6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Фәғилә Каждандың йыл миҙгелдәре
16.03.06


       Тормошто уның күп төрлөлөгөндә ҡабул итә белеүсе кешеләр һоҡландыра. Улар бер нимәлә генә туҡтап ҡалмай. Һәм, кәрәк була ҡалһа, һәр ваҡыт күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Фәғилә Каждан - ошондай кешеләр категорияһынан. Пенсияға тиклем ул үҙен провизор һөнәренә бағышлай, ә бөгөн иһә "акварель" пейзаждар ижад итә.
       Уның эштәрен ысынлап та акварель полотно тип ҡабул итергә
       мөмкин. Ысынында улар акварель түгел, ә туҡыма, ептәр һәм елем ҡулланып эшләнгән, бындай технология бәлки донъяла берәү генәлер. Бына ошо өлкәлә Фәғилә Каждандың таланты, уның зауығы, сама белеүе, нәзәкәтлеге, эшһөйәрлеге күренә лә
       инде.
       Ул йылдың барлыҡ миҙгелдәре тураһында поэма ижад иткән. Көҙ алтын япраҡтар ямғырын ҡоя, зәп - зәңгәр күк йөҙө фонынд а сыуаҡ йәй ҡояшына ҡарап көнбағыштар, бәпембәләр, мәк сәскәләре йылмая. Ҡыш - батшабикә әкиәти биҙәктәре һәм ағастарҙағы йомшаҡ бәҫе менән әсир итә. Рәссам әҫәрендә яҙ боҙбармаҡтарҙы иретә, тәбиғәткә ғүмер бүләк итә... Күҙҙәрҙе сағылдырып ҡояш батыуы, күңелдәрҙе иләҫләтеп таң атыуы - һәм
       быларҙың барыһын да республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында күрергә мөмкин. Бында Фәғилә Каждандың алтмыш тирәһе хеҙмәте йыйылған, ә ун йыл эсендә уларҙың һаны
       300 - гә еткән.
       Был сәнғәт өлгөләре өҫтөндә эш төрлөсә дауам итә, береһе ике көн эсендә тамамланһа, икенсеһенең өҫтөндә икешәр ай ултырырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, рәссамдың
       түҙемлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Сөнки туҡыманы ептәргә һүтеү генә етмәй, уларҙы төҫтәре буйынса һайлап һүрә т итеп йәбештерергә лә кәрәк бит. Бер һүҙ менән әйткәндә, Фәғилә Каждан - ысын мәғәнәһендә алтын ҡуллы оҫтабикә!
       Әйткәндәй, үҙендәге рәссам талантын асырға Фәғилә Ғәзизулл а ҡыҙына художество мәктәбендә уҡыусы ейәне ярҙам итә. Башта
       ҡатын туҡыма киҫәктәренән аппликациялар эшләй, һуңынан инде
       үҙенең уникаль "акварель" мөғжизәһенә аса.
       Күргәҙмәгә килеүселәр араһында үҙенең бүлмәһен ебәк ҡорамалар менән биҙәргә теләүселәр етерлек булды. Әммә рәссам үҙ эштәренең күбеһен бүләк итеп таратыу сәбәпле, ҡалған шедеврҙарынан айырылыуҙан баш тартты. Матурлыҡтың баһаһын белеүселәргә иһә киләһе күргәҙмәне көтөргә ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал