6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Башҡортостанда немец теле яңғырай
22.03.06


       Өфөнөң 44 - се мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы Наталья Капитонова һәм уның уҡыусыһы Эмилия Дәминева менән һөйләшеү өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе ҡатына төшөргә тура килде. Сөнки өсөнсө ҡатта ысын немец байрамы хакимлыҡ итә: оркестр уйнай, немец телендә һөйләшеүҙәр яңғырай. Был байрамға сәбәп булып 20 мартта Башҡортостанда Немец теле аҙналығы асылыуы торҙо.
       Минең әңгәмәселәрем байрамға ҡыҙыҡһыныу арҡаһында түгел, ә лайыҡлы награда алыр өсөн килгән. Ижади коллективтар конкурсында 44 - се мәктәп икенсе урын яулаған. Конкурс бер нисә критерийҙа баһалана, бында инсценировка, артислыҡ, костюм һәм декорациялар ҙа иҫәпкә алынған, әлбиттә. Әммә төп
       иғтибар немец телендә таҙа итеп һөйләшеү оҫталығына йүнәлтелә.
       - Конкурсҡа әҙерлек миңә немец халҡының йолаларын яҡындан
       өйрәнергә һәм немец телен нығытырға мөмкинселек бирҙе, - ти п һөйләй Эмилия. - Мин был телде икенсе йыл өйрәнәм. Наталья Леонидовнаның дәрестәре ҡыҙыҡлы. Беҙ уҡып һәм яҙып ҡына ултырмайбыҙ, уйнайбыҙ ҙа. Шуға күрә немец теле буйынса күнекмәләр һиҙелмәйенсә һәм күңелле үтә.
       Һөҙөмтәлә бала немец телендә бер аҙ һөйләшергә булдыра һәм Немец теле аҙналығына килгән ысын немецтарҙың ( Германия академик алмашыуҙар хеҙмәте вәкиле Ульрике Дойчман һәм Германия Федератив республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консуллығының мәҙәниәт буйынса
       атташеһы Франк Радтке әфәнде) һөйләшеүен тәржемәсеһеҙ ҙә аңлай.
       Франк Радтке үҙенең тәбрикләү һүҙендә беҙҙең республикала
       немец телен өйрәнеүҙең юғары кимәлдә булыуы талантлы педагогтарға бәйле, тип белдерҙе һәм һуңғыларына грамота тапшырҙы. Был кисәлә Башҡортостанда немец теленең үҫешеүендә әүҙем ҡатнашыусы профессорҙар, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре наградаға лайыҡ булды.
       - Немец теле аҙналығының республиканың баш ҡалаһы менән генә сикләнмәүе ҡыуаныслы, - тип билдәләне Франк Радтке. - Был Салауатта, Кумертауҙа, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла Кан т, Гегель һәм бөйөк Гетеның телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу
       тыуҙырасаҡ...
       Немец теле бер аҙ һараныраҡ, ҡаты яңғырай, тип әйтеүселәр бар. Әммә Рәсәйҙә ҡытай һәки һинд телен түгел, нәҡ немец телен өйрәнеүҙе хуп күрәләр. Филология фәндәре докторы, роман - герман филологияһы деканы Рәхим Мурясов әйтеүенсә, быға ике фактор булышлыҡ итә. Беренсенән, немец теле немец халҡының рухи донъяһын сағылдыра: Гете һәм Пушкин исемдәре п араллель бара. Икенсе сәбәп - хужалыҡ иҡтисади фактор тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙең сит илдәр менән хеҙмәттәшлегендә Германия төп ролдәрҙең береһен уйнай.
       Башҡортостанға килгәндә, немец телен өйрәнеү буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урында тора. Байрамда Мәскәүҙә Гете исемен йөрөтөүсе немец мәҙәни үҙәге вәкиле Сильвия Реккерман ханым исеменән сығыш яһаусы Ульрике Дойчман ошо ту рала белдерҙе.
       - Сит илдәрҙә немец телен өйрәнеүгә ярҙам итеү Мәскәүҙәге Гете исемендәге немец мәҙәни үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һәм тел курстары үткәреүҙән тыш беҙ
       Рәсәй төбәктәрендә немец телен өйрәнеү үҙәктәренә финанс,
       методик һәм мәғлүмәти ярҙам да күрһәтәбеҙ. Немец теле уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү буйынса үҙ программабыҙ бар. Бынан тыш беҙҙең ойошма дәрәслектәр һәм ҡу лланыу пособиелары менән ярҙам итә. Уларҙы Өфөнөң 86 - сы ги мназияһына тантаналы тапшырыу сараһы үтте. Салауат,
       Күмертау ҡалаларындағы партнерҙарыбыҙҙы ла ошондай уҡ бүләктәр көтә.
       Беренсе булып дәреслектәр стәрлетамаҡтарға тапшырыласаҡ. Сөнки немец теленең икенсе көнө нәҡ ошо ҡалала үтә.
       Аҙна сиктәрендә "Искра" мультиплексында пофессионалдар һәм немец телендә һөйләшергә теләүселәр өсөн йәш немец режиссерҙарының ҡыҫҡа метражлы фильмдары күрһәтеләсәк. Башҡорт дәүләт университетында "Башҡортостанда немец теле" т ип аталған ғилми - ғәмәли конференция планлаштырыла.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал