6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Еңеүселәр ҡайтты
22.03.06


       Туринда үткән туғыҙынсы ҡышҡы Параолимпия уйындары триумфаторҙары кисә төндә Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Башҡорт спортсылары делегацияһын БР физик культура, спорт һәм туризм
       министры Владимир Самородов етәкселегендә дуҫтары, туғандары һәм көйәрмәндәр ҡаршыланы.
       Туринда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Башҡортостандан
       һигеҙ спортсы ҡатнашыуын хәтергә төшөрөп үтәйек. Улар ике төр - биатлон һәм саңғы ярыштарында ҡатнашты. Республиканың дүрт вәкиле Уйындарҙың чемпиондары һәм призерҙары исеменә ла йыҡ булды. Эльвира Ибраһимова, Рөстәм Ғарифуллин, Ирек
       Маннанов һәм Кирилл Михайлов дүртәүһенә туғыҙ миҙал яуланы - улар дүрт алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙалға эйә булды .
       Рөстәм Ғарифуллин 12,5 һәм 7,5 километрға биатлон ярыштарында ике алтын һәм саңғы эстафетаһында көмөш миҙал яу ланы.
       Ирек Маннанов 7,5 километрға биатлон ярышында еңде. Ғарифуллин һәм тағы бер рәсәйле Сергей Шилов менән сығыш
       яһап, ул саңғы уҙыштарында көмөш миҙал да "эләктерҙе".
       Кирилл Михайлов 20 километрға саңғы уҙышында бронза миҙал
       яуланы.
       Башҡорт ирҙәре - призерҙары араһында ханым да барлыҡҡа килде. 7,5 километрға биатлон стартында Эльвира Ибраһимова
       шулай уҡ бронза миҙалға лайыҡ булды.
       Башҡортостандың ҡалған параолимпиясылары менән дә ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Владимир Казаков, Виктория Чернова һәм Земфира Гәрәева бар көстәрен биреп Рәсәй намыҫы өсөн көрәште. Параолимпия уйындарында иң мөһиме - еңеү түгел, ә ҡатнашыу, үҙ - үҙеңде еңеү булыуын билдәләргә кәрәк.
       Ҡышҡы Параолимпиада Туринда 10 - 19 мартта уҙҙы. Һәр дисциплинала тип әйтерлек ярыштар өс класта үткәрелде: LW 2 - 9 ( хәрәкәт итеү аппараты зыян күргән спортсылар), LW 10 -
       12 ( ултырып ярышыусы спортсылар) һәм В 1 - 3 ( күҙҙәре насар күреүсе спортсылар). Һандар - спортсының сәләмәтлеге зарарланыу дәрәжәһен күрһәтә.
       Рәсәй параолимпиясылары бындай күләмдәге уйындарҙа бишенсе тапҡыр ғына ҡатнаша (тәүге старт Альбервилдә булды).
       Туриндағы уйындарға тиклем белгестәрҙең күҙаллауы буйынса алты - ете награда көтөлә ине, әммә, күренеүенсә, барыһы ла күпкә уңышлыраҡ тамамланды.
       Рәсәйлеләр иҫәбендә барыһы 33 миҙал - 13 алтын, 13 көмөш һәм ете бронза. Был йыйылма командаға команда зачетында ла, миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса ла ышаныслы еңеүгә
       мөмкинселек бирҙе. Икенсе урында - Германия, өсөнсөлә -
       Украина, ул "алтын" һаны буйынса немецтарға биреште, әммә наградаларҙың дөйөм иҫәбе буйынса Рәсәйҙән һуң икенсе килә.
       Ярыштарҙа 39 дәүләт вәкилдәре ҡатнашты. 19 илдән, шул иҫәптән АҠШ, Франция, Норвегия, Австралия, Канада, Италия, Австрия, Швеция, Польша, Испания, Швейцария, Словакия, Бөйөк
       Британия, Чехия һәм Япониянан килгән спортсы - инвалидтар миҙалдар менән билдәләнде.
       Рәсәйлеләрҙе илебеҙҙең Президенты Владимир Путин ҡотланы "Рәсәй параолимпия йыйылма командаһы ағзаларын туғыҙынсы ҡышҡы Параолимпия уйындарында бына тигән сығыш яһауҙары
       менән ҡотлайым. Рәсәй спортсылары был абруйлы ярыштарҙа илебеҙҙең намыҫын лайыҡлы рәүештә яҡланы, иң күп миҙал яулаусы булараҡ танылды. Көсөргәнешле көрәштә талант һәм иҫ киткес оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө һәм ғәйәт ҙур эшһөйәрлек күрһәттегеҙ".
       Дәүләт башлығы шулай уҡ Уйындарҙа еңеүселәр өсөн бүләкләү күләмен арттырыу тураһында хәстәрлек күрҙе.
       - Йыйылма команданы Туриндағы Параолимпия уйындарында һоҡланырлыҡ еңеү менән ҡотлау өсөн нигеҙ бар, - тип билдәлән е ул хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә барышында. - Минең хөкүмәткә бер үтенесем бар: рәсми бүләкләү суммаһы төп йыйылма командаһына бирелгәндән кәм булмаһын өсөн Милли олимпия комитетына ярҙам итиергә кәрәк.
       Параолимпиясыларға олимпиясыларға бирелгән кеүе көр - яңы
       сит ил машиналары ла тапшырылырмы - әлегә билдәһеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал