6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ул ер аҫты хазиналарын аса
14.03.06


       1847 йылда халыҡтың хәйриә аҡсаһы һәм ҡаҙна иҫәбенә Өфөлә губерна гимназияһы өсөн ике ҡатлы бина төҙөлә. Башҡортостан,
       Рәсәйҙең күп кенә күренекле сәнғәт, фән, әҙәбиәт эшмәкәрҙәр е үҙ ваҡытында Өфөләге ошо малайҙар гимназияһында белем ала.
       1977 йылда Фрунзе, 47 адресы буйынса асылған мемориаль таҡтаташта урыҫ һәм башҡорт телдәрендә: "1894 йылдан 1902 йылға тиклем был бинала күренекле ғалим - геолог, академик Александр Николаевич Заварицкий уҡыған" тип яҙылған.
       Буласаҡ совет геологы һәм петрографы, СССР Фәндәр академияһының Геология институты директоры, Башҡортостанда тәүге академик һәм Ленин исемендәге премия лауреаты был гимназияла ете йылға яҡын белем ала. Александр Заварицкий 1884 йылдың 14 мартында бөгөнгө Иглин районының Охлебинино а уылында донъяға килә. 1902 йылда, гимназияны алтын миҙал менән тамамлап, Петербург тау институтына уҡырға инә. Уның
       исеме институттың Алтын почет таҡтаһында мәңгелеккә урын алған. Әйткәндәй, донъялағы был тәүге махсуслаштырылған юғары техник училищеға 1773 йылда башҡорт руда сәнәғәтсеһе И смаил Тасимов нигеҙ һала.
       Сал Урал киңлеге буласаҡ академик өсөн тәүге эш майҙаны
       булып хеҙмәт итә. Уның ҡатнашлығында Магнитогорск һәм Баҡалы тимер руда сығарыу урындарында, Учалы һәм Баймаҡ райондарында эҙләү - разведка эштәре алып барыла, Белорет эргәһендә Егәҙе - Комаровский файҙалы ҡаҙылмалар табылған урындар тикшерелә. "Уралда баҡыр рудалар табылған урын тураһында геологик очерк" хеҙмәтендә Заварицкий күҙәтеүҙәре нигеҙендә Таналыҡ - Баймаҡ тау рудаһы районы һәм Башҡортостандың көньяҡ - көнсығыш өлөшөндә колчедан, алтын, полиметалл сыҡҡан урындарҙы ентекле һүрәтләй.
       Был 20 - се йылдар уртаһына тура килә. 1943 йылда Сибайҙа баҡыр - колчедан сыҡҡан урындар, артабан башҡаларының да асылыуы Александр Заварицкийҙың күҙаллауҙарын раҫлай. Ул Уралда ғына түгел, Ҡаҙағстанда, Кавказда тикшереүҙәр үткәрә.
       Әрмәнстандағы һүнгән янартауҙарҙы, Камчатка - Курил дуғаһындағы вулкандарҙы өйрәнеп, Заварицкий тау тоҡомдары
       составын диаграммалар ярҙамында анализлауҙың геометрик ысулын төҙөй, был уларҙың химик состав үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинселек бирә. Был тикшеренеүҙәре менән ул фәндә яңы тармаҡ - петрохимия үҫешенә башланғыс һала. Байкал
       аръяғында табылған быға тиклем билдәле булмаған минералды ғалимдар юҡҡа ғына уның исеме менән "заварицкит" тип атамай.
       Курил тауҙарында уның исемен йөрөтөүсе вулкан да бар.
       Академиктың һуңғы командировкаһы 1952 йылда Уралдағы фәнни экспедиция була. Бында ул ауырыуға юлыға һәм 23 июлдә вафат була.
       Вафатынан һуң "Магматоген руда сыҡҡан урындар ғилемендә
       төп проблемалар" коллектив хеҙмәтендә ҡатнашыуы өсөн Александр Николаевич Заварицкийға Ленин премияһы лауреаты ис еме бирелә. Быға тиклем ул ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. Наградалары араһында - ике Ленин ордены бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал