6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Беҙҙең спортсылар еңеүгә дәғүә итә
13.03.06


       Унынсы мартта Туринда тағы ла ҡыҙыу ярыштар уты балҡыны -
       ун беренсе Паралимпия уйындарына башланғыс һалынды. Уйындарҙа Башҡортостандан һигеҙ спортсы ҡатнаша. Улар саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса көстәрен һынай.
       Беҙҙең республика исеменән Паралимпиадала бер нисә тапҡыр
       еңеүсе исемен яулаусы өфөлө Ирек Маннанов, 2002 йылда Солт - Лейк - Сити уйындарының көмөш призеры Эльвира Ибраһимова, шулай уҡ Владимир Казаков, Ирек Зарипов, Рөстәм Ғарифуллин, Кирилл Михайлов, Виктория Чернова һәм Земфира Гәрәева
       сығыш яһай.
       Уйындарҙы асыуҙа Рәсәй йыйылма командаһының флагын алып б арыу Брянск өлкәһе Клинцы ҡалаһы саңғысыһы Валерий Купчинскийға ышанып тапшырылды. Ул Рәсәй йыйылма
       командаһының иң тәжрибәле һәм титуллы ҡатнашыусыһы, дүрт Паралимпия уйындарында сығыш яһаған, туғыҙ тапҡыр Паралимпия чемпионы исемен яулаған. Илебеҙҙең йыйылма командаһында бөтәһе 29 спортсы һәм алты спортсы - лидер һанала. 8 мартта асылған Рус йортонда паралимпиясылар дуҫтарса аралашыу өсөн йыйылды.
       Рәсәйҙең Паралимпия комитеты Уйындарҙа миҙалдар яулау буйынса план төҙөмәгән. Туриндан килгән хәбәрҙәргә ҡарағанда , Рәсәй делегацияһы ундағы йәшәү шарттары менән тулыһынса ҡәнәғәтлеген белдерә.
       Уйындар программаһына килгәндә, алда әйтеп үтелгән саңғы ярыштары һәм биатлондан тыш тау саңғыһы уҙыштары, керлинг, с ана хоккейы буйынса ярыштар планлаштырыла. Бөтәһе 58 комплект награда уйнатыласаҡ. Башҡорт спортсылары - үҙ спорт
       төрҙәрендә еңеүгә дәғүә итә, әлбиттә. Ярыштар 19 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
       Паралимпия уйындарында ла допинг проблемаһы ситтә ҡалмай.
       Команда штабынан килгән мәғлүмәт буйынса, һуңғы айҙарҙа ғына рәсәйлеләр бер нисә тапҡыр допинг - контроль үткән. Һәм Рәсәй Физкультура һәм спорт буйынса федераль агентлығының допингҡа ҡаршы үҙәгендә тикшереүҙәрҙең береһе лә ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Бөтә донъя допинг файҙаланыуға ҡаршы агентлыҡ тарафынан да беҙҙең спортсыларға бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Шуға күрә был юлы допинг файҙаланыуға бәйле шау - шыу көтөлмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал