6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Еңеүҙә көйәрмәндәрҙең роле ҙур
21.03.06


       Иң көслөләрҙән һаналмаһа ла, ныҡыш командаларҙың береһе булған "Спартакты" еңеп, "Салауат Юлаев" 1/4 плей - офф уйындарына сыҡты. 3 : 0 иҫәбе бер нимәгә лә дәлил түгел - осрашыуҙарҙың һәр береһендә көрәш ауыр булды. Һәм һөҙөмтә ки реһенсә лә була ала ине. Мәскәүҙә үткән һуңғы матч айырыуса борсолоуға һәм уйланыуҙарға сәбәп булды. Унда "юлаевсылар" б арлыҡҡа килгән өҫтөнлөктө файҙаланыуҙан мәхрүм ҡала яҙҙы, 4 : 1 һәм 5 : 3 иҫәбе менән алдан барып, улар ҡаршы яҡҡа айырманы минимумға тиклем ҡыҫҡартырға һәм интрига тыуҙырырға мөмкинселек бирҙе.
       Әл дә отчет материалын "Спартак" - Салауат Юлаев" матчына н һуң уҡ яҙмағанмын. Ул саҡта хис - тойғолар күберәк булыр и не: "Бурыс үтәлде!", "Сидякин ҡайтты!" һәм башҡалар. Бөгөн, плей - офф уйындарындағы туҡталышты файҙаланып байрам итергә түгел, ә хаталарҙы төҙәтеүҙе дауам итергә кәрәк. Килә һе көндәш уларҙы ғәфү итер тип өмөтләнергә ярамай.
       Түбәң күккә тейеп йөрөһә, уны юғалтыуы ла оҙаҡ түгел. Был
       - хоккей ҡағиҙәһе. Ныҡлы әҙерләнгән команда ниндәй оппонентты ла еңеүгә һәләтле: баймы ул, көслөмө, бер нисә шайбаға алдан
       барамы... Иң мөһиме - уның теҙгенде бер аҙ бушатыуы, эш тамамланған тип уйлауы, ҡайҙалыр хата ебәреүе йәки уйнауын
       аҡрынайтыуын көтөп алырға һәм файҙаланырға...
       "Спартакка" ҡаршы матчта хаталар етерлек булды. Мәскәүҙәрҙ е тар - мар итеүгә ҡарағанда, беҙҙең нервылар нығыраҡ ҡаҡшан ы булһа кәрәк. "Ҡыҙыллы - аҡлылар" "юлаевсылар" оборонаһының
       барлыҡ йомшаҡлыҡтарын да файҙалана алмауын билдәләйек. Был көндө һөжүм йәһәтенән ыңғай яҡтар булды - әммә был элек бер звенола уйнаусы хоккейсылар, танылған һөжүм оҫталары Игорь Волков, Николай Заварухин, Андрей Сидякиндың өлгөрөп етеү эҙемтәһе генә. Быға өҫтәп - күнекмәләрҙә ҙур иғтибар бирелгән компонент - күпселекте файҙаланыу ҙа емештәрен бирә
       башланы буғай.
       Киләһе команда - "Аҡ Барыҫҡа" ҡаршы уйында "юлаевсыларҙың"
       күпселек моменттары күпме булыр Бик үк күп түгелдер. Был көслө көндәште нимә иҫәбенә еңергә мөмкин Даими баҫым
       яһау һәм оборонала оҫта уйнау иҫәбенә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе ң уйынсылар мөмкин тиклем аҙыраҡ хаталанырға тейеш. Йәғни рефериға һыҙғыртҡысына тотонорға сәбәп бирмәҫкә кәрәк.
       "Спартакка" ҡаршы матчта үҙ ҡапҡалары һағында барлыҡ уйынсылар ҙа лайыҡлы хоккей күрһәтте тип әйтеп булмай. Мезин
       да был юлы супер ышаныслы күренмәне, уйынсылар ҙа хата артынан хата ебәрҙе, улар инде хыял диңгеҙендә йөҙгәндер, күрәһең: "Үҙемә машина алам, ҡатынға - тун, һөйәркәгә икеһен
       дә". Озолин һәм Яхановтың бик үк яҡшы хәрәкәт итмәүе айырыуса хәтерҙә ҡалды. Әммә Яхановтың"Спартакка" ҡаршы тәүге ике матчтағы кеүек лидер - илһамландырыусыға әйләнеүе,
       Мезиндың үҙен ҡулға алыуы, ә быға тиклем оҙаҡ ваҡыт запаста булған Озолинды тағы ла трибунаға ултыртып ҡуйыуҙары ла бик мөмкин.
       "Салауат Юлаев" - "Спартак" серияһында көйәрмәндәрҙең роле ҙур булды. Уларҙың тауыш тулҡыны менән генә лә "Спартактарға" ни тиклем көслө баҫым яһауын хәтергә төшөрөү етә. Ә бына Мәскәүҙә "Спартактарға" ярҙамға килеүселәр аҙ булды - ни бары ярты стадион.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал