килеүендә ҙур роль уйнаус ы эшҡыуарҙар үҙ исемдәренең был баҫма биттәрендә мәңгеләштерелеүенә лайыҡлы. Төбәктә эшҡыуарлыҡ һөнәренең бай тарихы тураһындағы китап бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән әле
       саҡ шөғөлләнә башларға планлаштырыусылар, шулай уҡ ғилми хеҙмәткәрҙәр, студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы буласаҡ. Уның ҙур һорау менән файҙаланырына иманым камил, -
       тип тамамланы Роберт Ваһапов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал