6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Дуҫ һәм туған Максим Рыльский
23.03.06


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР һәм РСФСР - ҙың бихисап сәнәғәт предприятиелары, наркоматтары, учреждение,
       институт һәм театрҙары Башҡортостанға эвакуациялана. 1941 йылдың июль - август айҙарында Украина Фәндәр академияһы, Яҙыусылар союзының ҙур өлөшө Өфөгә килә. Улар иҫәбендә
       украин шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Максим Фадеевич Рыльский ( 1895 йыл 22 март - 1964 йыл 24 июль) ҙа була.
       Шағир ҡатыны Екатерина Николаевна, улы Богдан һәм һеңлеһе
       Люба менән Революция урамындағы 37 - се һанлы йортта урынлаша. Фатир хужабикәһе М. П. Семеноваға ул йылдарҙағы күп кенә өфөлөләр кеүек үк ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар кисерергә
       тура килә. Ағас йорттоң тәҙрәләре төньяҡҡа ҡарай. Көн күрер лек
       температураны һаҡлау өсөн утынды күп әҙерләргә тура килә. Был шаҡтай ваҡытты ала, әлбиттә. Шуға күрә тәүге мөмкинселек
       тыуыу менән Рыльскийҙар ғаиләһен "Башҡортостан"
       ҡунаҡханаһына күсерәләр.
       Яҙыусылар Юрий Яновский, Иван Кочерга, Петр Панч, Натан Рыбак менән бергә шағир "Фронт һәм тыл" серияһында украин яҙыусыларының әҫәрҙәрен баҫыуҙы ойоштороу, үҙ телдәрендә әҙәби гәзит һәм журналдар сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был осорҙа Максим Рыльскийҙың әҫәрҙәре илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкә саҡыра, еңеүгә ышаныс уята.
       Предприятиеларҙа, колхоздарҙа, фронтҡа юлланыусы яугирҙар
       алдында яһаған сығыштарында шағирҙың тормош символына әүереләсәк юлдар тәүге тапҡыр яңғырай: "Мин - Советтар Илене ң улы". Сәләмәтлеге Максим Рыльскийға хәрәкәт итеүсе фронтта
       ҡатнашырға мөмкинселек бирмәй. Әммә Өфөлә ул үҙен фронт
       һыҙығында тип һанай.
       "Ҡәҙерле Александра Петровна, - тип яҙа ул 1942 йылдың 3 сентябрендә "Художественная литература" нәшриәте мөхәррире А . П. Рябининаға. - Өфөнән сәләм! Бында беҙ дүртәүләп йәшәйбеҙ. Рух күтәренкелеген юғалтманыҡ: мин аҡрынлап
       эшләйем. Беҙ һеҙҙең менән һөйөклө, данлы Мәскәүҙә, беҙҙең ҡәҙерле Киев ҡалаһында дуҫтарса әңгәмә ҡорор сағыбыҙ алдалыр, тип ышанам. Бында Лермонтов кисәһе үтте, мин унда доклад менән сығыш яһаным. Халыҡ күп булды. Йыйылған аҡса
       илдең оборона фондына йүнәлтелде. Хәҙер Франкоға арналған
       кисә ойошторорға булдыҡ. Мин һәм иптәштәр оборона темалары өлкәһендә эшләйбеҙ. Бынан тыш күптән уйланған ҙур поэманы ла онотмайым (һүҙ "Йәшлеккә сәйәхәт" поэмаһы тураһында бара - Ю.У.), шулай уҡ Пушкин, Минцкевич һәм Шевченко ижадында Ватан темаһы буйынса ла эш алып барам".
       Өфөлә бер - бер артлы Рыльскийҙың йыйынтыҡтары баҫыла: "Халыҡ үлемһеҙ", "Тыуған ер өсөн", "Әсә - Ватан тураһында һү ҙ", "Таң алдынан". 1943 йылдың 19 мартында уға Сталин премия һы бирелә.
       Ауыр һуғыш йылдарында ла Максим Рыльский ғилми эшмәкәрлеген туҡтатмай. Ул Халыҡ ижады институты директоры б улып эшләй, 1943 йылдың июнь айында әҙәбиәт ғилеме буйынса У ССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.
       "Фронт һәм тыл" серияһындағы баҫмаларҙа, "Украина ут эсендә ", "Ураина азат ителә" альманахтарында, украин телендә сыҡҡа н гәзиттәрҙә башҡорт яҙыусылары ла хеҙмәттәшлек итә. Украин әҙәбиәтселәренең әҫәрҙәре Башҡортостандың гәзит һәм журналдарында донъя күрә.
       Максим Рыльский Башҡортостандың күп кенә яҙыусылары, айырыуса шағирҙар Сәйфи Ҡудаш, Баязит Бикбай менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Ул украин уҡыусыларын Сәйфи Ҡудаштың поэзияһы менән таныштыра, уның шиғырҙарын үҙенең ту ған теленә тәржемә итә. Максим Рыльскийҙың классик һәм башҡорт совет әҙәбиәтенә башланғыс һалыусы Мәжит Ғафури әҫәрҙәрен тәржемә итеүен өлгө итеп алырға була. Үҙ сиратында
       Украина шағирының байтаҡ әҫәрҙәре башҡорт уҡыусыларының хазинаһына әйләнә. Мәҫәлән, уның махсус рәүештә яҙылған "Туғанлыҡ йыры" - башҡорт халҡына мөрәжәғәт булып тора, уны Ғәйнан Әмири тәржемә итә.
       Украина яҙыусылары һәм шағирҙары Өфөнән киткәндә үҙҙәре м енән ҡиммәтле багаж - бында ижад ителгән әҫәрҙәрен дә алып к итә. Уларҙың күбеһе совет әҙәбиәтенең алтын фондына инә. Максим Фадеевич Рыльский эшләүен дауам итә. 1960 йылда ул шиғыр йыйынтыҡтары өсөн Ленин премияһына лайыҡ була. Был награданы ул украин яҙыусылары араһында беренсе булып ала. Уның илленән ашыу китабы баҫыла, йөҙләгән шиғри тәржемәләре бар. Рыльский 1964 йылда вафат була. Өфөлә Максим Рыльский и семен йөрөткән урам бар. Ул Октябрь районында урынлашҡан.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал