6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Архитектураның төп йүнәлеше - тәбиғәткә яҡын булыу
15.03.06


       Өфө Рәсәйҙең япон архитекторҙары менән хеҙмәттәшлек итеү се тәүге ҡалаларының береһе исеменә дәғүә итә. "Башинформ"
       агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала
       барҙы. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөүсе
       Халыҡтар Дуҫлығы йортон һәм "Аҡбуҙат" ипподромын япон
       архитекторы Киоказу Араи һәм инде һигеҙ йыл дауамында Японияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Ришат Муллагилдин проектланы.
       Улар икеһе лә матбуғат конференцияһында ҡатнашты һәм был объекттарҙың төҙөлөшө һәм Өфөнөң дөйөм архитектураһы тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
       - Бөтә донъяға билдәле архитектор Киоказу Араины был объекттарҙы проектлауға йәлеп итеүгә Башҡортостандың 2007 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеш буйынса федераль
       программаһы булышлыҡ итте, - тине Ришат Муллагилдин. - Уникаль ҡоролмалар төҙөргә мөмкинселек биргән яҡшы средстволар бүленде. Халыҡтар Дуҫлығы йорто көндән - көн үҫә . Барлыҡҡа килгән һорауҙар буйынса оператив кәңәшмәләр үткәрелә, конструкторҙар, архитекторҙар, төҙөүселәр йыйыла. Төҙөлөштөң ҡышын башҡарылыуын иҫәптә тотоп, барлыҡ конструкцияларҙың ныҡлығына иғтибар бирелә.
       Ипподромды төҙөү бер аҙ һуңлап башланды. Замандың ипподромдар төҙөү эше алға атлай, шуға күрә проект авторҙары
       башта донъяның иң яҡшы ипподромдарында булып ҡайтты.
       - Токиола дүрт ипподром һәм уның иң бәләкәйе беҙҙекенән дүрт тапҡыр ҙурыраҡ, - ти Муллагилдин. - Унда ипподромдар төҙөү эше донъяла иң һөҙөмтәлеләрҙән һанала. Тимәк япон тәжрибәһе архитектура һәм заманса технологиялар күҙлегенән дә, менеджмент йәһәтенән дә беҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ.
       Киоказу Араи үҙенең телмәрен көнсығыш йолаларына ярашлы хужаларға ихтирам белдереп төҙөй. Ул Японияның утрауҙар дәүләте булыуы, шуға күрә утрау халҡында нимә бар, барыһы ла
       ситтән килтерелеүе, һуңынан эшкәртелеүен хәтергә төшөрҙө. Япон архитекторҙары совет архитекторҙарынан өйрәнде, ти ул.
       - Лазарь Лисицкий һәм Владимир Татлин беҙҙең уҡытыусылар
       булды, - тип билдәләне Араи, - һәм беҙҙең бер нимәбеҙ ҙә булмағанлыҡтан, бөгөн Япония архитектура, иҡтисад һәм башҡа бик күп өлкәлә лидерҙарҙың береһенә әйләнде. Беҙ башҡа илдәрҙән өйрәндек. Мин әле лә Ҡытайҙа, Америкала булам. Беҙҙең ваҡытта был ҡатмарлы түгел, аралар ҡыҫҡара. Хатта бер
       - береңдән алыҫ булып та хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Һәм ми н Токиола йәки Киотола үҙемдең оҫтаханаларымдан тороп Өфө менән дә эшләй алам.
       Акаи ике тел - япон һәм инглиз телен белә, һәм өсөнсө өйрәнгән теле - урыҫ теле булыр тип ышана.
       Дуҫлыҡ Йортон төҙөүҙән тыш япон архитекторҙары Өфө ярымутрауының көньяҡ битләүен биҙәйәсәк. Был проект билдәле b`:{rr`p менән сикләнмәй, шуға күрә ул байтаҡ дауам итәсәк.
       - Көньяҡ тау битләүе кеүек доминантаны табыуы ҡыйын, - ти Араи, - шуға күрә беҙ уның бер нисә тиҫтә йыл дауамында үҫеш
       проектын тәҡдим иттек. Хатта беҙ инде булмағанда ла ул гармониялы үҫеүен дауам итһен өсөн.
       - Көньяҡ битләүҙең үҫеш концепцияһына донъяның архитектур а йондоҙҙарын йәлеп итеү һалынған, - тип фекерҙе дауам итә Муллагилдин, - әгәр ҡалала донъя йондоҙҙары ( япондар ғына түгел, башҡа илдәрҙән дә) тарафынан төҙөлгән тиҫтәләгән "әҫә р" булһа, Өфө тураһында бар донъя беләсәк. Дөрөҫ, программа буйынса бүленгән средствоны республика эсендә лә тотонорға була, әммә был турала телевизорҙан ике тапҡыр күрһәтәсәктәр
       ҙә онотасаҡтар. Ә инде ҡалала донъяның арҙаҡлы кешеләре эшләй икән, уларға ҡарап урындағы йондоҙҙар ҙа тоҡанасаҡ. Бына бөгөн дә мин Өфөнөң йәш архитекторҙарына уларҙың Японияла стажировка үтәсәге тураһында әйттем. Улар өсөн был бик ҙур этәргес булып тора.
       Араи һәм Муллагилдин бер тауыштан көньяҡ битләүҙең уникал ь урын булыуы һәм унда мөмкин тиклем аҙыраҡ төҙөргә кәрәклег е хаҡында әйтте. Заман архитектураһының төп тенденцияларының
       береһе - тәбиғәткә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булыу. Архитектур а битләүгә аҡрынлап, гармониялы һәм "әҙәпле" инергә тейеш.
       Әммә ҡышын битләү яланғас һәм бойоҡ күренә, шуға күрә унд а мәңге йәшел үҫемлектәр ултыртырға ҡарар ителде. Сәскә атыу ваҡыты апрелдә башланып, аҡрынлап үҙенең төҫтәр гаммаһын үҙгәртәсәк, тип планлаштырыла.
       Өфөнөң тотош үҫешенә килгәндә, Араи әфәнде һәр ҡала контексына ярашлы үҫешергә тейеш, тип белдерҙе.
       - Ҡалаңды иғтибар менән өйрәнергә кәрәк, - тип кәңәш итте
       ул. - Өфөлә йәшеллек етерлек, хәҙер инфраструктураны, транспортты камиллаштырырға кәрәк. Иң мөһим һорауҙарҙың береһе - төбәктәр менән бәйләнеш. Токиоға тиклем чартер рейстары булдырыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. География күҙлегенән сығып ҡараһаң, Өфө - Урал тауҙары, Азияның ҡапҡаһы, әммә бынапарадокс - Япониянан Өфөгә килер өсөн башта Мәскәүгә барып етеп кире әйләнергә тура килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал