6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Красников - икенсе тапҡыр рәттән донъя чемпионы
14.03.06


       Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы ағзаһы Николай Красников рәттән икенсе тапҡыр донъя чемпионы титулына эйә булды. Был ярыштар Нидерландта, Ассен ҡалаһында үтте. Николай еңеүгә бик ышаныслы килде. Финал уҙыштарының
       дүртеһендә лә ( уларҙың икәүһе Саранск, икәүһе - Ассенда үт те) ул финишҡа беренсе килеп, 25 - шәр мәрәй йыйҙы. Һөҙөмтәл ә Красников 100 мәрәй йыйып, рекорд ҡуйҙы, был 100 процент күрһәткес тигәнде аңлата.
       Красниковтың тактикаһын ҡатмарлы тип әйтеп булмай. Финалғ а эләгеү өсөн унан алда үткән барлыҡ уҙыштарҙа ла еңеү мотл аҡ түгел. Бына Николай ҙа саманан тыш тырышлыҡ күрһәтмәйенсә, ҡайһы бер уҙыштарҙа икенсе позицияға ла ҡәнәғәт була белде. Уның ҡарауы бер нисә бәрелеш һәм йәрәхәт алыу ихтималлығынан ҡотолоп ҡалды. Ә инде финалда Красников
       ярышҡа барлыҡ көсөн һала һәм барыбер үҙенекен итә.
       Көндәштәре иһә дөйөм зачетта артта ҡала башлағас, трассаны күҙәтеүҙе онотоп, лидерҙы ҡыуып етергә тырыша. Мәҫәлән,
       донъя чемпионатының өсөнсө этабында финалда башта Юнир
       Базеев ҡоланы, артабан - Владимир Лумпов, унан һуң инде Максим Захаров та ярыштан сыҡты. Красниковҡа финиш һыҙығын яңғыҙы үтергә тура килде...
       Ассенда һуңғы этап алдынан еңеү өсөн Николайға кәм тигәнд ә лә алты мәрәй табырға кәрәк ине. Бының өсөн аутсайдерҙар уҙышында еңеү ( финал D), йәки 9 - 12 урындар өсөн ярышыусылар иҫәбенә инергә кәрәк. Үткән йыл чемпионы өсөн
       был һөҙөмтәләргә ирешеү артыҡ көс талап итмәүе аңлашыла. Әммә Красников ваҡлашып торманы. Ул тағы ла А финалына эләкте һәм еңеп сыҡты. Ҡотлайбыҙ!
       2004 йылда чемпион исемен яулаусы, Европа һәм Рәсәй чемпионы Дитмрий Буланкин һөҙөмтәлә ни бары унынсы урынға сы ҡты. Ҡолауы һәм техникаға бәйле проблемалар үҙенекен итте. Д үрт этапта Буланкин ни бары 40 мәрәй йыя алды. Учалы спортсыһы Михаил Богданов Красников һәм Юнир Базеевҡа ғына б ирешеп, чемпионаттың "бронза" миҙалына эйә булды. Өфөлө Илья Дроздов алтынсы урында. Андрей Шишегов 11 - се урын менән ҡәнәғәтләнде.
       Красниковтың еңеүенә шатланабыҙ, әлбиттә, әммә донъя чемпионатында Каменск - Уральск ҡалаһының көслө уҙышсылары ҡ атнашмауын оноторға ярамай. Рәсәйҙә бөгөн бүленеш бара:
       мотоциклет федерацияһы менән бер рәттән тағы бер ойошма - Рәсәй милли мотоциклет федерацияы барлыҡҡа килде. Каменск - Уральск мотоуҙышсылары барыһы ла яңы федерацияға инә, шуға күрә улар шәхси чемпионатҡа килмәне. Кемдер власть бүлешә, ә халыҡ - ара старттарҙа еңеү өсөн көрәшеү мөмкинселегенән мәхрүм ителгән мотоуҙышсылар һәм чемпионлыҡ өсөн элекке ҡыҙыу ярыштарҙы ҡарап өйрәнгән
       көйәрмәндәр зыян күрә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал