6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Паралимпия уңыштары
16.03.06


       Туринда Паралимпия уйындары тулы көсөнә бара. Рәсәйҙең
       йыйылма командаһы бөгөнгө көнгә миҙалдар буйынса беренсе урын биләй ( әлеге ваҡытҡа ете алтын, ете көмөш һәм биш бронза миҙалыбыҙ бар). Был 19 миҙалдың бишеһе Башҡортостан ө сөн сығыш яһаусы атлеттарҙа.
       Уйындарҙың дүртенсе көнө яҡташтарыбыҙ өсөн айырыуса уңышлы булды. Был көндә өс награда яуланды - ике "алтын" һәм
       бер "бронза" миҙал. Насар күреүселәр араһында 7,5 километрғ а биатлон ярыштарында Ирек Маннанов икенсе миҙалын ( был юлы
       алтын) алды. Көмөш призер - украин егете Виталий Лукьяненко еңеүсенән бер минут һәм өс секундҡа арттараҡ ҡалып килде.
       Хәрәкәт итеү аппараты зыян күргән биатлонсылар араһында 7 ,5 километрға уҙышта Рөстәм Ғарифуллинға етеүсе булманы. Ул үҙен эҙәрлекләүсе Йозеф Гиесендан бер секундҡа алдараҡ килде . Ғарифуллин уйындарҙың икенсе алтынын яуланы - беренсеһе 12, 5 километрға уҙышта булғайны.
       Шул уҡ арауыҡта күҙҙәре насар күреүсе ҡатын - ҡыҙҙар араһында өфөлө Эльвира Ибраһимова бронза миҙал яуланы. Японка Миюки Кобаяшиға ул ни бары ундан бер секундҡа ғына биреште. Еңеүсе исеменә немка Верена Бентеле лайыҡ булды.
       Биатлонсыларҙың ярыштары тамамланды. Әммә башҡорт атлеттарының саңғы ярыштарында үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинселеге бар әле. Кисә күҙҙәре насар күреүселәр араһында
       10 километрға стартта өфөлө Виктория Чернова ҡатнашты, ә Күмертауҙан Владимир Казаков хәрәкәт итеү аппараты зыян күргән спортсылар араһында еңеү өсөн көрәште.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал