6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Вундеркинд икәнеңде хәтереңә төшөр!
17.03.06


       Үтә лә талантлы кешеләр осрай, уларға тәбиғәт күп төрлө һәләттәр бирә, һәм күпте талап та итә, әлбиттә. Улар башҡа кешеләрҙән айырылып тора һәм һайлаған йүнәлештәрендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Йәштәштәре уларға ҡарап артыҡ хыялдар ҡормай: был бит уларҙың иҫ киткес эшһөйәрлегенән түгел, Хоҙа й биргән талантынан килә, йәнәһе. Шундай булып тыуған инде улар: һәр ваҡыт "бишле" билдәһе, профессураны үҙеңдең белем кимәлең менән шаҡ ҡатырыу, иң ҡурҡыныс имтихандарҙа ла һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлау, шул уҡ ваҡытта һәр бер нормаль студент кеүек лекцияларға йөрөмәү - былар барыһы ла ысын вундеркиндтарҙың ғына ҡулынан килә. Ундайҙар иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ...
       Искәндәр Шафиҡов был һүҙгә бала сағынан уҡ өйрәнгән. Ул малайҙы һәр урында оҙатып йөрөй. Быға асыуланырға йә көйөнөргә була, әлбиттә, тик унан бер нимә лә үҙгәрмәй шул. Шуға күрә тиҙҙән малай "вундеркинд" ҡушаматына тыныс ҡарай б ашлай.
       Бер йылда урта мәктәптең ике синыфы аша еңел "һикереүсе" 11 йәшлек өфөлө тураһында мәҡәләләр гәзиттәрҙә бер - бер артлы баҫылды: ""Беренсе синыфты тамамлау өсөн малайға ни бары бер ай кәрәк булды, ул иркен уҡый, яҙа, һанай белә. Йәш вундеркинд биш йәшенән инглиз телен өйрәнә һәм хәҙер ярайһы уҡ иркен аралаша. Атаһы Сәғит Шафиҡов Башҡорт дәүләт университетында инглиз телен өйрәтә. Атаһы уҡыусыларының эш дәфтәрҙәрен өйгә алып ҡайтҡан саҡта Искәндәр уларҙы тикшерергә ярҙам итә, студенттарҙың наҙанлығы уны хайран ҡалдыра".
       Бөгөн Искәндәргә 21 йәш, ул йәштәштәренән артыҡ бер нимә менән дә айырылып тормай. Берҙән - бер айырмаһы - егет өлгөрөп еткән, күпте күргән һәм оҙаҡ йәшәгән интеллектуалдар
       кеүек бик күпте белә. Хәйер, йәш һәм тормошҡа ғашиҡ вундеркиндтар әлегә йәшәүҙән арып өлгөрмәгән һәм элеккесә губка кеүек белем һеңдереүен дауам итә.
       Йәш вундеркиндтар өлкәнәйгәндә нимә кисерә Йылдар үткән һайын улар "уртасаға" әйләнә бара, ә мәктәптәге уңыштары һәм
       почет таҡтаһындағы фотолары аҡрынлап уңа тигән фекер йәшәй.
       Бында бер ни тиклем дөрөҫлөк барҙыр ҙа бәлки. Һәм эш баланы ң көндәрҙән бер көндө ирешелгәндә туҡтап ҡалыуында ла түгел. .. Ваҡыт үткән һайын уның уңыштарына барыһы ла өйрәнә һәм ул ар инде береһен дә ғәжәпләндермәй. Шулай булырға тейеш кеүек
       ҡабул ителә. Ул ғына ла түгел, бахырҙың йәмғиәт алдында яңы йөкдәмәләре барлыҡҡа килә! Олимпиада, конкурс, брифинг, митинг, конференция - ул барыһында ла ҡатнашырға һәм еңергә бурыслы. Вундеркиндҡа быны башҡарып сығыуы ҡыйын түгел, әлбиттә, әммә барыбер ялҡыта...
       Бына мәҫәлән, ике йыл элек Өфөләге Президент - отелдә иң яҡшы тикшеренеү эштәре өсөн студенттарҙы наградлау тантанаһы үтә һәм республика вуздарында филология өлкәһендә белем алыусы студенттарҙың туғыҙынсы ғилми эштәр конкурсында еңеүсе тип, тәбиғи, Искәндәр Шафиҡов иғлан ителә . Ә ике йылда диссертация яҡлау Ул быныһын да булдырасаҡ - башҡаса мөмкин түгел.
       Үткән йылда Искәндәр Башҡорт дәүләт университетын тамамланы, бөгөн ул аспирант, уҡыта, тәржемә эше менән шөғөлләнә, инглиз телендә шиғырҙар яҙа ( ошо көндәрҙә генә урта быуаттағы инглиз телендә Шекспир сонеттарын хәтерләткән
       шиғырҙарын тамамлаған), сит ил поэзия конкурстарында ҡатнаша, телде өйрәнеү өсөн студенттарҙы Англияға алып бара,
       үҙе етәксе сифатында сығыш яһай...
       Яҙмыш ҡушыуы буйынса бәләкәй сағынан уҡ Искәндәр сит телдәр менән мауығып китә һәм был йүнәлештә инде ул ҙур уңыштарға өлгәште. Инглиз теле уның өсөн - икенсе туған теле . Бынан тыш егет немец, француз, татар һәм, әлбиттә, урыҫ телендә һөйләшә белә. Кешенең таланттары күп тип иҫәпләй ул , бер аҙ тырышлыҡ, эшһөйәрлек һәм ныҡышмаллыҡ күрһәткәндә
       уларҙы үҫтерергә һәм күп нимәгә ирешергә мөмкин. Күптәр - "йоҡлаусы" вундеркиндтар. Ә "уртаса булыу" факторы субъектив
       әйбер һәм һәр кемде эләктерә ала. Иң мөһиме - үҙеңдең вундеркиндлығыңды ваҡытында иҫкә төшөрөү!..

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал