6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Максим Галкинға Өфө ҡалаһының исеме оҡшаған
13.03.06


       Эйе, был ысынлап та Максим Галкин үҙе. Талантлы, музыкал ь, зыялы егет "Өфө уттары" сәхнәһендә сығыш яһай. Тамашасыла р шығырым тулған залда кемеһенеңдер кеҫә телефоны шылтырай
       башлағас та ул әҙәплелектең үҙе булды. Үҙенә генә хас хәстәрлек менән ул былай тине:
       - Яуап бирегеҙ, бәлки был бик мөһим шылтыратыуҙыр! Һәм телефонығыҙҙы һүндермәгеҙ, нисек ту үҙегеҙгә ял итергә бирмәгеҙ!
       Уның концертын күп баҫҡыслы бәйән итеү тип атарға булыр ине, тамашала беҙ быға тиклем телевизорҙан ишетеп өйрәнгән иҫке әйберҙәр ҙә, яңы көләмәстәр ҙә, музыкаль номерҙар ҙа етерлек булды.
       Дуҫы Николай Басков тураһында һөйләй башлап, ул шул уҡ ваҡытта үҙенең Австралияла булыуы, унда ҡанһыҙ аборигендарҙың кеше ашаусылар йырҙарын башҡарыуы, йылы ҡаршы алыуҙары тураһында ла, Украинала шундайыраҡ уҡ мөхиттә үткән һайлау кампанияһы хаҡында ла һөйләп өлгөрҙө. Һәм сираттағы хикәйәләүенән тайпылғанда, ул даими рәүештә туҡтап, үҙенең Басков тураһында һүҙ алып барғанын онотмауы хаҡында хәбәр итте. Мәҫәлән, Киркоровтар - Бедрос һәм уның улы Филипп тураһында тарихты бәйән иткәндә, Максим Гурченко менән Моисеевҡа ҡағылған бер нисә нәзәкәтле генә һүҙ әйтеп китеүҙе урынлы тип тапты. Йыйылма концерттарҙа бер номерҙы
       ике тапҡыр ҡабатламау йолаһына ҡарамайынса, улар үҙҙәренең мәйетханала яҙылған йырын ике - өс тапҡыр ҙа, бисҡа ла, үс и теп тә йырлайҙар, тине ул. Ниндәй йыр тураһында һүҙ барыуы н аңламағандарға, Галкин яғымлы ғына итеп төшөндөрҙө:
       - Я не буду, я не буду целовать холодных рук! Подогрейте труп, пожалуйста!
       Әммә ирония менән көлгәндә лә Галкин эстраданың ҡайһы бер
       вәкилдәре кеүек, тупаҫ мыҫҡыллауҙарға барып етмәне. Хәйер, шаярыу ябайыраҡ булған һайын уны аңлау еңелерәк, тимәк уның танылыу яулаясағы билдәле.
       Юмор яратыусыларға Галкин һары сәсле ҡатын - ҡыҙҙар тураһында әлеге ваҡытта популяр булған бер нисә көләмәс һөйләп ишеттерҙе. Мәҫәлән, һары сәсле ҡатын - ҡыҙҙы кәм
       тигәндә ярты сәғәт мауыҡтырыу өсөн уға ике яғына ла "Икенсе яғына әйләндер" тип яҙылған ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге тотторорға кәңәш бирҙе.
       Йәки бына ике үтә лә һары сәсле ҡатын - ҡыҙ араһында әңгә мә: - Ҡыҙыҡ, ә самолеттарҙы нисек алып ҡасалар икән Улар
       ғәйәт ҙур бит!
       - Уларҙы һауала, бәләкә - ә - ә - й генә саҡтарында алып ҡасалар ҙа инде!
       Күңел өсөн Максим Эдит Пиаф, Робертино Лоретти, Фрэнк Синатра һәм башҡа бөйөк артистар исеменән француз, итальян һәм инглиз телдәрендә йырлап ишеттерҙе.
       Үҙенең ижадын яратыусыларҙың автограф һорауын артист кире
       ҡаҡманы, концерт барышында уҡ үҙенең ҡултамғаһын бүләк итте , шул уҡ ваҡытта:
       - Әлбиттә, мин рәхәтләнеп автограф бирәм, меңәрләгән тамашасы көтә бирһен әйҙә! - тип көлдөрөргә лә онотманы.
       Галкин Өфө һәм Башҡортостан тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китте. Абзаҡтан алған ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты, концерт алдынан ул тау саңғыларында шыуырға ла
       өлгөргән икән. Әммә тауҙан шыуыу менән мауығып, сығыш яһар алдынан бөҙрәханаға барып өлгөрмәүен белдерҙе.
       - Бына көрттән сыҡтым да һеҙҙең янға килдем!
       Галкин күп кенә төрки телдәре менән таныш балһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә башҡорт телен белмәүе тураһында әйтте. Һәм шунда уҡ үзбәк телендә бер нисә һөйләм әйтеп, үҙенең бушты һөйләмәүен раҫланы. Әммә республика юлдары
       буйлап килгән ваҡытта Галкин, үҙе әйтеүенсә, күп кенә башҡо рт йылғаларының исемен белгән. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә к үп кенә һүҙҙәр оҡшаш яңғырай икән, тип аптыраны ул.
       - Урыҫса ла, башҡортса ла оҡшаш яңғыраған йылғалар күп, т ик береһенең башында "р", икенсеһенекендә "й" хәрефе тора.
       Әммә барыһынан да бигерәк Максим баш ҡалабыҙ исеменең
       башҡортса яҙылышы ҙур тәьҫорат ҡалдырыуы тураһында белдерҙе.
       - График йәһәттән бик матур күренә, - ти артист, - олимпи я ҡулсаларын хәтергә төшөрҙө.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал