6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Башҡортостанды күмәкләп төҙөйбөҙ
22.03.06


       Уралдың төҙөлөш майҙаны, Башҡорт БАМ - ы, ғәйәт ҙур төҙө лөш - нисек кенә атама, барыһы ла дөрөҫ яңғырай, бөгөнгө көн дә
       республикала төҙөлөш эштәре беренсе урында тора. Үткән йылда ғына Башҡортостанда подряд буйынса эштәр күләме 46 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
       Республикала төҙөлөш өсөн матди һәм социаль нигеҙ етерлек . Республиканың тәбиғәт факторҙары ла ( ҙур майҙандан алып төҙөлөш материалдары өсөн кәрәкле сеймал ресурстарына
       тиклем) быға мөмкинселек тыуҙыра. Иң мөһиме: беҙҙең республика яңы төҙөлөштәргә средство индереү өсөн ярайһы уҡ бай, һәм төҙөлөш комплексы мөмкинселектәре лә юғары. Бөгөн Б ашҡортостанда дүрт меңдән ашыу ойошма төҙөлөш - монтажлау һәм ремонт эштәре менән шөғөлләнә. Уларҙа 120 меңдән ашыу кеше эшләй.
       Ә инде социаль йәһәттән ыңғай яҡтары тураһында әйтергә лә
       түгел. Яңы сәнәғәт объекттары - тимәк өҫтәмә эш урындары, я ңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауахана һәм клубтар - тимә к халыҡтың имен йәшәйеше, яңы йорттар - тимәк торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Тағы килеп Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итергә әҙерләнәбеҙ - йөҙләгән яңы объект өҫтәләсәк тигән һүҙ.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, төҙөүселәрҙең мәшәҡәте етерлек. Объекттарҙы тапшырып ҡына өлгөр. Был өлкәлә беҙҙең оҫталар
       аптырамай - материалдар ғына булһын. Әммә тиҙ эшләү генә етмәй, объекттарҙың матур һәм уңайлы булыуы ла мөһим. Белем биреү учреждениеһы булһынмы ул, торлаҡмы, бөгөнгө ҡулланыусыны ябай бина йәки фатир ҡәнәғәтләндермәй. Стеналарға тағы ла матурлыҡ һәм уңайлылыҡ өҫтәргә кәрәк.
       Бының өсөн иһә төҙөүселәргә заманса биҙәү материалдары
       һәм ҡорамалдар булыуы мотлаҡ. Уларҙы табыуы бер үк ваҡытта ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Ябай, сөнки төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар етештереүсе һәм һатыусылар етерлек. Ҡатмарлы, сөнки күп төрлө тауар араһынан сифаты һәм хаҡ йәһәтенән тап килгән материалды һайлап алырға кәрәк. Өҫтәүенә, закон буйынса, тендер үткәреү ҙә мотлаҡ. Был проблеманы хәл итеүҙе ң иң уңайлы юлы - махсуслаштырылған күргәҙмәләр, мәҫәлән, ош о көндәрҙә Өфөлә асылған ун беренсе "Барыһы ла төҙөлөш һәм ремонт өсөн" һәм унынсы "Кондициялау, Йылытыу, Һыу менән
       тәьмин итеү" исеме аҫтында тәҡдим ителгән махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙе алайыҡ.
       Бер майҙанда - "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында - Рәсәйҙең 14 төбәге һәм сит ил фирмалары (Япония, Израиль, Германия, Финляндия, Швеция) вәкиллектәренән 100 - ҙән ашыу предприятие йыйылған. Уларҙың стендтарында - керамик плитка Z\м, ғәфү итегеҙ, унитаздарҙан башлап төрлө йылытыу системалары, электр ҡорамалдары һәм хатта архитектура һәм ҡала төҙөлөшө өсөн кәрәкле яңылыҡтар табырға мөмкин.
       Һәм, иң ҡыҙығы, материал һәм ҡорамалдар ҡайтарыусыларҙы башҡорт етештереүселәре стендартын ҡараштырып та табырға була - беҙҙекеләр тәҡдим иткән тауар сит ил компаниялары йәк и күрше Татарстан, Мәскәү, Силәбе педприятиелары тәҡдим иткә н тауарҙарҙан бер ҙә кәм түгел, өҫтәүенә үҙеңдекеләрҙән һаты п алған осраҡта аҡса ла төбәктә ҡала, тимәк, тәбиғәттә аҡсаны һаҡлау законы буйынса ул тағы ла төҙөлөшкә тотоноласаҡ. Бын а миҫал өсөн "Метеорит" салонын алып ҡарайыҡ, ул шәхси йортт ар һәм коттедждар өсөн йылытыу, һыу йылытыу, насос һәм газ ҡорамалдары тәҡдим итә. Ҙурыраҡ төҙөлөш өсөн үҙебеҙҙең "Техкомп" компанияһы йылытыу - техник ҡорамалдары һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы тәҡдим итә. Дюбель -
       ҡаҙауҙар, анкер һәм башҡалар кәрәк икән, "Армикон"
       яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рәхим итегеҙ.
       Төҙөлөш һәм монтажлау эштәре тамамланып, "биҙәү" ваҡыты
       етһә - "Башҡорт металл конструкциялары" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бормалы баҫҡыстар, хатта бассейн өсөн нәфис итеп эшләнгән баҫҡыстар һ. б. кәрәк - яраҡ тәҡдим итә. Һеҙҙең объектҡа "Марзо" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең декоратив керамик плиткалары ла һис һүҙһеҙ матурлыҡ өҫтәйәсәк. Линолеум, декоратив таш, стена панелдәре - республика етештереүселәре, стена "стилистарында" быларҙың б арыһын да табырға мөмкин.
       Һаулыҡ тураһында һйләгәндә, бина эсендә беҙҙең өсөн иң ҡурҡыныс дошман булған туҙан хаҡында ла оноторға ярамай. Елләтеү системалары, кондициялау, һыу менән тәьмин итеү - Өфөнөң "Вентпроф" яуаплылығы сикләнән йәмғиәте был
       ҡорамалдарҙы һатып алыу ғына түгел, урынлаштырырға ла ярҙам
       итәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, кем эҙләй, шул... төҙөй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал