6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Мәҙәниәт һарайында торлаҡ - коммуналь хужалыҡ байрамы
20.03.06


       Өфөлә беҙҙең көндәлек йәшәйешебеҙҙең уңайлылығын тәьмин и теүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Кем беҙҙең йорттарыбыҙҙы йылыта, һыу менән тәьмин итә, ҡыштарын иртә менән йорт алдын ҡарҙан таҙарта, йәйен ҡаланы сәскәләргә күм ә.. Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә йыл һайын Сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ көнө билдәләнә. Байрам көнө алдынан Өфөнөң Мәҙәниәт һарайында ошо датаға арналған тантаналы йыйылыш үтте.
       Бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны, иң яҡшыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Һәм, әлбиттә, концертһыҙ байрам байрам буламы ни
       Тантанала БР Президенты Мортаза Рәхимов һәм төбәктә билдәле булған башҡа ҡайһы бер кешеләр ҡатнашты. Уларҙың тармаҡ байрамын иғтибарһыҙ ҡалдырмауы осраҡлы хәл түгел. Президент билдәләүенсә, " күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙең
       күләме, сифаты һәм арзанлығы буйынса халыҡ үткәрелгән социаль - иҡтисади сәйәсәтте лә баһалай". Халыҡ әйтмешләй, кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, әммә аҡылға ҡарап оҙаталар. Ә инде ҡаланың йәшәйеше хаҡында уның урамдарының уңайлы, таҙа һәм төҙөк булыу - булмауы һөйләй.
       Нисек кенә булмаһын, бөгөн торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа
       еңелдән тура килмәй. Тотош система реформаһы үткәрелә. Ғәйәт ҙур "машинаны" баҙар релсьтарына күсереп ултыртыуы
       ябай эш түгел. Баҙар үҙ - үҙен аҡлау, иҡтисади һөҙөмтәлелек , рентабеллеккә йүнәлеште күҙ уңында тота. Һәм ҙур ҡыйынлыҡ
       менән булһа ла тармаҡ аҡрынлап зыянлыҡһыҙ эшләүгә сыға. Үткән йылды ул ыңғай финанс һөҙөмтә менән тамамланы. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары тарафынан етештерелгән т ауар һәм хеҙмәтләндереү күләме артты - аҡсалата ул ун алты
       миллиард һум тәшкил итә. 2004 йыл менән сағыштырғанда был биш процентҡа күберәк.
       Төп фондтар яңыра, инженер коммуникациялары һәм ҡорамалдар алмаштырыла. Система ышаныслылығын юғалтмай. Йылдың һыуыҡ миҙгелдәрендә лә торлаҡ - коммуналь комплексының тотҡарлыҡһыҙ эшләүе быға иң яҡшы дәлил. Системала етди авариялар булғаны юҡ. Ә инде өҙөклөктәр килеп
       сыға ҡалһа, улар тиҙ арала юҡҡа сығарыла.
       Торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә тарифтар - халыҡ өсөн
       бөгөн иң ауыр һорауҙарҙың береһе. Сөнки был өлкәлә хаҡ
       күтәрелеүе айырыуса социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарҙың кеҫәһенә һуға. Әммә ғәҙеллек өсөн беҙҙең төбәктә үткәрелгән техник һәм хаҡтар сәйәсәтенең торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә тарифтарҙы Волга буйы һәм Урал федераль округтарында иң түбән кимәлдә һаҡлауға мөмкинселек биреүен
       билдәләргә кәрәк. Социаль тотороҡлоҡ өсөн был айырыуса
       мөһим.
       2006 йыл Башҡортостанда Төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителде, һәм ул тармаҡ алдында етди бурыстар ҡуя. Республиканы төҙөкләндереү һәр йорт, һәр ихатанан башлана, тимәк был һәр беребеҙҙең шәхси эше. Шуға күрә торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә халыҡ менән айырыуса тығыҙ эшләргә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
       Киләһе йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү сиктәрендә лә Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиеларына күп эш башҡарырға кәрәк буласаҡ. Етештереү һәм социаль тәғәйенләнештәге мөһим объекттар төҙөү менән бер рәттән торлаҡ - коммуналь комплекс
       объекттары ла сафҡа индереләсәк. Мортаза Рәхимов әйтеүенс ә, быйыл был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Уға Яңы - Балаҡатай, Мәсәғүт, Красная Горка район үҙәктәренд ә ҡаҙанлыҡтарҙы, Туймазыла - йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын, Стәрлетамаҡта - һыу менән тәьмин ителеш һәм канализацияны реконструкциялау үткәреләсәк. Октябрьский ҡалаһындағы һыу алыу ҡоролмаһын реконструкциялау дауам итә, Шаранда һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау тамамланыуға яҡынлаша.
       Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә лә яуаплы бурыстар тора. Халыҡты хеҙмәтләндереү күләме йылдан - йыл арта бара. Был өлкә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, көнкүреш сервисы бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ярайһы уҡ мауыҡтырғыс, ул
       яңы йүнәлештәрҙе әҙерлек менән ҡабул итә һәм клиенттың теләктәрен үтәү өсөн барыһын да эшләй. Хеҙмәтләндереү төрҙәре киңәйә, уларҙың сифаты яҡшыра. Республика халҡына
       2005 йылда күрһәтелгән көнкүреш хеҙмәтләндереүенең дөйөм күләме яҡынса 60 миллиард һумлыҡ баһалана. Тармаҡтың мөмкинселектәре ғәйәт ҙур. Көнкүреш сервисы һөҙөмтәле эшләй - килемһеҙ эшләүсе предприятиелар ҡалманы тип әйтерлек. Хәҙер инде Европа стандарттарына сығып, хеҙмәтләндереү культураһы менән шөғөлләнә башларға ла ваҡыт.
       Байрам кисәһенең иң күңелле өлөшө тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы булды. Иң лайыҡлыларға награданы Президент үҙе тапшырҙы.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал