6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Яһалма аҡса сығармаҫҡа, телефондар урламаҫҡа, машиналарҙы те йешле урынға ҡуйырға
22.03.06


       Өфөнөң Эске эштәр идаралығы начальнигы Урал Аккучуков ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында иғтибар йүнәлтелгән төп темалар - ялған 1000 һумлыҡтарҙың артыуы, автомобилдәрҙе тейеш булмаған урында ҡалдырыу һәм кеҫә телефондарын урлау осраҡтарының кәмергә теләмәүе.
       Тәүге пунктҡа килгәндә, 1000 һумлыҡ ялған аҡсалар юғары сифаты менән айырыла. Ҡайһы ваҡыт хатта банкыларҙа ла
       бындай купюраны "фашлау" ҡыйынға тура килә, һәм аҡса Милли банкыға барып эләккәндән һуң ғына уның ялған булыуы асыҡлана, тип билдәләне Аккучуков. Милиция хеҙмәткәрҙәре
       юғары сифатлы "фальшивкалар" баҫыусы ҡоролма Төньяҡ Кавказ төбәктәрендә урынлашҡан, ә бына уны таратыусылар араһында урындағы граждандар ҙа бар, тип иҫәпләй.
       - Бөгөн баш ҡала милицияһы Өфөәл яһалма аҡса таратыу менән шөғөлләнеүе ихтимал булған ике төркөм өҫтөндә эшләй, -
       тине ҡаланың Эске эштәр идаралығы начальнигы. - Беҙ уларҙы енәйәт өҫтөндә эләктерергә иҫәп тотабыҙ.
       Хәҙер инде машиналарҙы ҡуйыуға күсәйек. Урал Аккучуков Өф ө депутаттарына автомобилдәрҙе урынлаштырыу йәһәтенән ҡағиҙәләрҙе закондар кимәлендә нығытыу үтенесе менән
       мөрәжәғәт итергә ниәтләүен белдерҙе.
       - Көн һайын Өфөлә алты - һигеҙ автомобилде ҡыуып алып китеү осрағы теркәлә. Бында күп ваҡытта автомобиль хужалары үҙҙәре ғәйепле, улар машиналарын бының өсөн тәғәйенләнмәгән урында ҡалдыра, - ти баш ҡала милицияһы башлығы. - Көн һайын беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ошондай дүрт - биш автомобилде штраф "туҡталышына" алып барырға мәжбүр. Бынан һуң кемдер милиция эшмәкәрлегенә зарланып ялыу яҙа, әммә был сараларҙы,
       илдә йышайған террорсылыҡ акттарын да иҫәпкә алып, беҙ бит һеҙҙең хәүефһеҙлек маҡсатында башҡарабыҙ.
       Эске эштәр идаралығы начальнигы автомобиль хужаларын машиналарын гаражда һәм бының өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарға ҡуйырға саҡыра: был машина ҡыуырға яратыусыларҙы ҡ ыҙыҡтырмаҫ өсөн кәрәк, ти ул.
       Һәм, ниһайәт, кеҫә телефондары хаҡында. Көндәлек тормош күрһәтеүенсә, ул һаман да элеккесә бурҙарҙың яратҡан объекты
       булып ҡалыуын дауам итә.
       - Тәүлегенә, уртаса алғанда, ҡала буйынса 12 - 13 телефон урлау осрағы теркәлә, - ти Урал Аккучуков. - Йыл башынан алы п бөгөнгө көнгә тиклем 1188 осраҡ теркәлгән, был үткән йылдың
       ошо осоро менән сағыштырғанда 600 тирәһенә күберәк.
       Ә бит үткән йылдың көҙөндә Өфө ҡала советы республиканың Эске эштәр министрлығы тәҡдиме буйынса ҡулланыуҙа булған телефондарҙы һатып алыу ҡағиҙәләренә үҙгәреш индергәйне. Был турала "БАШвестЪ" гәзите лә яҙып сыҡты ( 9.11.2005). Әмм ә Өфөнөң баш милиционеры был яңылыҡ ыңғай һөҙөмтәләр бирмәй тип әйтеү менән риза түгел.
       - Кеҫә телефондарын икенсел ҡабул итеү буйынса яңы ҡағиҙәлә р беҙгә уларҙы ҡабул итеүсе магазиндар менән бәйләнеште көйләргә мөмкинселек бирҙе, - ти ул. - Ай һайын улар беҙҙе һатып алынған барлыҡ аппараттар һәм уларҙы һатыусы кешеләр тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итә, һәм тейешле
       документтары булмаған телефондарҙы йыш килтереүсе шикле әҙәмдәр хаҡында хәбәр итә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал