6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Сибәр булыуы еңел түгел
24.03.06


       Һылыуҡай исемен яулауы еңелме Беҙҙең республикала быға ирешеү, күренеүенсә, еңел түгел. Иң мөһиме һомғол буй - һын һәм сибәр йөҙ булған Рәсәй конкурстары менән сағыштырғанда, башҡорт ҡыҙҙарының "Һылыуҡай" һәм татар ҡыҙҙарының "Нәүрүз г үзәле" конкурстарында һәр төрлө башҡа һынауҙар ҙа өҫтәлә. Һәм йылдан - йыл беҙҙең сибәркәйҙәргә ҡыйыныраҡҡа тура килә.
       "Һылыуҡай" конкурсында, мәҫәлән ( уның финалы 5 апрелдә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк), "Хыялым планетаһы" "визиткаһы", башҡорттарҙың мәҙәни мираҫы хаҡында һорауҙар,
       фотосессия, "Танго" темаһына вариациялар, музыкаль импровизациялар, жюри һорауҙарынан тыш, конкурсантка тағы ла халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап күрһәтергә тейеш. Баҡһаң,
       шунһыҙ сибәркәй таж кейергә хоҡуҡлы түгел икән.
       "Нәүрүз гүзәле"нең үҙенсәлеге булып уның театрлаштырылған
       тамаша булыуы тора. Сара ябай шоу ғына түгел, ә Нәүрүз байрамына арналған ысын мәғәнәһендәге спектакль буласаҡ. Тамашасылар байрамдың тарихы һәм йолалары менән танышасаҡ. С пектаклде Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры режиссеры Искәндәр Әхмәтвәлиев әҙерләй.
       Ике конкурста ла ҡыҙҙар киске матур күлдәктәрҙә сығыш яһаясаҡ. Башҡорт һылыуҡайҙарына был йәһәттән "Каприз" модалы кейем - һалым салоны, татар ҡыҙҙарына - кейем - һалым тегеү буйынса шәхси предприятие ярҙам итә.
       23 март көнө сәғәт алтыла Башҡорт дәүләт филармонияһында башланасаҡ "Нәүрүз гүзәленең" төп героинялары, әлбиттә, ҡалфаҡҡа дәғүә итәсәк. Әйткәндәй, "Һылыуҡайҙа" гран - при алыусынан тыш тағы өс еңеүсе асыҡланһа, "Нәүрүз гүзәле" тип бер генә ҡыҙ таныла. Ҡалфаҡты ул кейәсәк тә инде. Һәм турист ик йүнәлтмә буйынса Төркиәгә юл тотасаҡ. Бынан тыш татар сибәре конкурс бағыусыларының береһе булған "Смартс" компанияһының йөҙөнә әйләнәсәк, уға эш хаҡы ла тәғәйенләнә. Финалға сығыусы ҡалған ҡыҙҙарҙы номинациялар буйынса бүләкләүҙәр көтә.
       "Һылыуҡайға" бүләккә ноутбук бирелә һәм ул, "Нәүрүз гүзәл е" кеүек үк, башҡорт һәм татар йәштәре үткәргән барлыҡ танта налы сараларҙа ла ҡатнаша.
       Ҡыҙҙар еңеүҙәренә ышана. Әммә улар өсөн иң мөһиме - сарала ҡатнашыу. Мәҫәлән, "Һылыуҡай" конкурсының финалға сығыусыһы Лилиә Шәкирйәнова конкурста ҡатнашыуҙың бик күп ың ғай яҡтарын асыҡлауын белдерә: актерлыҡ оҫталығын үҙләштерҙем, дөрөҫ итеп биҙәнергә, матур итеп атларға, халыҡ
       бейеүҙәрен башҡарырға өйрәндем, ти ул.
       Бында, күренеүенсә, конкурстың төп маҡсаты үтәлә, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов әйтеүенсә, ул милли мәҙәниәт һәм телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.
       Киләсәктә ике конкурсты ойоштороусыларға көстәрен берләштереп бер уртаҡ матурлыҡ байрамы ойошторорға мөмкин, т и Юлай Талха улы. Был байтаҡ проблемаларҙы хәл итәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал