6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Радик Гәрәев һаман да беҙҙең йөрәктә
24.03.06


       1956 йылдың 23 мартында, илле йыл элек, Рәсәй Федерацияһы
       һәм Башҡортостан Республикаһының буласаҡ халыҡ артисы Радик Арыҫлан улы Гәрәев донъяға килә. Уның сағыу, әммә ҡыҫҡа ғүмере ( 1996 йылдың 29 октябрь көнө вафат булды ) йыр сәнғәтенә арналды. Йырсы хаҡында иҫтәлек бөгөн дә уның замандаштары: туғандары һәм яҡындары, дуҫтары һәм коллегаларының күңелендә йәшәй.
       Радик Гәрәев Яңауылда, ғаиләләге туғыҙ бала араһында һигеҙенсе булып донъяға килә.
       Рим Гәрәев, оло ағаһы:
       - 1956 йылдың мартында атайым әсәйемде һәм яңы тыуған ҡустымды бала табыу йортонан алып ҡайтты. Уға Радик тип исем
       ҡуштыҡ. Яҙҙың тәүге айы аҙағына яҡынлашһа ла ҡар ята ине әл е. Тимер юлы күпере аҫтында егелгән ат кырандасты ауҙарып ебәрҙе һәм Радик әсәйҙең ҡулынан көрт өҫтөнә осто. Ҡобаралары осҡан атайым менән әсәйем бәләкәсте баштан - аяҡ ҡарап сыҡты, әммә ул үҙенең тәүге "осоуон" да һиҙмәйенсә йоҡлауын белә ине.
       ... Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата - әсәһе, а ғай - апайҙары башҡорт, татар, урыҫ телендә популяр совет йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы - ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (әйткәндәй, "Уралды" башҡарғанда ул ошо алымды файҙалана). Ун биш йәшендә музыкаль училищеға, артабан Өфө сәнғәт институтына (бөгөнгө сәнғәт академияһы) уҡырға инә. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ
       - ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай, әлбиттә.
       Икенсе курс студенты сағында уҡ уны опера театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағында тиклем ошонда эшләй.
       Уның опера репертуарында Онегин (Чайковский - "Евгений Онегины), Жермон (Верди - "Травиата"), Фигаро (Россини - "Севильский цирюльник"), Аҡсәсән ( Заһир Исмәғилев - "Урал илселәре"), Моралес ( Бизе - "Кармен") партиялары яңғырай.
       Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм
       Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт б ашҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата.
       "Гәрәевтың йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль
       мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте бар. Уға һүҙгә һаҡсыл ҡараш, шиғр и фекерҙең барлыҡ сағылыштарын бирергә тырышыу хас, ихлас күңелдән башҡарыу әҫәрҙең асылына тәрән үтеп инеү тойғоһо менән үрелеп бара", - тип баһалай йырсының сәнғәтен Александра Пахмутова. Днепропетровск ҡалаһында осрашыуҙан һу ң билдәле композитор һәм йәш йырсы араһында хеҙмәттәшлеккә башланғыс һалына.
       Миләүшә Мортазина, Радик Гәрәевтың педагогы, БР һәм РФ атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре:
       - Ул шыма һәм түңәрәк кенә булманы. Радикта төрлө һыҙатта р берләшкән ине. Ҡытыршыраҡ, тура һүҙле, ҡаты. Әммә уның үҙенә генә хас тәртибе, әҙәпле булыуы, ҙур йөрәге... Радик барыһына шул тиклем күп изгелек эшләне! Тик бына үҙе генә береһенән дә алып өлгөрмәне. Ул талантлы булды - һәм талантт ы хөрмәтләне һәм ярҙам итте, эшһөйәр булды - һәм башҡаларҙың эшһөйәрлеген күрә белде, үҙе ҡыҙыу ине - башҡаларҙың ҡыҙыулығын кисерә лә белде. Радик вафат булғандан һуң уны белеүселәр һәм яратыусылар өсөн ер бушап ҡалғандай тойолдо.. .
       Салауат Низаметдинов, композитор:
       - Беҙ кистәрен йыйылырға, беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәрен ярата торғайныҡ. Бер ун биш минут эсендә Радик иҫ китмәле тәмле итеп картуф ҡура, хуш еҫле сәй бешерә, һуңынан мин уға яңы
       ғына яҙылған йырымды йәки романсты күрһәтәм, ул шунда уҡ уны башҡарып ҡарай. Радик минең күп кенә әҫәрҙәремдең тәүге тыңлаусыһы һәм башҡарыусыһы булды.
       Валерий Платонов, БР халыҡ артисы:
       - Радик Гәрәев ниндәй йырға тотона, шуны һоҡланғыс итеп башҡара ине. Ниндәй йыр ҙа унда гәүһәр булып балҡыны. Романс
       иһә бәләкәй спектаклгә әүерелә. Ә опера партияларында ҡеүәт , көслө темперамент яңғырай, ул бәләкәй генә деталь өҫтөндә лә ентекле эшләй ине.
       ... 1990 - 1994 йылдарҙа Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә "Шаляпин кисәләре" тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуреев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә.
       Вячеслав Стрижевский, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре:
       - Ул үҙенең ғүмере ҡыҫҡа буласағын белә һәм был турала әй тә торғайны, ул ашыҡты. Операла һәм концертта йырларға, опер а фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ашыҡты. Генийҙың үтә ауыр эше лә ситтән ҡарағанда еңел һымаҡ күренә. Уның барыһына ла өлгөрөүе ғәжәпләндерә. Радик Арыҫлан улы театрҙа
       барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм м узыка авторы менән һөйләшергә, барыһына ла өлгөрҙө... Опера театры директоры вазифаһы музыкаль талант менән бергә ижадты аңлау һәләтен талап итә.
       Вафат булырына ике көн ҡалғас Радик ҡатыны Нажияға: "Мин - артист. Мине концерт костюмында ерлә...", - тип белдерә.
       Замандаштарының әйткән уй - фекерҙәренең ҡайһы берҙәре йырсыға арналған иҫтәлектәр китабына инде.
       Шағир Роберт Паль үҙенең "Уралым" шиғырын Рәсәй һәм
       Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә бағышлап яҙҙы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал