6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Алиса "иҫән ҡалырына" ышанмай
23.02.06


       Өфөнөң гандбол буйынса "Алиса" ҡатын - ҡыҙҙар клубы Рәсәй ҙең иң көслө һигеҙ командаһы исемлегенә инә алманы. Тимәк, башкорт коллективы плей - офф серияһында ҡатнаша алмаясаҡ тигән һүҙ. Команданы күсмә турнир көтә, унда ҡыҙҙарға суперлигала ҡалыу өсөн бар көсөн һалырға тура киләсәк.
       Был материал яҙылған ваҡытта ҡыҙҙар поезда ине. Улар
       Мәскәүгә, көрәштең тәүге турына юл тота. Беҙ "Алисаның" баш тренеры, Өфөлә ҡатын - ҡыҙҙар гандболын рухландырыусы Айрат Сакаевҡа шылтыраттыҡ.
       - Һеҙ командағыҙҙың чемпионаттың беренсе турында сығышы
       менән ҡәнәғәтме
       - Әйтеүе ҡыйын. Плей - оффҡа эләгеп булманы. Төп составта ғы биш ҡыҙыбыҙ китеүе сәбәпле, миҙгел башынан уйынға балалар ҙы йәлеп итергә тура килде. Тырыштыҡ, ҡайһы бер урында үҙебе ҙ
       уйнап еткермәнек, ҡайһы берҙә судьялар ҙа "ярҙам итте".
       - Хәҙер һеҙ күсмә турнирҙа уйнайһығыҙ, унда суперлиганың дүрт даланһыҙ командаһы һәм юғары лиганың иң көслө дүрт командаһы ҡатнаша. Элитала урынығыҙҙы һаҡлап ҡалыуығыҙға ышанаһығыҙмы
       - Белмәйем, белмәйем, төрлө хәл булыуы бар. Ҡаршы яҡта уйнаусы командалар ярайһы уҡ көслө, шул уҡ "Ладаны" (Тольятт и) алайыҡ. Күҙ күрер.
       Йәғни "Алиса" үҙенең көйәрмәндәренә көслөләр дивизионында
       "пропискаһын" һаҡлай ала - алмауын аныҡ ҡына әйтә алмай әлегә. Өфө спортсылары ҡулдарынан килгәндең барыһын да
       эшләйәсәге аңлашыла. Ә инде "иҫән ҡалалармы", юҡмы, был турала тренер ышаныслы ғына итеп әйтә алмай.
       Яҡын аралағы матчтарын "Алиса" илебеҙҙең баш ҡалаһында үткәрә. 24 мартта Өфө спортсменкалары "Сокол" (Брянск)
       коллективына ҡаршы уйнаясаҡ. Икенсе көнөнә шул уҡ команда менән ҡабаттан осрашыу көтә. Турҙың һуңғы көнөндә "алисалар"
       майҙан хужабикәләре - СДЮШОР 53 - Вешняки командаһы менән көс һынашасаҡ.
       Мәскәүҙәге уйындарҙан һуң "Алисаны" тағы өс тур көтә, уларҙың икәүһе Тольятти һәм Звенигородта, өсөнсөһө 26 - 28
       майҙа Өфөлә үтәсәк. Суперлиганың берҙән - бер башҡорт ҡатын
       - ҡыҙҙар командаһы миҙгелдә ни бары икенсе тапҡыр
       көйәрмәндәрен өйҙә үткән матчтар менән ҡыуандыра. Ошоноң менән чемпионат тамамлана һәм беҙгә "Алисаның" суперлигала үҙ урынын һаҡлап ҡалыу - ҡалмауы мәғлүм буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал