6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Артистар туйғансы шаярҙы
15.03.06


       Сәхнәлә джаз фестивалендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла пәй ҙә булды - бөгөн фестивалдең һуңғы көнө. Уларға инде үҙҙәрен ең ни тиклем талантлы булыуҙарын күрһәтергә, тамашасыларҙы яуларға кәрәкмәй, улар быны тәүге ике көндә эшләне. Һәм бөгө н улар рәхәтләнеп... шаярҙылар. Талантлы рәүештә шаярҙылар, тип әйтергә мөмкин, сөнки быны иң юғары класлы музыканттар ғ ына эшләй ала.
       Пианист Леонид Винцкевич концерт барышында илһамланып китеп ултырғыс менән сәхнәгә шаҡылдатты, йырсы Ирина Родилес - Пасевич бейергә тотондо. Степты уның айырыуса матур башҡарыуын әйтергә кәрәк, предметтар төрлө яҡҡа осһа
       ни була! Бынан джаз ота ғына. Ә инде уның хисле тауышынан
       зал йә тынып ҡала, йә "браво" ҡысҡырып алҡышлай башлай.
       Фестивалдең өсөнсө көнө - иң яуаплыһы. Был яҡшы итеп әҙерләнгән музыкаль "па"ларҙың сағылышы, композицияларҙың яб айҙан ҡатмарлаша барыуы, башҡарыусыларҙың яңғырауыҡлы исемдәре генә түгел, ғөмүмән, был фестиваль сюрприздар, көтөлмәгән осраҡтар, еңел шаярыуҙарҙы ярата. Бына быныһы бөгөн артығы менән булды тип әйтергә кәрәк. Данлыҡлы Геннадий Гольштейндың уҡыусыһы, саксофонсы Алексей Поповтың квартеты фестивалдең һуңғы көнөнөң ысын асышы булды.
       Саксофон үҙенсәлекле ҡорал. Диңгеҙ ҡабырсаҡтары геүләүенә
       лә оҡшата, ғазапланыусы йән кеүек тә йырлай ала ул... Һәм ҡапыл донъяның барлыҡ телдәрендә һөйләшә башлай! Егерме беренсе быуат башында замандың иң алдынғы өс саксофонсыһы ис емлегенә ингән Алексей Поповтың ҡулдарында барыһы ла булырға мөмкин. Уның уйнауы техник камиллығы һәм ҡеүәтле энергетикаһы менән айырылып тора.
       Джаз музыканты булараҡ биографияһын Алексей Мәскәүҙә, тимер юл ғәскәрҙәренең биг - бэнд төркөмөндә башлай, һуңыраҡ
       "Заповедник" төркөмөндә, артабан Илдар Ҡазыханов ансамблендә уйнай. Бөгөн Алексей Рәсәйҙә ике проект - хард - боп башҡарыусы "Four&More" квартеты һәм урыҫ йырсыһы Лера Ге рхнер менән бергә "Леар һәм уның дуҫтары" төркөмө - авторы. Леонид Винцкевич триоһы, Ирина Родилес - Пасевич, Анна Королева квартеты, Даниил Крамер триоһы, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада - джаз оркестры... Фестивалде ойошто роусы Даниил Крамер башҡарыусыларҙы һәм композиция исемдәрен атап арыны.
       Әйткәндәй, өфөлөләрҙең "юғары джаз белемен" маҡтаусы
       Леонид Винцкевич "Дүрт - биш" композицияһын башҡарырға
       тәҡдим итте, уны башҡарыуҙа тыңлаусылар ҙа ҡатнашырға тейеш.
       - Әгәр бишкә тиклем һанай белһәгеҙ, башланыҡ. Һеҙҙән иң мөһиме дүрт - биш иҫәбенә ҡул сабыу һәм ритмдан тайпылмау талап ителә...
       Джаз фестивале алдан уйланғанса, иң юғары кимәлдә үтте.
       Алынған тәьҫораттар киләһе сараға тиклем етер, тип ышанғы килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал