6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Республиканың бала табыу йорттары халыҡ - ара статус алды
04.12.03


       Ноябрҙең һуңғы көнөндә Әсәләр көнө билдәләнде. Ошо байрам ға бәйле, "Башинформ" агентлығында БР Һаулыҡ һаҡлау министры ның әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса урынбаҫары Сәлиә Мы рҙабаева ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Һүҙ баш лыса бала табырға ярҙам итеү учреждениелары (ҡатын - ҡыҙҙар консультациялары, бала табыу йорттары) һәм балаларҙы дауал ау учреждениелары хаҡында барҙы.
       -- Әсәлек һәм балалыҡ төшөнсәләрен айырып ҡарарға ярамай.
       Ҡатын - ҡыҙ тураһында хәстәрлек күреү -- иң башта киләсәкте
       ҡайғыртыу ул, -- тип башланы сығышын Сәлиә Шәрифйәновна. -- Һуңғы бер инсә йылда ғына республикала дүрт яңы балалар шифа ханаһы асылды, икәүһендә ремонт эштәре башҡарылды, Стәрлетам аҡта балалар поликлиникаһы эшләй башланы. Шунда уҡ бала табы у йорто ла төҙөлә. Тиҙҙән бала табыу йорто Учалы һәм Ишембай
       ҡалаларында ла асыласаҡ. 2004 йылда Белорет һәм Нефтекамала
       бала табыу йорттары төҙөлә башлаясаҡ.
       Республиканың бала табыу йортары хаҡында һүҙҙе дауам итеп
       уларҙың һигеҙе Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эксперт
       комиссияһы аттестацияһын үтеүен билдәләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә
       уларға халыҡ - ара статус бирелде.
       Артабан министр урынбаҫары республиканың бала табыу йортт арынада планлаштырған яңылыҡтар менән бүлеште.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал