6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Фатир мәсьәләһен предприятиелар хәл итәсәк
16.03.06


       Әгәр ҙә проблема урынына ҡуҙғалмаһа, фатир мәсьәләһе мәскәүҙәрҙе генә түгел, барлыҡ Рәсәй халҡына йүнләп йәшәргә
       ирек бирмәйәсәк. Ошоно аңлап, власть органдары рәсәйлеләрҙең фатир мәсьәләһен әүҙем хәл итергә тотондо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" милли проекты дөйөм дәүләт кимәлендә әлегә бары тик ҡағыҙҙа ғына хәл ителә, торлаҡты быйыл уҡ арзанайта һәм һәр кем ала алырлыҡ итеү йәһәтенән аныҡ ҡына ҡарарҙар юҡ. Ипотека кредиты буйынса процент ставкаларын кәметеү тейешле һөҙөмтә бирмәне, киреһенсә, торлаҡ хаҡында негатив сағылыш
       тапты. Башҡортостанда ғына һуңғы ике йылда ипотека кредитын
       һәр кем ала алыуы торлаҡҡа хаҡтың ике тапҡыр артыуына килтерҙе.
       Иң аҡыллыһы - яңы торлаҡ төҙөү, сөнки юғары хаҡтар күсемһ еҙ милек баҙарында тәҡдимдәр һанының аҙ булыуы менән аңлатыла. Әммә үткән йылда торлаҡ ҡануниәтендәге үҙгәрештәр төҙөлөш күләмдәренең ҡыҫҡарыуына килтерҙе. "Дольщиктарҙың" х оҡуғын яҡлау маҡсаты менән закон сығарыусылар төҙөүселәр өсөн шундай ҡаты ҡағиҙәләр һәм штраф санкциялары сығарҙы,
       хатта һуңғылары үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтатып торорға мәжбүр булды.
       Шулай булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡҡа килгән хәлдән сығыу юлы бар. Мәҫәлән, Башҡортостан милли торлаҡ проекты буйынса
       үҙ программаһын булдырҙы. Хөкүмәт кимәлендә кешеләргә үҙҙәре тир түккән предприятиелары ярҙам итергә тейеш, тигән
       ҡарарға киленде. Был программаны БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды ә ҙерләй һәм тормошҡа ашыра. Уның асылы ябай ғына - предприятиеларға йыл әйләнешенең бер процентын торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтергә тәҡдим ителә. Схема түбәндәгесә - предприятие Фондҡа билдәле сумма күсерә, был аҡсаға торлаҡ төҙөлә, артабан фатирҙар хеҙмәткәрҙәргә һатып бирелә, ә фатир хаҡының 20 процентын предприятие үҙе түләй.
       Был практиканың яңылыҡ булмауын әйтергә кәрәк. Үткән быуаттың 80 - се йылдар аҙағында торлаҡ төҙөлөшөнә йәлеп ителеүсе средстволарҙың 75 процентын предприятиелар инвестицияһы тәшкил итә ине. Бөгөн уларҙың өлөшө - ни бары биш процент. Шул уҡ ваҡытта республикала бөгөн 193 мең ғаилә
       торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә тора, һәм уларҙың күпселек өлөшө ипотека программалары
       буйынса торлаҡ һатып алыуға һәләтле түгел - тәүге взносҡа а ҡса юҡ, ә банкынан етерлек күләмдә кредит алыу өсөн эш хаҡы артыҡ юғары түгел. Предприятиелар нәҡ ошо категорияға ярҙам
       күрһәтергә тейеш тә инде.
       2004 йылда БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу программаһын тормошҡа ашырыу эшенә тотондо. Был хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итеү йәһәтенән
       икенсерәк, әммә шулай уҡ көслө вариант. Программа предприятиеларға мәсьәләнең финанс яғы тураһында артыҡ борсолмайынса үҙ хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ алырға ярҙам итергә мөмкинселек бирә. Һәр хеҙмәткәр буйынса торлаҡ өсөн түләнгән
       өлөштөң күләме, средствоны ҡайтарыу ваҡыты, займ буйынса проценттар һәм түләп бөтөү ваҡытын предприятие үҙаллы билдәләй. Предприятие хеҙмәткәре иһә тәүге взнос сифатында үҙенең аҡсаһын индерә ( ун проценттан башлап). Торлаҡҡа түлә ү процесында предприятие хеҙмәткәргә күрһәтелгән ярҙамдың
       күләмен һәм шарттарын яңынан ҡарарға хоҡуҡлы. Фонд, үҙ сиратында, предприятие хеҙмәткәренә торлаҡ өсөн түләүҙең ҡалған өлөшөнә ( фатир хаҡының 40 процентынан да артыҡ түгел ) йылына һигеҙ процент менән биш йылға заем бирә. Предприятие һәм Фонд араһында үҙ - ара мөнәсәбәт хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә төҙөлә, уның буйынса торлаҡ һатып алыу, фатир һайлау, документтар менән эш итеү, түләүҙәрҙе иҫәпләү, предприятиеға средстволарҙы ҡайтарыуға бәйле барлыҡ эштәр Фонд тарафынан түләүһеҙ башҡарыла.
       Фонд тарафынан инвестицияланған, ике йыл дауамында
       файҙаланыуға тапшырылырға тейешле, әлеге ваҡытта төҙөлөш стадияһындағы йәки файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ объекттары тәҡдимгә индерелә. Төҙөлөштөң үҙҡиммәте артҡан
       осраҡта өҫтәмә сығымдар ҡатнашыусы яҡтарҙың өлөшө буйынса т игеҙ бүленә.
       Был ысулдың уңайлылығы күренеп тора. Хеҙмәткәр тәүге взносын түләгәндән һуң йыл - ярым - ике йылдан яңы йортҡа кү сә, һәм Фондтан йылына һигеҙ процент меәнн заем ала.
       Әлеге ваҡытта Фонд 20 ҡалала һәм республиканың барлыҡ
       райондарында торлаҡ йорттар төҙөү һәм финанслауҙы тормошҡа ашыра.
       Предприятие ярҙам итә алмаған йәки әҙер булмаған кешеләрг ә лә Фонд торлаҡ проблемаларын хәл итергә ярҙамлаша. Башлыса
       алғанда, ипотекалы торлаҡ кредиты федераль агентлығы стандарттары буйынса ипотекалы кредиттың классик схемаһын тормошҡа ашырыуға әҙерлек менән бер рәттән ул халыҡҡа фонд средстволары иҫәбенә йылына һигеҙ процент ставка менән файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ һатып алыуға ипотекалы торлаҡ займдары биреү буйынса эшмәкәрлеген башланы. Фонд кредит учреждениеларын йәлеп итмәйенсә, үҙ әйләнеш средстволары иҫәбенә займ бирә. Был социаль ипотека тип атала.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Фонд ҡулдан килгәнсә ярҙам итербе ҙ тип вәғәҙә итә. Хәҙер инде предприятиеларға ҡәнәғәт хеҙмәт кәр - яҡшы хеҙмәткәр булыуын аңларға кәрәк. Ә бөгөн нисек ит еп баш өҫтөндә түбәле булыу тураһында борсолмаған кеше генә ҡәнәғәт икәнлеге һәр кемгә мәғлүм.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал