6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хәрби күнекмәләр стартҡа баҫты
15.03.06


       Команда - штаб мобилизация күнекмәләре Башҡортостанда тулыһынса үҙ көсөнә инде - запастағы рядовой һәм сержанттар
       Әлкә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ғәскәр частарында урынлашҡан лагерҙарға йыйылды. Ошо көндәрҙә Республика Йортонда үткән к әңәшмәлә был күнекмәләрҙе үткәреү өсөн яуаплы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм Волга буйы - Урал хәрби округы штабы
       начальнигы Сергей Макаров алдында отчет бирҙе. Уҡыуҙар һуңғыһының етәкселегендә үтәсәк.
       - Һуғыш хәүефе барлыҡҡа килеү осрағында республиканың башҡарма власы, урындағы үҙидара органдары һәм хәрби идаралыҡтың үҙ - ара бәйләнешле хәрәкәтен булдырыу - үткәрелгән күнекмәләрҙең төп бурыстарының береһе, - тип һүҙ башланы Рафаэль Байдәүләтов.
       - Республикала бындай күнекмәләр 1980 йылдан башлап үткәрелгәне юҡ, уларҙың төп маҡсаты - иҡтисадты һәм хәрби
       частарҙы хәрби режимға күсереү өсөн белемде камиллаштырыу
       , был тыштан хәүеф булған осраҡта үҙ дәүләтебеҙҙе һаҡлай ал ыу өсөн эшләнә, - тип билдәләне Сергей Макаров.
       - Күнекмәләрҙә 48 меңдән ашыу кеше һәм алты мең берәмектән артыҡ техника ҡатнаша, - тип һүҙ алды БР хәрби комиссары Тимофей Азаров. - Күнекмәләрҙең тәүге, ойоштороу этабында граждандарға хәбәр итеү һәм уларҙы йыйыу саралары ү ткәрелде: беренсе мартҡа тиклем резервтағылар йәшәгән урындары буйынса хәрби комиссариатҡа килеп, үҙҙәренән нимә талап ителеүен белде.
       Күнекмәләр сиктәрендә үткәрелгән йыйынға 35 йәштән уҙмаға н, Рәсәй Армияһы сафтарында хеҙмәт итеүселәр саҡырылыуын
       хәтергә төшөрәйек. Йыйынға өс һәм унан да күберәк балалары булған һәм армиянан ҡайтыуына өс йыл тулмаған ир - егеттәр саҡырылмай.
       - Резервтағылар республиканың һигеҙ меңдән ашыу ойошма һәм предприятиеларынан йыйыла, - тине БР Хөкүмәте Аппаратының мобилизацион әҙерлек бүлеге мөдире Хәлил Фәрхетдинов. - Республика тарафынан иҡтисадтың мобилизация п ланы асыҡланды, ғәҙәттән тыш сығымдар сметаһы төҙөлдө.
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса төп
       идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡтағыса тейешле әҙерлек хәлендә ҡала, тип белдерҙе ведомство начальнигы Марат Мәһәҙиев. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре менән БР т ерриторияһында хәүефле объекттар исемлеге билдәләнгән. Республиканың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре күнекмәләр ваҡытында тәртип һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итә.
       Министр Рафаил Диваев айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлауҙы
       көсәйтеү, террорсылыҡ акттарын иҫкәртеү буйынса саралар үткәрелеүе, милицияларҙың күсмә пункттары булдырылыуы тураһында һөйләп үтте. Миграцион процестар айырым контролдә rnrnk`, ә участка милиционерҙары йыйындарҙа ҡатнашыуҙан
       баш тартыусы "запастағыларҙы" эҙләү менән мәшғүл.
       - Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы ҡуйылған
       шарттарҙы үтәргә һәләтле, - тип белдерҙе министр урынбаҫары Ринат Сәғитов. Күнекмәләрҙә министрлыҡ ҡарамағындағы 40 - тан ашыу ойошма ҡатнаша.
       Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көстәре менән республиканың
       шифахана - профилакторий учреждениелары базаһында 6800 урынлыҡ 14 тыл госпитале асылған.
       "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика Хөкүмәте, хәрби комиссариаттар, күнекмәләр етәкселәре һәм резервтағыларҙың пункттары араһында өҙлөкһөҙ элемтәне
       тәьмин итә.
       - Бөгөнгө көнгә предприятиеның барлыҡ филиалдары ла көсәйтелгән эш режимына күсте һәм мобилизацияға әҙер, - ти "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль
       директоры Салауат Ғайсин.
       Предприятие хеҙмәткәрҙәренең яртыһы туранан - тура йыйындарҙа ҡатнашасаҡ, әммә "гражданкала" ла элемтәселәрҙең эшендә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ, тип билдәләне Салауат Ғайсин.
       Һәр сығыш артында республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күнекмәләр алдынан һәм уның ваҡытында
       башҡарған ҙур эше күренә. Өҫтә әйтелгәндәргә һығымта яһап, республика күнекмәләр үткәреүҙең төп этабына әҙер, тип ышаныс менән әйтергә була.
       Һөйләшеү аҙағында лагерҙа ун көн тирәһе ваҡыттарын үткәреүсе резервистар буш ҡалмаясағын әйтергә кәрәк. Күнекмәләр тамамланғас, улар үҙҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы күләмендә аҡсалата түләү, шулай уҡ үҙҙәренең хәрби дәрәжәһе һәм вазифаһына ярашлы оклад аласаҡ. Барлыҡ сығымдарҙы ла Рәсәйҙең Оборона министрлығы үҙ өҫтөнә ала.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал