6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уйынға ла закон бар
15.03.06


       Республика Дәүләт Йыйылышының алда торған сессияһында тө п ваҡиға булып "ҡомарлы уйындар бизнесына хөкөм сығарыу" торасаҡ. Беренсенән, йәмғиәттең кәйефен күҙәтеп барыусы депутаттар йәмғиәтебеҙҙең еңел табыш вирусы менән зарарланыуына риза түгел. Икенсенән, уйын манияһы янау формаһын ала бара һәм енәйәт күренештәренең артыуына килтерә, был балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла күҙәтелә.
       "Башҡортостан Республикаһында уйын бизнесы өлкәһендә айырым мәсьәләләрҙе көйләү тураһында" закон проекты төбәк хоҡуҡи инициативалар эстафетаһын дауам итә. Был йәһәттән уйын бизнесы өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләгән федераль закон юҡ. Ә нәҡ ҡомарлы уйын залдарының криминаль
       элементтарҙы йәлеп итеүе һәм йәмғиәтте тарҡатыуы сер түгел.
       Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса парламент комитеты башлығы Наил Ҡотлогилдин әйтеүенсә, закон проектын әҙерләү буйынса эшсе
       төркөмгә республиканың хөкүмәт, һалым йыйыу органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, муниципалитет вәкилдәре, шулай уҡ "уйын" эшҡыуарҙары үҙҙәре лә инә. Бәхәстәр етерлек булды,
       әммә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың был мәсьәлә буйынса фекере билдәле һәм ҡәтғи. Һөҙөмтәлә закон
       2007 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк, әммә йыл дауамында уның күсеү ваҡыты һаҡланасаҡ.
       Депутаттар күҙаллауынса, Өфөлә генә 78 ҡомарлы уйындар
       йортоноң өстән бер өлөшө бизнестың яңы талаптары һәм шарттарына яуап бирә ала - тимәк улар 2007 йылда ла эшләйәсә к. 2008 йылдан башлап республикала яҡынса биш махсус зона барлыҡҡа киләсәк - ул ҡала округтарынан ситтә булыр, тип күҙаллана.
       Ҡатымы Һис һүҙһеҙ, эйе. Һәр хәлдә, парламентарийҙарҙың
       фекер йүнәлештәренә ҡарағанда, республика хатта йыл да уйын
       залдарынан килгән ярты миллиард һум һалым килеменән дә баш тартырға әҙер. Уйын бизнесына талаптарҙы арттырыу йәһәтенән
       Рәсәйҙең башҡа күп кенә төбәктәренең дә ошо йүнәлештә
       атлауы билдәле. Мәҫәлән, Татарстан парламентында бөтә төбәккә ни бары ике махсус зона булдырыу тураһында закон
       проекты ҡарала. Уйын мөмкинселектәрен ҡыҫҡартыу юлы менән " игроманияны" сикләү ваҡыты һәм шарттары хаҡында ҡыҙыу бәхәстәр көтөлөүе аңлашыла. "Был закон социаль өмөттәрҙең ҙур запасын үҙ эсенә ала, шуға күрә уны йәмғиәт талаптарына тап килтерергә кәрәк", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
       Өсөнсө аҙаҡҡы уҡыуҙа депутаттар ун закон проекты ҡабул итергә әҙерләнә. Республиканың "Мәғариф тураһында" законына төҙәтмәләр индереүҙе айырып әйтергә мөмкин, уның буйынса ссуз уҡыусыларына түләнгән стипендия күләме 140 һумдан 210 һумға тиклем күтәреү ҡарала.
       Төп уҡыуҙарға 12 закон проекты сығарыла, уларҙың һәр береһенә был ваҡытҡа биш - алты төҙәтмә өҫтәлде. Үҙгәрештәр 29 законға һәм дүрт кодексҡа ҡағыла, һәм улар "башҡарма властың федераль органдары, Рәсәй Федерацияһының башҡарма вл асть субъекттары органдары һәм урындағы үҙидара органдары ар аһында вәкәләттәрҙе бүлешеүҙе артабан да камиллаштырыуға" йү нәлтелгән. Төбәктә иһә республиканың 35 хоҡуҡи актына
       үҙгәрештәр индереү талап ителә, тип билдәләне Константин Толкачев. Һәм парламентарийҙарҙың әйтелгән йүнәлештәге эше б ының менән генә тамамланмай, республиканың бөгөн эшләүсе тиҫтәләгән закондарына ла төҙәтмәләр индерергә тура киләсәк.
       Буласаҡ сессияның тәүге концептуаль уҡыуына индерелгән
       закон проекттары исемлеге быға дәлил. Барлығы 11 закон проекты, улар араһында "БР дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында", "Ветеринария тураһында", "Мәғариф тураһнда", "Мәҙәниәт тураһында" һәм "Физик культура һәм спорт тураһында" закондарға үҙгәрештәр индереү ҡарала.
       Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Рафаил Мирсаев инициативаһы буйынса р еспублика парламенты РФ Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Президентына мөрәжәғәт ҡабул итергә булды. Депутаттарҙың
       фекеренсә, мәктәптәрҙә уҡытылған предметтар исемлегендә "дин нигеҙҙәре" барлыҡҡа килеүе уҡыу кластарында берҙән - бе р дин ғилемен бер яҡлы ғына өйрәтеүгә ҡайтып ҡалыу хәүефен
       тыуҙыра.
       Һәм ултырыш аҙағында йола буйынса парламентарийҙар осрашыу ваҡытын билдәләне: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың 33 - сө пленар ултырышы 23 мартта, сәғәт 10. 00 - дә башланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал