6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Тишек торба һыуҙы боҙа
24.03.06


       Планетабыҙҙың ҙур өлөшөн һыу ҡаплап алған, әммә был хазинаның ни бары бер проценты - эсәр һыу. Кешеләр был турала иҫләйме икән Юҡтыр, күрәһең.
       Һәм тәрбиәләү саралары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итмәй. Һәр турист артынан күҙәтеү
       ойоштороп булмай, тимәк Көнбайышта күптән файҙаланылған
       кеүек, беҙҙә лә экологик тәрбиәләү һәм административ сараларҙы берләштереү кәрәк, тип билдәләне "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы барышында Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Росприроднадзор) БР буйынса идаралығы етәксеһе
       урынбаҫары Ольга Лаздина.
       Росприроднадзор тарафынан теркәлгән ҡағиҙә боҙоуҙар нигеҙҙә һыу ҡануниәтенә ҡағыла. Кама бассейны һыу идаралығы тарафынан бирелгән лицензия шарттары үтәлмәй, бысраҡ һыуҙарҙы һыу объекттарына ағыҙыу нормалары күҙәтелмәй,
       таҙартыу ҡоролмалары һөҙөмтәһеҙ эшләй. Һыуҙың 70 проценты ф айҙаланғандан һуң йылға һәм күлдәргә тейешле кимәлдә таҙартыу үтмәйенсә, 2,5 проценты бөтөнләй таҙартыуһыҙ ҡайтарыла.
       Быуаларҙағы гидротехник ҡоролмаларҙың хәл - торошо ла
       иғтибар талап итә: бөгөнгө көнгә уларҙың 30 проценты ремонт һәм реконструкцияға мохтаж. Әммә 2001 йыл менән сағыштырғанда уларҙың хәле бер аҙ яҡшырыуын билдәләргә кәрәк. 2005 йылда гидротехник ҡоролмалар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса 230 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. 2001 йылдан 2005 йылға тиклем 16 объекттың эшмәкәрлеге туҡтатылған, 11 - е яңынан төҙөлгән.
       Кама бассейны һыу идаралығының Башҡортостан Республикаһы б уйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы Владимир Горячев республика халҡының артыҡ борсолмауын үтенде. Сөнки беҙҙә эсәр һыуҙың 80 проценты ер аҫтынан табыла. Асыҡ сығанаҡтан алынған һыу ҡулланыусы мәскәүлеләрҙән айырмалы рәүештә. Күптәр уны шешәләге һыу менән алмаштыра. Әммә уның сығанаҡтан алыныуы факт түгел. Крандан ағыҙып тултырылған булыуы ла мөмкин. Был йәһәттән Мәскәүҙең шешәләге һыуҙары
       тикшерелгән "Красный ключ" йәки "Красноусол" һыуҙарынан артта ҡала, әлбиттә.
       Беҙҙең өсөн күп осраҡта иҫкергән торбаларҙың тотош селтәрҙәре күңелһеҙлектәр тыуҙыра. Улар арҡаһында һыу алыу ҡоролмаһындағы эштәрҙең ҙур өлөшө юҡҡа сығыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә һыуҙың 40 проценты канализацияға китә.
       Әйткәндәй, Өфө халҡының өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндереүсе Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһында һыуҙы әҙерләү буйынса тулы бер станция эшләй. Унда эсәр һыу элеккесә шыйыҡ хлор менән түгел, ә зыяны аҙыраҡ булған матдә һәм ультрафиолет нурландырыу ярҙамында таҙартыла. Бының өсөн махсус рәүештә Н идерланд компанияһынан ҡоролмалар һатып алына. Һөҙөмтәлә һыу ҙың сифаты юғарыраҡ булыуы һиҙелә. Әммә "тишек" торбалар һәм иҫкергән технологиялар һыуҙың тәмен боҙоуын
       дауам итә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал