6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Бер тырмаға ике тапҡыр баҫмағыҙ, егеттәр
24.03.06


       "Салауат Юлаев" 1/4 финал серияһының беренсе матчында еңелеү кисерҙе. Ҡазандың "Аҡ Барыҫ" командаһы һан өҫтөнлөгөн файҙаланып 4 : 2 иҫәбе менән еңде һәм серияла 1 :
       0 иҫәбе менән алға сыҡты. Минең шәхси фекерем буйынса, өфөлөләр еңеүгә дәғүә итә ала ине, күпселек белгестәр ҙә бының менән ризалашыр, тип уйлайым. Әммә ләкин егеттәр
       еңеүҙе күршеләргә бүләк итте.
       Әле үткән мәҡәләлә генә мин бындай хәүефле көндәште нимә иҫәбенә еңергә мөмкин булыуы тураһында фекер йөрөткәйнем. Бының өсөн өҙлөкһөҙ баҫым яһау һәм оборонала төптән уйлап уйнау мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең уйынсыларға кәрәкмәгән урында, айырыуса сит һәм урта зонала, борт янында ҡағиҙә боҙмаҫҡа тырышырға кәрәк. Йәғни рефериҙың һыҙғыртҡысына тотонор өсөн сәбәбе лә булмаһын.
       "Аҡ Барыҫҡа" ҡаршы матчта "юлаевсыларҙың" төп дошманы -
       ҡурҡыу тойғоһо буласаҡ. Ә бына бөгөнгө татар командаһынан
       бер ҙә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әгәр ҡазанлыларҙың беренсе звеноһын аҡыллы ғына итеп нейтралләштергәндә, еңеүгә ышаныс күп тапҡыр артасаҡ. "Аҡ Барыҫтың" ҡапҡа һаҡсылары насар түгел - әммә уларҙы идеаль тип тә әйтеп булмай. Тимәк уйынды
       финанс ҡеүәт һәм татар клубының даими чемпионаттағы икенсе урынына ҡарамайынса башҡарырға кәрәк".
       Үҙенең тәрбиәләнеүселәренә Сергей Михалевтың да ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтеүенә иманым камил. Әммә өфөлөләр барыһын да киреһенсә эшләне. Уларҙың етешһеҙлектәрен пункттарға бүлергә
       лә мөмкин.
       1) Күп кенә "юлаевсылар" ҡурҡа - ошо сәбәпле улар ашыға, йыш ҡына алға ышанысһыҙ рәүештә бара, ҡаршы яҡҡа үҙ ваҡытында тейешле көс баҫымы яһалмай, хәүефле уйынсыларға ҡа ршы тейешле һөжүм менән сығыш яһау юҡ кимәлендә.
       2) Оборонала, айырыуса аҙсылыҡта аҡыллы уйын күрһәтелмәй.
       Ҡазанлыларға баҫым яһалманы тип әйтерлек, хужалар үҙ комбинацияларын тыныс күңел менән аҙағына тиклем еткерҙе. "Юлаевсыларҙың" пассив квадраты ҡаршы яҡ уйынсыларының баҫымы алдында тарҡалды. Өс кеше ҡалған саҡта "юлаевсыларға"
       ҡарауы бөтөнләй йәл ине: һаҡсылар пары үҙҙәренең эшен - ҡапҡа алдын ҡаршы яҡ хоккейсыларҙан таҙартыу бурысын үтәй алманы.
       3) Бындай көсһөҙ уйында судьяға "юлаевсыларҙы" штрафсылар
       эскәмйәһенә ебәреү өсөн мөмкинселек бирмәү мотлаҡ. Өфө уйынсылары иһә бының киреһен эшләне. Ниңә Яханов борт эргәһендә ҡаршы яҡ уйынсыһы менән сәкәләште Ни өсөн Дмитрий Макаров Морозовтың йөҙөнә сәкәне менән һуғып дүрт ми нут "эләктерҙе". Командала дүрт кеше ҡалғанда Белов менән өл кән Макаровтың ҡағиҙә боҙоуы бөтөнләй аптыратты. Бындай көсһөҙ уйында аҙсылыҡта ҡалыу енәйәткә тиң.
       4) "Аҡ Барыҫтың" өсәүһен (Зарипов - Зиновьев - Морозов) нейтралләштереү ҙә йүнле булманы. Лидерҙарға уйнарға бирмәҫ өсөн, уларҙы ҡағиҙә сиктәренән сыҡмайынса, ҡаты көс алымдары
       менән ҡаршы алырға кәрәк - ә был йәһәттән Николай
       Заварухиндан башҡа тырышыусы кеше бөтөнләй булманы тип әйтергә мөмкин.
       5) Уйында Дмитрий Макаровтың "соло" сығыштары етмәне. Әйткәндәй, "барыҫтар" унан ҡурҡа һәм ҡайһы ваҡыт хатта икәүләп ҡаршы алалар.
       6) "Аҡ барыҫтың" ҡапҡа һаҡсыһы, күҙаллауымса, уртаса уйна ны. "Юлаевсылар" иһә һөжүм ваҡытында саманан тыш ашыҡты, уның уйнау манераһы - йыш ҡына ҡапҡанан алыҫлашыуын
       файҙаланманы. Ошондай мәл барлыҡҡа килгәндә Игорь Волков ике метр аранан тороп буш ҡапҡаға индерә алманы. "Юлаевсылар" мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе үҙе был турала түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
       - Миңә бер кем дә ҡамасауламаны, мин үҙем яҙа ырғыттым. Шайба штанга эргәһенән үтте.
       Был уйындың киҫкен мәлдәренең береһе булды. Яханов күпселектә иҫәпте тигеҙләгәндән һуң "юлаевсылар", ниһайәт" үҙ хоккейын уйнай һәм ҡаршы команданы "өҙгөсләй" башланы. Әммә бында Волков "уңманы", артабан, иғтибар(!), матч арбитр ы Чуприсҡа ҡаршы ҡағиҙә боҙған өчөн "барыҫтарҙың" береһен уйындан сығармай, ә Сидякинды ял итергә оҙата. Һөҙөмтә - Белов ҡағиҙә боҙа, ҡазанлылар алға сыға - 2 : 1. Артабан Макаров карьераһында әлегә иң төп хатаһын ебәрә - Морозовты йәрәхәтләп, дүрт минутҡа эскәмйәгә ултыра. "Аҡ барыҫ" тағы бер гол индерә - 3 : 1.
       Икенсе период аҙағына "юлаевсы" Сидякин партнерҙарға аҙсылыҡта уйнағанда ҡаршы яҡты көсөргәнештә тотоу ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Ул хужаларҙың һаҡсыһын "талай" һәм ҡазанлылыларҙың ҡапҡаһына шайба индерә, 3 :2. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, боҙ хужалары тағы ла уйындан сығарыу эшен бойомға
       ашыра - бер тапҡыр Метлюк ғәйепле булды буғай, тик был нимә
       - яңы ғына һыҙланыуына түҙәйенсә врач саҡырған "барыҫ" ике минуттан ҡәнәғәт йөҙ менән ауыҙ йырып, запастағылар эскәмйәһендә ултыра.
       Нимә тип әйтәһең, "юлаевсылар" был юлы еңелде. Улар үҙҙәрен ҡулға алырға һәм киләһе көрәштәрҙә еңергә бурыслы. Иң мөһиме - бер үк тырмаға ике тапҡыр баҫмаҫҡа.
       Өфөлөләр үҙҙәре өсөн Башҡортостан "ауырығанын", Татарстан
       һәм тар - мар ителгән "Спартактың" аҙ һанлы көйәрмәндәренән
       башҡа, тотош Рәсәйҙең улар яҡлы булыуын хәтерҙә тоторға тейеш (Ҡазандың олигарх клубын беҙҙең илдә бик яратып бармайҙар). Беларусь хаҡында ла оноторға ярамай - уның күпселеге "Салауат Юлаев" өсөн "көйә" - сөнки был илдең өс
       уйынсыһы беҙҙең клуб өсөн сығыш яһай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал