6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Метеорологтарға кем ярҙам итер
23.03.06


       Өсөнсө көн Өфөлә иртә менән ямғыр ҡойоп яуырға тотондо, ә
       инде төштән һуң ҡулсатыр менән ҡоралланырға өлгөрмәгән ҡала
       халҡын ҡар "күмде". Артабан көн һыуына төштө, еүеш тротуарҙ ар боҙ ҡатламы менән ҡапланды, ә төньяҡ еле тиҙ арала ҡышты
       хәтергә төшөрҙө.
       - Бөгөн яуым - төшөм норманан бер аҙ юғарыраҡ, әммә бының
       бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, ғәҙәти март көнө, - тип иҫәпләй Гидрометеорология һәм тирә - яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан территориаль идаралығының баш синоптигы Анна Ко заева. - Күҙаллауҙар буйынса ошондай тотороҡһоҙ һауа торошо 4 апрелгә тиклем һаҡланасҡ, артабан инде яуым - төшөм
       кәмейәсәк.
       - Яҡын арала циклондарҙың аралашып килеүе, улар араһында - юғары баҫым өлкәләре көтөлә. Әммә бындай һауа торошо йыш
       ҡабатлана ҡалһа, ташҡын һыуҙарының етди хәүеф тыуҙырырға мөмкинлеге хаҡында ла оноторға ярамай, - тип хәтергә төшөрҙө "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Гидрометеорология һәм тирә - яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан территориаль идаралығының гидрометүҙәк начальнигы Юрий Ферапонтов. - Әгәр һауа торошо сюрприздарға бай булмаһа, яҙғы ташҡын йәһәтенән борсолмаҫҡа мөмкин. Метеорологтар иҫәпләүенсә, уның хатта норманан бер аҙ түбән булыуы көтөлә. Тупраҡтың ту ң булыуы ташҡын һыуҙарға йоғонто яһамаясаҡ, сөнки ҡар ҡатламының бейеклеге һәм һыу күләме норманан түбән.
       23 мартта Рәсәйҙә Бөтә донъя метеорологтар көнө билдәләнә . Нәҡ ошо көндө 56 йыл элек Бөтә донъя метеорология ойошмаһы
       барлыҡҡа килгән. Юрий Ферапонтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын был байрам билдәле бер девиз аҫтында үтә. Быйылғы девиз да осраҡлы түгел, ул түбәндәгесә яңғырай: " Хәүефте иҫкәртеү һәм стихиялы бәлә - ҡаза эҙемтәләрен йомшартыу".
       "Башинформ" ҡунаҡтарының фекеренсә, "Тәбиғәттә насар һауа
       торошо юҡ" тигән һүҙҙәргә бөгөн һәр кем ышанып бармай. Статистика күрһәтеүенсә, тәбиғәт афәттәренең 90 проценты һау а торошо, климат һәм һыу менән бәйле барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә
       2005 йыл тәбиғәт катаклизмдары буйынса рекорд ҡуйҙы тип әйтергә була. Юрий Ферапонтов һөйләүенсә, 2005 йылда донъя
       йөҙөндә булған һәләкәттәрҙе өйрәнеү һәм анализлау 360 ҙур
       стихиялы бәлә - ҡаза булыуын билдәләй, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа
       был һәләкәттәргә ҡаршы тороу һәләтенә эйә булмаһаҡ та, уларҙан күрелгән зыянды һиҙелерлек кәметә алабыҙ, бының өсөн
       иң ябай хәүефһеҙлек саралары хәтерҙән сығармаҫҡа ғына кәрәк . Һәм был һүҙҙәр бөгөн айырыуса көнүҙәк булып яңғырай, сөнки йыл дауамында ғына Рәсәй биләмәләрендә 361 хәүефле гидрометеорологик күренеш осрағы теркәлгән, улар илебеҙ иҡтисадына һиҙелерлек зыян килтерергә һәләтле.
       - Әммә әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең тыуған яҡ проблемаларына әйләнеп
       ҡайтайыҡ, - тип йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте Анна Козаева.
       - Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 33 метеорологик, дүрт гидрологик һәм бер аэрологик станция. 45 метеорологик һәм 68
       гидрологик пост эшләй. Әммә был техник база ныҡ ҡына
       иҫкергән һәм комплекслы яңыртыуға мохтаж. Иҫкергән ҡорамалдарҙы алмаштырыу мөмкинселеге юҡ ( иң ябай прибор ҙа 100 доллар самаһы тора), ә күҙаллауҙарҙың дөрөҫлөгөнә талаптар юғары. Беҙ быларҙың барыһын да аңлайбыҙ, әммә средство юҡ. Ҡыҙғаныс, әммә факт: Башҡортостанда ғына түгел,
       Рәсәйҙә лә гидрометхеҙмәт торошо яҡшыларҙан түгел.
       - Бынан тыш Башҡортостан йылғаларында һыу юлының үҙгәреүен күҙәтеү эше алып барылмай, - тип коллегаһын хупланы Юрий Ферапонтов. - Ә был вайымһыҙлыҡ бик хәүефле - беҙ ярҙарҙың эрозияһын иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ, һәм йылға эргәһенән үткән торба үткәргестәрҙең йыуылыуын үҙ ваҡытында иҫкәртеп өлгөрә алмауыбыҙ бар. Ә инде торба үткәргес зыян күргән хәлдә нефттең ниндәйҙер күләме йылғаға ағып төшәсәге ураһында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер.
       Быға өҫтәп республикала метеорологик мониторинг үҙәге булдырырға кәрәк - әлегә беҙ бысраныу фактын ғына билдәләй алабыҙ, ә уның сығанағын асыҡлауы бик ҡыйын. Шулай уҡ беҙгә күрше төбәктәрҙән килгән һауаның сифаты тураһында хәбәр итеүсе станциялар кәрәк. Былар барыһы ла аҡсаға барып төртөл ә. Бына шунан һауа торошон күҙаллау - ярайһы уҡ ҡыйбатлы эш булыуы аңлашыла. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, атмосфераға бер радиозонд ебәреү генә лә 100 доллар самаһы тора. Ә һауа торошон сифатлы итеп күҙаллау өсөн тәүлегенә кәм тигәндә лә
       дүрт зонд ебәрергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, метеорологтарҙың заманса аппаратураһы юҡ, шуға күрә һауа торошон күҙаллауҙар йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килмәүе ихтимал.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал