6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Һөт продукттарын һайлай беләһегеҙме
02.12.03


       Һөт продукттарын һайлай беләһегеҙме Белгестәр иң тәүҙә у ларҙың органолептик үҙенсәлектәренә, йәғни, еҫе, төҫө, тәме,
       ҡуйылығына иғтибар итергә кәңәш итә. Тик продуктты һәр ваҡы т тәмләп ҡарап алып булмауы аңлашыла. Был ваҡытта инде иғтиб арҙы продуктты сығарыу датаһы һәм яраҡлылыҡ ваҡытына йүнәлте р кәрәк. Яраҡлылыҡ ваҡытының артыҡ оҙайлы булыуы шикләнергә сәбәп: был продуктҡа ниндәйҙер махсус өҫтәлмәләр ҡушылыуын а ңлата.
       Барлыҡ һөт продукттары араһында иң оҙаҡ һаҡланыусыһы сыр.
       Оҙағыраҡ һаҡланған һайын сифаты ла арта бара уның. Йогурт с аставында иһә ҡайнатма йә туң еләктәр түгел, ә тере йогурт к ультуралары һәм емеш киҫәктәре булырға тейеш. Ысын йогуртты ң этикеткаһында составта ысын һөт һәм йогурт культураһы бул ыуы тураһында мәғлүмәт эҙләгеҙ. Ғәҙәттә уның яраҡлылыҡ ваҡыт ы 72 сәғәттән дә артмай. Әгәр ҙә инде этикеткала йогурттың яраҡлылыҡ ваҡыты 72 сәғәттән дә артыҡ тәшкил итә икән, был и нде ысын йогурт түгел.
       Күп кенә һатып алыусылар арзан аҙыҡ - түлек эҙләүсән. Әмм ә арзан хаҡҡа сифатлы аҙыҡ алып булыуы бик икеле. Әйтәйек, а ҡ майҙың килоһы 70 - 80 һум, бер ҡабы 12 һумдан да кәм булма й. Арзаныраҡ икән, тимәк аҡ майға башҡа май ҡушып һаталар. Б ындай май икмәккә еңел һылана һәм унын аҡ майҙан айырыуы ҡый ын. Тышында "ТУ" ( технические условия) яҙыуына иғтибар ит егеҙ. Кефир, ҡатыҡ, ряженка кеүек продукттар бер ҡуйылыҡта б улырға тейеш.
       Тимәк һөт продукттарының ҡайһыһы иң яҡшыһы тип һанала Бы л һорауға яуап итеп республикала 14 алдынғы һөт эшкәртеү пр едприятиелары араһында үткән "2003 йылдың иң яҡшы аҙыҡ - түл ек тауарҙары" конкурсы һөҙөмтәләрен килтерергә булыр ине.
       Конкурсанттар үҙ ара дүрт номинация буйынса ярышты. Барыһы
       46 һөт изделиеһы ҡуйылды. Һөҙөмтәлә "Һатып алыусыларҙың иң яратҡан продукты" номинацияһында алтын миҙалдарҙы "Уфамолагр опром", "Ҡарламан шәкәре" һәм Стәрлетамаҡ һөт комбинаты прод укттары яуланы.
       Минең үҙемә иһә Мәләүез комбинатында етештерелгән йогурт оҡшаны. Тәме менән ул билдәле "Био - макс"ты хәтерләтә, үтә күренмәле пластик стакан төбөндә емеш киҫәктәре һалынған. Ха ҡы ла һәйбәт - 5 һум ғына.
       "Натураль продукт" номинацияһында алтын миҙалдарға Мәләүез
       комбинатында етештерелгән ҡаймаҡ һәм Дүртөйлө ҡатығы лайыҡ
       булды. "Яңылыҡ" номинацияһында "Уфамолагропром", Сибай конс ерва - һөт комбинаты" һәм Стәрлетамаҡ һөт комбинаты еңде.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал