6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Балалыҡтан мәхрүм ителгәндәр
21.03.06


       Бер нисә йыл рәттән республикала үҫмерҙәрҙең енәйәт ҡылыу
       осраҡтары артыуы күҙәтелә. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре рекордҡа тиң күрһәткестәрҙе 2005 йылда теркәй, ул ваҡытта Башҡортостанда 3712 енәйәт асыҡлана, 200 4 йыл менән сағыштырғанда был һан 445 - кә күберәк. Йәмғиәтт ең дөйөм криминаллашыуы, яйға һалынмаған көнкүреш, үҫмерҙәрҙең буш ваҡыты күп булыуы - хоҡуҡ боҙоуҙар һаны артыуының төп сәбәптәре ошоға ҡайтып ҡала, тип иҫәпләй БР Эске эштәр министрлығының балиғ булмағандар эштәре буйынса п одразделениеларҙың эшен ойоштороу буйынса бүлек начальнигы Андрей Шитов.
       - Балиғ булыу йәшенә етмәгән енәйәтселәрҙең 40 проценты бер ҡайҙа ла уҡымай һәм эшләмәй, - тип билдәләне ул журналистар менән осрашыу ваҡытында. - Башлыса улар туғыҙ синыфты тамамлағандан һуң мәктәптән китеүселәр. Күптән түгел
       профессиональ техник училищеларҙың һанын ҡыҫҡартыу ҙа килеп
       тыуған хәлгә булышлыҡ итә.
       Балиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү проблемаһына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү - республикала үткәрелгән ҙур күләмле "Милиция һәм балалар" акцияһының төп маҡсаттарының береһе. Уның беренсе этабы "Балаларға ҡулыңды һуҙ" исеме аҫтында үтте.
       Аҙнанан артыҡ ваҡыт эсендә 479 ҡараусыһыҙ бала эске эштәр
       органдарына килтерелгән. Уларҙың 369 - ы ата - әсәләре йорт она ҡайтарылған, ҡалғандары дауаханалар, балалар йорттары, социаль приюттарға урынлаштырылған.
       - Ата - әсәләре ниндәй генә булмаһын, бала барыбер әсәһе эргәһендә булырға теләй. Бала бала инде, милицияның үҙҙәрен приют йәки балалар йорттарына йүнәлтеүе яҡшылыҡ теләү маҡсатында эшләнгәнен әлегә аңлап етмәй, - ти Андрей Шитов.
       Һәм ата - әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән өлкәндәр һәм
       иҫәпкә ҡуйылған имен булмаған ғаиләләр һаны үҫмерҙәрҙең енәйәт ҡылыу һаны менән бергә арта бара.
       - Балаларҙы енәйәт ҡылырға йәлеп итеүсе өлкәндәрҙе асыҡла у ҙа акцияның бурыстарына инә, - тип билдәләне Андрей Шитов.
       - Уның беренсе этабында беҙ ошондай 19 осраҡҡа тап булдыҡ. Уларҙың иң күҙгә ташланғаны - Бәләбәй ҡалаһында ҡатын кешенең ике балиғ булмаған ҡыҙҙы фәхишәлеккә мәжбүр итеп, уларҙың "хеҙмәт хаҡын" тартып алыуына ҡағыла. Баймаҡ ҡалаһының эске эштәр бүлегендә 34 йәшлек ҡатынға ҡарата балаларына ҡаты мөнәсәбәттә булыуы сәбәпле енәйәт эше асыу т ураһындағы һорау хәл ителә. Әсә исемен йөрөтөүсе был ҡатын үҙенең алты йәштән 14 йәшкә тиклемге биш балаһын бөтөнләй ҡарамаған. Уның алты йәшлек улы әсә һөйөүе урынына баш йәрәхәтенә дусар була, 14 йәшлек ҡыҙы ике табанын да туңдыра . Милиция хеҙмәткәрҙәре һәм педагогтар был эшкә ҡыҫылмаһа, балаларҙың тағы күпме михнәт сигеүҙәрен күҙ алдына килтереүе   лә ҡыйын.
       Йыл һайын республикала яңы социаль приюттар барлыҡҡа килә , уларҙа ата - әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеүселәрҙең балала ры тәрбиәләнә. 2000 йылда бындай приюттар икәү булһа, бөгөн уларҙың һаны 47 - гә еткән.
       - Һәм улар ҙа етмәй, приюттар шығырым тулы, - ти Шитов. - Социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәрҙе дәүләт барлыҡ
       кәрәк - яраҡ менән тәьмин итә, әлбиттә, әммә иркәләүҙең ним ә икәнен белмәгән балалар ниндәй ярҙамға ла риза. Мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙың эске эштәр бүлектәре бер көнлөк эш хаҡын ошондай учреждениелар файҙаһына күсерҙе.
       Был балаларға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. Социаль приюттар
       бөгөн республиканың һәр бер ҡала һәм районында бар. Үҫеп еткән балаларығыҙҙың китаптары, кейем - һалымдары, уйынсыҡтары был тормоштан артыҡ уңмаған башҡа малай һәм ҡыҙҙар өсөн дә файҙалы була ала. Балиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу буйынса үҙәктең телефон номеры:
       28 - 13 - 38.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал