6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Һайлаусылар үҙ һорауҙарына яуапһыҙ ҡалмаясаҡ
07.12.03


       Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында ҡыҙыу телефон линияһы эшләй. Күп каналлы телефондар буйынса һайлаусыларҙың барлыҡ һорауҙарына яуап бирергә әҙерҙәр. Ә һорауҙар байтаҡ һәм күп төрлө. Мәҫәлән, бәғзеләр һайлауҙар алдынан ғына дауаханаға эләккән осраҡта ни эшләргә тип ҡыҙыҡһына, икенселәре бер урындан икенсе урынға күсеп, пропискаһыҙ ҡалған хәлдә нисек тауыш бирергә, тип һорай. Әлбиттә, ярҙам итеп булған осраҡта ул күрһәтелә, әммә киреһенсә лә булып ҡуя. Мәҫәлән, талондарҙы һайлау көнөндә бер кемгә лә биреп булмай, закон буйынса ул тыйыла. Ә инде дауаханаға эләккән осраҡта күсереп йөрөтөлә торған урна менән һеҙҙең эргәгә һайлау участкаһы вәкиле киләсәк.

Лилиә Зинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал