6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
йондоҙҙар порталы

Сергей Селин ҡатынын Дукалистан көнләшә
20.03.06


       Күптәргә Толя Дукалис исеме аҫтында таныш булған Сергей Селин Өфөгә дүшәмбе көнө килде. Ә йәкшәмбе көнө ул Сакнт - Петербургта үҙенең тыуған көнөн билдәләне. Артисты ҡотларға 1800 тамашасы йыйылды!
       Башҡортостандың баш ҡалаһына Селинды ҡыҙыҡһыныу түгел, ә йәш һәм талантлы режиссер Булат Йосоповтың саҡырыуы килтергән. Ул бөгөн "Арҡайым серҙәре" сериалы өҫтөндә эшләй.
       - Уға тиклем Булат миңә бер минут тирәһе Арҡайым тураһын да һөйләне. Мин артыҡ уйлап тормайынса ризалаштым, сөнки билдәһеҙлеккә ҡағылыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята.
       Картинала Сергей Селин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыһы Виктор Зубров ролен башҡара. Үҙенең роле хаҡында ул журналистарға артыҡ бирелеп һөйләп торманы "Ҡарағыҙ, күрегеҙ... Унда беҙ бер аҙ йүгерешәбеҙ, һикерәбеҙ, бер аҙ яратабыҙ, эшләйбеҙ..." Уның ҡарауы Булат Йосоповтың командаһы хаҡында профессиональ һәм киләсәге өмөтлө тип белдерҙе.
       - Ижади осрашыуҙар менән беҙ Рәсәй һәм элекке Советтар Союзының 120 ҡалаһында булдыҡ. Әммә, ышанығыҙ, Мәскәү һәм Пе тербургтан башҡа мин "ВистаВижн" кеүек кинематография
       компанияһын күргәнем булманы. "Улар Мәскәү һәм Питер компанияларынан яҡшыраҡ тип әйтмәйем, әммә бер ҙә хөртөрәк т үгел. Егеттәр ысын кино төшөрә.
       Әйткәндәй, күп сериялы "Арҡайым серҙәре" нәфис фильмының г еройҙары экстремаль шарттарҙа эшләй. Бына бында Сергей Селиндың спорт менән шөғөлләнеүенең кәрәге тейә лә инде. Актер үҙе әйтеүенсә, йөҙөргә, хоккей уйнарға ярата. Тау саңғ ыһы менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ дуҫ түгел, "Арҡайым серҙә ре" фильмында ул ҡотҡарыусы булараҡ утта ла янырға, һыуҙа ла йөҙөргә тейеш, ә тау саңғыларында шыуыу тураһында әйтергә лә
       түгел. Әммә бында дублер ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килә.
       - Мин саңғыға баҫам, саңғы таяҡтарын ҡулыма алам, дублеры м иһә "Роза ветров" компанияһы директоры Николай Кочнев булды. Николай Алексеевич был етешһеҙлеккә сик ҡуйыу маҡсатында актерҙы йәкшәмбе көнө кайтсерфинг буйынса чемпионатҡа саҡыра.
       Сергей Селин үҙенең физик йәһәттән бына тигән формала булыуын "эмчеэсник" күлдәген күтәреп, мускулдары уйнап торға н кәүҙәһен күрһәтеп тә раҫланы. Һәм: "Һеҙ, әлбиттә, Селин үҙ енең ҡорһағын күрһәтте, тип яҙасаҡһығыҙ бит инде", - тип өҫт әп ҡуйҙы. Беҙ иһә уның был йәһәттән борсолмауын үтендек һәм өҫтәп, актерҙың диетаға ҡарашы нисек булыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
       Баҡһаң, Сергей Селин инде күп йылдар ит ашамай икән. Мотлаҡ рәүештә ураҙа тота. Мантыны ҡыҙыҡ өсөн тәмләп кенә ҡараған.
       - Үткән йылда 106 килограмм тартһам, бөгөн - 89, - ти ул.
       "Арҡайым серҙәрен" төшөргән ваҡытта актер төркөмдө үҙенең
       сихәтләндереү таланты менән ғәжәпкә ҡалдыра. Тамыҙғыс аҫтында ятҡан ҡыҙҙың башынан һыйпауы була, бер нисә минуттан уның ауыртыныуы һыпырып алғандай юҡҡа сыға.
       - Ундай һәләтем бармы икән, белмәйем. Әммә минең 24 ике туған ағай - апайҙарым бар, һәм уларҙың береһе ошондай һәләткә эйә. Күсәлер, күрәһең.
       - Тағы нимә ҡыҙыҡһындыра, һорағыҙ! Өйләнгәнменме Өйләнгәнмен. Ул - йорт хужабикәһе. Әле мин һеҙҙең һорауҙарға
       яуап биргәндә, ул пластик операция эшләтә. Улым - Прохор, 1 9 йәштә, политехник институтта белем ала. Һөйәркәләрем юҡ. Үҙемде йондоҙ тип һанамайым.
       Актер булырға бала саҡтан хыяландым. Уңыш 12 йыл элек "Улицы разбитых фонарей" фильмы менән бергә килде. "Сере нимәлә" - тип һораным мин Константин Эрнсттан. Ул беҙҙең илдә күптән инде "үҙебеҙҙең ихатала үҫкән малайҙарҙың" милли герой булғаны юҡ, тип яуап бирҙе. Шуға күрә беҙҙең менттар "любимчиктарға" әйләнде лә инде.
       Бында Дукалисты уйнарға теләмәүем арҡаһында килдем. Беҙ уларҙан арыныҡ. Ни тиһәң дә проектҡа 12 йыл бит инде! Тағы бер ун йыл төшһәк генерал - майорға барып етербеҙ, моғайын. Әммә барыһының да мине Толик тип атауынан туйҙым. Хатта ҡатыным да бер ваҡыт Толик тип ысҡындырҙы. Асыуландым, әлбиттә.
       Менттарҙы яратаммы Яратмайым. Сөнки уларҙың төрлөһө булһа - яҡшылары ла, насарҙары ла. Гаишниктарҙы Яратам. Һәм
       уларға һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырам: уларҙың эше нервы ҡаҡшатҡыс.
       - Актер ниндәй булырға тейеш
       - Изге күңелле, ярҙамсыл. Станиславский өйрәтеүенсә, кире ролдәрҙе уйнағанда беҙ изгелек, ыңғай геройҙа - кире һыҙатта р эҙләргә тейешбеҙ.
       Яратҡан кино актерҙары араһында Сергей Селин Евгений Леонов, Жан Габен, Анатолий Папанов, Евгений Евстигнеевты атаны.
       - Улар - оҫталар. Хәҙер бер каналдан икенсе каналға күсеп йөрөүсе бер үк йөҙҙәрҙе күрергә мөмкин. Әммә был уларҙың талантлы булыуын дәлилләмәй... Актерҙың йылына биштән артыҡ роле булыуы мөмкин түгел. Был инде халтура.
       "Арҡайым серҙәрендәге" ҡотҡарыусы нисегерәк Геройҙың Дукалис кеүек үк популяр булыуы мөмкинме
       - Минең Зубрым бер аҙ Дукалисҡа оҡшар тип хәүефләнәм. Был
       бит шулай уҡ таҙа ирҙәр тураһындағы тарих. Оҡшаһа ни Фильмда уның ҡатыны, әсәһе, ҡыҙы бар. Был - ғаилә тарихы.
       - Беҙҙең актерҙар хаҡында нимә әйтерһегеҙ
       - Маладистар! Яҡшы партнерҙар - һәр ваҡыт ҙур уңыш. Галин а Мидзяева оҡшаны, ә Гөлнара Фәрхиеваға мин ғашиҡ булдым тип
       әйтергә мөмкин.
       Кешеләрҙә Сергей Селин изгелекте өҫтөн күрә һәм ҡасандыр эшләнгән яуызлыҡ барыбер кире әйләнеп ҡайта тип иҫәпләй. Һәм
       тағы ла был имәндәй таҙа ир әкиәттәр ярата, бәхет ҡошона ышана.
       - Һәм һин уны ҡойроғонан эләктереп алаһың. Ваня дурак кеү ек бер ҡаурыйын ғына түгел, тотош ҡошто.
       - Ә һеҙ бәхет ҡошон тоттоғоҙмо
       - Тоттом. Ул минең яурыныма ултырҙы. Уның менән осрашыуға
       әҙер булырға кәрәк. Мин әҙер инем.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал