6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәренә фатир төҙөү өсөн аҡса бүлә сәк
14.03.06


       БР Президенты предприятие килеменең бер процентын социаль торлаҡ төҙөлөшөнә бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы . Өфөнөң барлыҡ биҫтәләрендә лә был маҡсатҡа майҙандар бүленәсәк. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәкимов матбуғат конференцияһында ошо турала һүҙ алып барҙы. Был программа 2007 йылда тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ.
       Социаль йүнәлештәге фатирҙарҙы предприятиелар буйынса билдәләүҙе ҡала округы хакимиәте контролдә тота. Ә бына фатирҙарҙы предприятие хеҙмәткәрҙәренә ниндәй схема буйынса тапшырыу - етәкселек йәки профкомдың эше. Был
       бушлай тапшырыу, эске ипотека, кредит һ.б. булыуы мөмкин. Әммә был формаларҙың һәр береһе быйылғы йылда уҡ 500 мең квадрат метрҙан ашыу социаль торлаҡ төҙөргә мөмкинселек бирәсәк.
       - Бөгөн иһә төп маҡсат, - тип дауам итте Рәмил Каррам улы , - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеү. Әҙерлек планына ингән биш иң мөһим объектта эш барышы даими рәүештә күҙәтелә. "Өфө" халыҡ - ара аэропорты, "Аҡбуҙат" ипподромы, тимер юл вокзалы , Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм "Өфө - арена" боҙ һарайы реконструкция үтә.
       Аэровокзал каркасының 80 проценты эшләнгән дә инде, хәҙер
       ҡорамалдар ҡайтарыу буйынса һорауҙар хәл ителә.
       "Аҡбуҙат" ипподромында төп бинаның фундаментын һалыу тамамланған тип әйтергә була, төҙөүселәр стеналар, колоннала р күтәреүгә тотона. Әлегә иҫке манежды емерергәме әллә реконструкция үткәреү менән ҡәнәғәтләнергәме тигән һорау асыҡ ҡала.
       Боҙ аренаһына килгәндә, март айында уның беренсе ярусын төҙөү тамамлана, төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара.
       Тимер юл вокзалында реконструкция үткәреү һәм Халыҡтар
       дуҫлығы йортон төҙөү өсөн яҡын - тирәләге шәхси йорттарҙы
       емерергә кәрәк буласаҡ. Беренсе сиратта емереләсәк йорттарҙ а йәшәүселәргә ҡала фатирҙар бүлде лә инде.
       И. Яҡутов исемендәге паркта физкультура - һауыҡтырыу комплексы, "Биатлон"спорт - һауыҡтырыу комплексы (сентябрь айында унда йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үтәсәк) төҙөү, 17 - се һәм 21 - се һанлы ҡала клиника дауаханаларын реконструкциялау, "Южный" биҫтәһендә урта мәктәп һәм Комсомол урамында 27 - се һанлы урта мәктәп төҙөү, Кольцевая
       урамында 65 - се һанлы татар гимназияһы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1 - се Башҡорт гимназияһын реконструкциялау шулай
       уҡ айырым контролдә тотола.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал