6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Кох таяҡсаһы тормошонан ҡәнәғәт кешеләрҙән ҡурҡа
24.03.06


       Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса,
       донъяла йыл да һигеҙ - туғыҙ миллион кеше туберкулез ауырыуына дусар була. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Республика туберкулезға ҡаршы диспенсерының баш табибы Миңленур Азаматова Башҡортостанда диспансер иҫәбендә 37 мең кеше тора, ә
       ауырыу күрһәткесе буйынса йөҙ мең кешегә 46,2 кеше тура килә, тип хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта Урал федераль округында был күрһәткес 83,7, Волга буйы федераль округында - 62, Рәсәйҙә - 66 кешегә етә.
       Бөгөн Рәсәйҙә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Был дата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән билдәләнгән һәм бер ҙә осраҡлы рәүештә түгел: 1882 йылдың 24 мартында немец микробиологы Роберт Кох туберкулез ауырыуын барлыҡҡа килтереүсе таяҡсаны асыуы тураһында иғлан итә, уға Кох таяҡсаһы тигән исем бирелә.
       - Башҡортостанда йылына был ауырыу менән зарарланыусылар
       һаны бөтәһе ике мең тирәһе тәшкил итә. Әммә һуңғы йылдарҙа туберкулездың аҙыу осраҡтары кәмеүе ҡыуандыра, сөнки был планда дөйөм медицина селтәре берҙәм һәм һөҙөмтәле эшләй
       башланы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Миңленур Миңлеәхмәт ҡыҙы. - Етди ҡаршылыҡтар осрағы булмаһа, бала тыуғандың өсөнсө көнөнә уға туберкулездан прививка эшләү мотлаҡ. Әммә әлегә Башҡортостанда 100 мең кешегә 11 кеше туберкулездан үлә, Урал округында был һан 23, Волга буйында - 15 - 16 кеше тәшк ил итә. Бәхеткә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙҙә балаларҙың туберкулездан үлеү осрағы теркәлгәне юҡ.
       Сирҙе еңеү өсөн халыҡтың был өлкәлә белем кимәлен үҫтерергә кәрәк, ти Миңленур Азаматова. Ә был йәһәттән беҙҙә эштәр яҡшы тип әйтеүе ҡыйын. Табиб әйтеүенсә, күп кешеләрҙә ябай флюрографик тикшереү үтеү ҙә киҫкен ҡаршылыҡ тыуҙыра. У лар тикшереү һөҙөмтәләренән ҡурҡа һәм бер нимә лә белмәйенсә йәшәүҙе хуп күрә, бының менән үҙҙәренең генә түгел, яҡындарының да сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйыуын аңларға теләмәй.
       - Был үтә аңһыҙ ҡараш, сөнки флюрографик тикшереү - туберкулезды асыҡлау буйынса иң ышаныслы ысул. Практика
       күрһәтеүенсә, ауырыуҙарҙың 50 проценты нәҡ профилактик тикшереү барышында асыҡлана, ауырыуы ихтимал булыусыларҙың ҡаҡырығын тикшереү - аҙыраҡ процент бирә, - тип һөйләй туберкулезға ҡаршы диспенсерының баш табибы.
       Ҡыҙыҡ, әммә Кох таяҡсаһы... уңышлы һәм тормошонан ҡәнәғәт
       булыусыларҙан ҡурҡа икән. Уларҙың ауырыу эләктереү хәүефе,
       башҡаларҙан айырмалы рәүештә, байтаҡҡа аҙыраҡ Тимәк, туберкулездың кешенән - кешегә күсеү юлдары күп булмауына ҡарамаҫтан, сәләмәтлеген ҡайғыртыусыларға уларҙы белеү мөһим:
       - Һауа - тамсы юлы менән күсеү сирҙең билдәле ваҡытында хәүеф тыуҙыра. Тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙан ете миллиард тирәһе микроб тарала, әммә ошондай ваҡытта ла Кох таяҡсаһын йөрөтөүсе кеше менән контакттан һуң һәр кеше ауырыу эләктерә
       тигән һүҙ түгел. Хәүеф төркөмөндә - йәшәү шарттары, туҡланы уы насар булған, стресс хәлендәге, шәкәр диабеты, ашҡаҙан һә м башҡа органдары сирле булыуысылар, эсергә һәм тәмәке тартырға яратыусылар, ВИЧ - инфекциялылар һәм наркомандар, ш улай уҡ бала тапҡандан һуң ҡатын - ҡыҙҙар ауырыуы ихтимал
       ( үткән йыл 19 ҡатын бала тапҡандан һуң туберкулез менән ауырый).
       - Алиментар йәки ашамлыҡ менән күсеү - Кох таяҡсаһы эләкк ән ашамлыҡты насар эшкәрткән осраҡта кешеләр, йорт хайуандар ы һәм ҡош - ҡорттоң туберкулез менән зарарланыуы ихтимал. Аттар һәм эттәр генә был ауырыуҙан зыян күрмәй.
       - Туберкулез сирле ауырлы ҡатындан балаға күсеүе мөмкин.
       Республика туберкулезға ҡаршы диспенсерының баш табибы Миңленур Азаматова элементар хәүефһеҙлек техникаһын күҙәткән осраҡта, йылына кәм тигәндә ике тапҡыр тикшереү үткәндә һәм сәләмәтлегеңә күберәк иғтибар бүлгәндә зарарланыу осраҡтарын ҡыҫҡартырға мөмкин, тип иҫәпләй. Беҙҙең илдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡы, машина һәм фатирҙан һуң ғына һаулыҡ торошона иғтибар итәбеҙ, тип борсола ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал