6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Башҡорт тоҡомло аҡбуҙатта яҡты киләсәккә табан
17.03.06


       Үткән йыл Рәсәй дәүләт аграр сәйәсәте өсөн һынылыш осоро булды. БР Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2005 йылға эш йомғаҡтары һәм 2006 й ылға бурыстар тураһында" киңәйтелгән кәңәшмәһендә ошо фекер төп теманы билдәләне. Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Р афаэль Байдәүләтов, республика райондарының хакимиәт
       башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.
       - Һуңғы йылдар эсендә ауыл хужалығы тәүге тапҡыр үҫештең
       өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә инде, - тип билдәләне үҙенең
       докладында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов. - Ауыл хужалығына идара итеүгә мөнәсәбәтте тамырынан үҙгәртеү талап ителә, шул саҡта ғына тармаҡҡа юғар ы технологиялы, конкурентлыҡҡа һәләтле һәм табышлы өлкә булыу мөмкинселеге биреләсәк, ауыл халҡын тотороҡло хеҙмәт
       хаҡы һәм лайыҡлы йәшәйеш кимәле менән тәьмин итергә
       мөмкин буласаҡ.
       2005 йылда ауыл хужалығының тулайым продукция күләме 62 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң алдынғы биш төбәге иҫәбенә инә. 2005 йылда йыйылған иген һәм май бирә торған культураларҙың тулайым күләме 3,3 миллион тоннанан артты, бы л республиканың игенселек төбәге булараҡ статусын раҫлай. Ик е миллион 83 мең тонна һөт, 382 мең тонна ит, бер миллиард 2 70 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Был республика халҡының аҙыҡ - түлеккә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Рәсәйҙең иң абруйлы "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан вәкилдәре тағы ла Ҙур кубокка эйә булды.
       - 800 миллион һумдан ашыу килем алынды, - тине Вәхитов, - уның төп өлөшө - 700 миллиондан ашыуы - үҫемлекселеккә тура килә. Иҡтисадты төп мәсьәлә итеп ҡуйғанда, килем күберәк тә була ала ине. Артабан ул бөтөнләй кире факттар килтерҙе. Мәҫәлән, республиканың төрлө райондарында бер центнер игендең хаҡы һиҙелерлек айырыла, был сәсеү майҙандарының структураһын билдәләгәндә иҡтисади һөҙөмтәлелектең иҫәпкә алынмауына дәлил. Бөтә райондарҙа ла сәсеү материалдары сифатын яҡшыртырға тырышалар, тип әйтеп булмай.
       Ошоға бәйле Вәхитов Ауыл хужалығы министрлығына элиталы орлоҡ алыуға бүленгән аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланырға һәм о ригиналь һәм элиталы орлоҡтарҙы таратыуҙы тәртипкә һалырға к әңәш итте. Шулай уҡ урындағы шарттарға һәм һауа шарттарына я раҡлашҡан юғары уңышлы сорттарҙы әүҙемерәк файҙаланырға
       кәрәк, тине ул.
       - Беҙгә ауыл хужалығы производствоһының иҡтисади моделен булдырырға кәрәк, уны айырым хужалыҡтарҙа тикшереп, һуңынан a`p{һына ла таратырға мөмкин. БР Фәндәр академияһына был эште үҙ ҡулдарына алырға кәрәк. Заманса шарттарҙа фәнни тәьмин ителеш һәм яңыса ҡараш булмаһа, тармаҡтың артабанғы
       үҫеше лә мөмкин түгел. Республикала әлегә тиклем агросәнәғә т комплексын мәғлүмәт - консультацион хеҙмәтләндереү системаһы булдырылмаған.
       Техник культураларға килгәндә, шәкәр сөгөлдөрөн етештереү күләмдәре арттырыла, көнбағыш орлоҡтары етерлек күләмдә йыйыла.
       Малсылыҡ тураһында һөйләгәндә, 2006 йыл башына республика буйынса эре һыйыр малының һаны 1,7 миллион баш, шул иҫәптән 670 мең һыйыр тәшкил итә, сусҡалар һаны - 53 мең баш . Ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр малсылыҡ йылды килем менән тамамланы ( 168 миллион һу м).
       - Бер һыйырҙан һауылған һөт 3 324 килограмм тәшкил итте, - ти Вәхитов. - Был һауын көтөүенең генетик мөмкинселектәрен яңыртыу һөҙөмтәһе. Республика бюджеты һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең үҙ средстволары иҫәбенә 2005 йылда ете мең баштан ашыу тоҡом малы һатып алынған. Малсылыҡ
       үҫешендә беҙ тоҡом хужалыҡтарына баҫым яһайбыҙ, бөгөн уларҙың һаны 112 - гә етте. Барыһы ла Рәсәй ауыл хужалығы
       министрлығы лицензияһына эйә һәм республика хужалыҡтарын тулы күләмдә йәш тоҡом малы менән тәьмин итергә бурыслы.
       Йылҡысылыҡ мөмкинселектәре лә элеккесә тулыһынса
       баһаланмай. Продуктлылыҡ менән бергә спорт йүнәлешен үҫтереү мөһим. Башҡорт аттарының яҡшы яҡтары күп, әммә уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн системалы селекция эше алып барырға кәрәк.
       Республикала милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә туғыҙ миллиард һумдан ашыу суммаға малсылыҡ буйынса 20 - нән ашыу ҙур инвестиция проекттары әҙерләнгән. Республика Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре хәл ителгән. РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм БР Хөкүмәте араһында өҫтөнлөклө проектты
       тормошҡа ашырыу буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылған.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләк белдереүселәрҙең барыһы ла федераль милли проектта ҡатнаша алманы. Шуға күрә беҙ агросәнәғәт комплексының үҫеше буйынса өҫтөнлөклө республика проекты әҙерләү маҡсатҡа ярашлы булыр, тип
       уйлайбыҙ.
       Был мәсьәлә буйынса Вәхитов БР етәкселегенән ярҙам һораны . Һәм шунда уҡ Башҡортостан Президентының ризалығын алды. Мортаза Рәхимов агросәнәғәт комплексындағы хәлдәрҙең барыһы тураһында ла тип әйтерлек хәбәрҙар ине, ул ултырышта күтәрелгән һорауҙарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм докладсыларҙың сығыштарына коментарийҙар бирҙе. Башлыса
       алғанда ул ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн район башлыҡтарының
       ҡаты позицияһы мотлаҡ, тип белдерҙе. Әммә уларҙың барыһы ла
       хужалыҡ итеүҙең яңы форма һәм алымдарын белергә һәм файҙаланырға тырыша тип әйтеүе ҡыйын.
       Инвестиция эшмәкәрлеге әүҙем үҫешә башланы - сәнәғәт предприятиелары, инвестицион һәм банк структуралары ауыл хужалығына аҡса индерә. Был мәсьәләлә Милли банкының роле айырыуса күҙгә ташлана.
       Ауылды техник ҡоралландырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлтелгән сәйәсәт үткәрелә, ул ауыл хужалығы техник базаһының даими рәүештә яңырып тороуына мөмкинселек бирә. Һуңғы йылдарҙа
       лизинг буйынса биш мең берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһы алынған. 2005 йылда республика бюджетынан ауыл үҫешенә 5,6 миллиард һум индерелгән. Һуңғы биш йылда бюджетҡа 3,3 миллиард һум кредиттар ҡайтарылған. Агросәнәғәт
       комплексы предприятиелары тарафынан бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға 5,8 миллиард һум күсерелгән.
       - Әлегә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен булып ҡалыуын дауам итә. Йыл башынан 17 муниципаль районда ауыл хужалығы идаралыҡтары бөтөрөлдө. Нәҡ ошо райондарҙа етештереүҙең
       түбәнәйеүе күҙәтелә. Ҡайһы бер урындарҙа ауыл хужалығы производствоһы менән шөғөлләнеүсе экономист һәм бухгалтер вазифалары ҡыҫҡартылған. Һигеҙ районда экономист, ете районда - бухгалтер юҡ. Был район етәкселәре нисек итеп иҡтисадты үҫтерергә ниәтләйҙер, миңә аңлашылмай! - тип ҡәтғи
       рәүештә белдерҙе Вәхитов.
       Ауылдың социаль үҫеше программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған агросәнәғәт комплексы үҫеше буйынса милли проект й әш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеүҙе үҙ эсенә ала. Алдағы ике йылда мең ярым тирәһе йәш белгес һәм уларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла.
       Һүҙен тамамлап, Премьер - министр урынбаҫары июль айында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үтәсәген, уға айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләп үтте. Был ҙур күләмле са ра бөгөнгө ауыл иҡтисадын ентекле анализларға, резервтарҙы асыҡларға һәм аграр секторҙың артабанғы үҫеш юлын билдәләргә мөмкинселек бирәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал