6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Башҡорт курорттары тураһында Баден - Баденда ла белделәр
21.03.06


       Үткән аҙнала курорт булараҡ билдәле немец ҡалаһы Баден - Баденда "Аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы, реабилитация һәм курортологияның заманса технологиялары" тип аталған халыҡ - ара конференция үтте. Башҡортостандың күпселек халҡы өсөн был мәғлүмәт Айға төшөү менән бер, сөнки тарихы ике мең йыл
       элек рим һалдаттары өсөн һыу инеү урыны булараҡ башланған был абруйлы урында ял итеү һәм дауаланыу мөмкинселегенә бик аҙҙар ғына эйә, һәм конференцияла ҡатнашыуға саҡырыуҙы ла бик һирәк белгестәр ала. Бына республиканың Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты с оциаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов та ошондай айырым саҡ ырыуға эйә булды. Һәм курорттар берләшмәһен Фидус Әғләм улын а булған ҙур ихтирамға ҡарамаҫтан, уның шәхесе түгел, ә республиканың шифахана - курорт системаһы ҡыҙыҡһындыра, әлбиттә.
       Башҡортостанда медицинаның был йүнәлешендәге уңышлы үҫеше хаҡындағы хәбәр Европаға күптән барып етте, ә пленар ултырыштарҙың береһендә Ямалтдиновтың "Башҡортостан Республикаһында шифахана - курорт системаһының үҫеш концепцияларын һәм программаһын тормошҡа ашырыу" презентацияһын үткәреүенән һуң республикаға булған ҡыҙыҡһыныу шаҡтай артты. Курортология өлкәһендә эшләүсе
       медиктар, төрлө шифаханаларҙың административ хеҙмәткәрҙәре хәл торошон ентекләберәк урында өйрәнергә теләк белдерҙе. Бындай юғары кимәлдәге конференцияла ҡатнашыу
       республиканың үҙен шифахана - курорт эшмәкәрлеге өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн потенциаль партнер булараҡ танытыуы хаҡында белдереүе тураһында әйтеп торорға кәрәкме икән. Был факт курортология үҫешенә сит ил инвестицияларын йәлеп итеүгә булышлыҡ итеүе менән дә әһәмиәтле.
       Дөйөм алғанда Бөтә донъя һыу һәм климат менән дауалау федерацияһы, Баден - Баден ҡалаһы хакимиәте, РФ аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы ассоциацияһы һ.б. ойоштороусы булып сығыш яһаған конференцияның эш графигы ғәҙәттән тыш тығыҙ бу лды. Конференция программаһында пленар ултырыштар, "Mittelbaden" ҡала клиникаһында, "Friedrichsbad" термаль комплексында, эске ауырыуҙар, реабилитация, медицина профилактикаһы, ревматик һәм психосоматик ауырыуҙар буйынса махсуслаштырылған "Max Grundig" клиникаһында булыу ҡ аралған ине. Ултырыштарҙа бальнеологик комплекстарҙы техник йәһәттән йыһазландырыуҙан башлап онкологик сирҙәрҙе р еабилитациялауға тиклем киң даирәгә ҡараған һорауҙар тикшерелде. Германия һәм Рәсәйҙең күренекле ғалимдары, инженерҙар, һаулыҡ һаҡлау системаһы етәкселәре докладтар менән сығыш яһаны. Рәсәй төбәктәре исеменән Башҡортостан
       ғына ҡатнашты, был республиканың шифахана - курорт системаһына белгестәр тарафынан юғары баһа бирелеүе
       хаҡында һөйләй.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал