6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Ғүмер оҙонлоғондағы пьеса
21.03.06


       Донъя ғәҙел түгел Ниңә Сөнки ул кешеләрҙең хыялдарын емерә, һуңынан вайымһыҙ ғына уларҙың ғазапланыуын күҙәтә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев драматург Александр Островскийға эйәреп, тормошта барыһы ла күпкә ҡатмарлыраҡ
       тип иҫәпләй. 17 - 19 мартта ҡуйылған Островскийҙың "Табышлы
       урын" пьесаһының заманға тап килеүенә булыуына шикләнмәй ул . Донъяны ниндәй итеп күрергә теләйһең, ул шундай, һәм әгәр ҙә ҡиммәттәрҙең аҫты - өҫкә әйләнгән икән, был үҙебеҙҙең ғәй еп.
       - Островскийҙы бөгөнгө көндөң йәш драматургы булараҡ ҡабу л итергә мөмкин - ул бик дөрөҫ һәм беҙҙең йәшәйешкә тап килг ән әйберҙәр тураһында һөйләй, - тип аңлата Мөсәлим Ҡолбаев. - Уның әҫәрҙәре авторҙың тормошто яҡшы белеүе тураһында һөйләй, белеме бөгөнгө буталсыҡ заманда беҙҙең өсөн бик кәрә к. Шуға күрә беҙҙең спектаклдә билдәле ваҡыт һәм хәрәкәт ите ү
       урыны юҡ. Островский уҡыусыны 19 быуат аҙағындағы Рәсәйгә күсерә, әммә был тарих ер шарының һәр бер нөктәһендә булыуы мөмкин.
       Премьеранан һуң тамашасылар театрҙан тәрән уйланыуҙарға
       күмелеп сыҡты. Ысынлап та, нимә һуң ул бәхет Ниңә байҙар ҙ а, ярлылар ҙа бәхетле түгел Һәр ваҡыт нимәлер борсой, тынғы лыҡ бирмәй. "Табышлы урын" артынан ҡыуып, кеше ғорурлығын, иркен, шәхси инаныуҙарын, үҙен юғалта, уның урынына етәксе
       илтифатына һәм "яҡшы эш хаҡына" эйә була. Бик күптәр шулай йәшәй. Һәм һәр ваҡыт бер "мәғәнәһеҙе" табыла...
       Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, был тарих идеалистик һәм идеологик рухтағы йәш кешенең күп тә түгел, аҙ ҙа түгел - донъяны үҙгәртергә ҡарар итеүе тураһында бәйән итә. Василий Жадов ( Игорь Панов) изгелеккә, ғәҙеллеккә, мөнәсәбәттәр гармонияһына ышана. Яңғыҙы системаға ҡаршы тора алыуына, улай ғына ла түгел - бысраҡлыҡҡа батҡан йәмғиәткә "насарлыҡ уйламаған намыҫ һәм күңел тыныслығының" барлыҡ матди уңайлылыҡтарға ҡарағанда ла мөһимерәк булыуын үҙ өлгөһөндә күрһәтергә һәләтле булыуына инана. Һәм шунда уҡ уның эргәһендә "кеше рәтенә сығыр өсөн" етәкселек алдында юхаланыусы, "ер ашарға һәм аяҡ эҙҙәрен үбергә" әҙер йәш чиновник Белогубов ( А. Шрайнер) пәйҙә була. Һәм әҫәрҙең аҙағы нисек тамамлана һуң Наҙан булыуына ҡарамаҫтан, Белогубов теләгенә ирешә, ә Жадов төпкә китә. Романтик кәйефтәге йәш кеше өс урында эшләй, әммә аҡсаһын ашауҙан арттыра алмай. Тағы килеп ҡатыны (Светлана Бронникова) яңы эшләпә, матур кейемдәр талап итә, илай һәм иренән китеү менә н янай. Мөхәббәт көнкүреш һынауҙарына сыҙамай... Аҡса етмәүе
       һәм уны табырға тырышыу уңышһыҙлыҡтарынан яфаланған
       Жадов, ниһайәт, үҙ инаныуҙарынан баш тарта һәм ағаһына (БР атҡаҙанған артисы Марат Сәйфуллин) барып баш эйә. Әммә һ уң инде, ағай кеше үҙе бөлгөнлөккә төшкән һәм ҡустыһына бер нисек тә ярҙам итә алмай.
       Мөсәлим Ҡолбаев Островскийҙың барыһын да, шул иҫәптән
       беҙҙең геройҙы ла аяҡ аҫтына һалып тапаусы һәләкәтле, аҡылһыҙ донъя тураһында яҙыуы хаҡында һөйләй. Был әҙәбиәттең ябай хикәйәләү сиктәренән сығып ысынбарлыҡтағы
       тормошҡа әйләнеү мәле. Режиссер әйтеүенсә, пьеса быуат ярым
       ваҡыттан һуң да унда һәр кем үҙен таный алыуы һәм дөрөҫ йәшәүе - йәшәмәүе хаҡында уйланырға мөмкинселек биреүе менән яҡшы.
       Әммә хикәйәләүҙең пессимистик рухта яҙылыуына ҡарамаҫтан,
       Ҡолбаевтың спектакендә өмөт йәшәй. Эйе, геройҙар бар әле. Эйе, кешеләрҙең төрлөһө бар, әлбиттә. Әммә улар урынына башҡалар киләсәк. Улар бәлки көслөрәк булыр. Һәм киләсәкте л ә улар төҙөйәсәк.
       Ошо урында тамашасының ҡарашы пьеса биттәре буйлап геройҙар артынан йүгереп үтеүсе бәләкәй малайға төшә. Юҡҡа ғына Жадов үҙенең әхлаҡи түбәнселеккә төшөүенән һуң уға: " Исмаһам һин ысын кеше булып үҫ!" - тип әйтмәй бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал