6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

"Туғанлыҡ" тейешле кимәлдә үтәсәк
20.03.06


       - 2006 йыл Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына
       инеүен билдәләүгә әҙерлек йәһәтенән хәл иткес осор буласаҡ. Пландың 78 пункты ошо мөһим ваҡиғаға арналған, уларҙың 31 - е - күмәк мәҙәни саралар. "Туғанлыҡ" төрки телле театрҙар фестивале был исемлектә иң мөһим урындарҙың береһен биләй. Ф естивалде үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының Ре спублика Йортонда үткән ултырышында БР Хөкүмәте Премьер - ми нистры Рафаэль Байдәүләтов ошо турала белдерҙе.
       "Туғанлыҡ" һүҙе фестивалдең тәғәйенләнешен тулыһынса асып
       бирә һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2006
       йылдың 11 - 20 сентябрендә үтәсәк Халыҡ - ара "Туғанлыҡ"
       фестивален әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған да инде.
       БР Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли
       сәйәсәт министры Илдус Илешев билдәләүенсә, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" фестивале 1991 йылда, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы инициативаһы буйынса, Ө фөлә "төрки донъяһына ҡараған республикалар һәм илдәрҙең тар ихи һәм мәҙәни - тел уртаҡлығы нигеҙендә юғары театр мәҙәниәтен, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡалыусы сәхнә сәнғәтенең сағыу һәм матур байрамы булараҡ" ойошторола. Акцияның маҡсаты ижади тәжрибәләре менән даими рәүештә уртаҡлашыу мөмкинселеге йәһәтенән сикләнгән төрлө республика театрҙарының үҙҙәрен берҙәм театр киңлегенең бер өлөшө итеп хис итә алыуы, "сәнғәт буйынса ағай - эне" сафында үҙҙәренең әһәмиәтле булыуын тойоуын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.
       - Әммә "Туғанлыҡ" фестиваленең байрам булыуҙан тыш көндәлек, мәшәҡәтле эш булыуын да билдәләргә кәрәк. Беҙ өс фестиваль үткәрҙек, дүртенсеһен дә тейешле кимәлдә үткәрергә
       планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Фестивалде ойоштороусы сифатында Рәсәй Федерацияһының Мәҙә ниәт һәм күмәк коммуникациялар министрлығы , Мәҙәниәт һәм ки нематография буйынса федераль агентлығы, ТЮРКСОЙ Халыҡ - ара ойошмаһы, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм
       милли сәйәсәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы сығыш яһай.
       Өфөгә фестивалгә әҙерлек барышында ҡатнашыу өсөн килгән М әҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Швыдкой үҙ сиратында ултырышта ҡатнашыусыларға йылы ҡаршылауҙары һәм "ошондай әһәмиәтле бер ләшмәлә һөйләшергә мөмкинселек биргәндәре" өсөн рәхмәт белде рҙе.
       - Рәсәй - үҙендә сағыштырмаса тыныслыҡ һәм татыулыҡта йәшәүсе күп төрлө халыҡтарҙы берләштереүсе уникаль цивилизация. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәй өсөн мөһим тәжрибәгә эйә, сөнки һеҙҙең республикала төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе, әммә күршеләрен хөрмәт итеүсе халыҡтар татыу йәшәй, - тип билдәләне Михаил Швыдкой. - Был йәһәттән "Туғанлыҡтың" әһәмиәте ҙур. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан был фестивалде Башҡортостан өсөн генә түгел, барлыҡ Рәсәй халҡы өсөн дә байрамға әйләндерергә тырышасаҡбыҙ. Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары Башҡортостанды бер яҡлы ғына һүрәтләй: беҙ яҡшы хәбәрҙәр тураһында онотоп, проблемалар хаҡында ғына һөйләшәбеҙ, республиканың ҡаҙаныштары тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Был етешһеҙлеккә сик ҡуйырға кәрәк. Президент Мортаза Рәхимов менән әңгәмә ваҡытында беҙ "Туғанлыҡ" фестивален йылына кәм тигәндә өс тапҡыр үткәрергә
       кәрәк, тигән фекергә килдек. Донъя контексында күп милләтле ил булараҡ Рәсәй образына һиҙелерлек йоғонто яһарға һәләтле
       был сараға беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал