6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һулдар үҙгәреш кисерә
13.03.06


       Һул сәйәси хәрәкәттәр үҙҙәренең монументаллек стереотиптар ы булыуына ҡарамаҫтан, кешегә яраҡлашып, үҙгәрештәр кисерә. Үткән йыл аҙағында республикала "Башсовет" - яңы "Һул фронт"
       йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килде. Ойошманың Мәскәүҙәге үҙәгенән тыш Рәсәйҙә тиҫтәләгән һул фронт бүлексәләре иҫәпләнә. Һул хәрәкәттең программаһы яңылыҡтары менән айырылып тормай - артабан Советтарҙы тергеҙеүҙе күҙ уңында тотоусы социализм, тип атайҙар уны. Йәштәрҙең Һул Фронтын төҙөүселәрҙең береһе, хәрәкәттең аппарат етәксеһе Илья Пономаревтан был мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индереүен һораныҡ.
       - Илья Владимирович, "Һул Фронт" нимәнән ғибәрәт һуң ул
       - Был коалицион ойошма, унда һул йүнәлештәге физик шәхестәр ҙә, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмалар ҙа ҡатнаша ала, йәштәргә өҫтөнлөк бирелә, әлбиттә. Бөгөн Рәсәйҙә беҙҙең 30 - 35 төбәк иҫәпләнә, улар реаль эш алып бара һәм һул эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш ысынлап та файҙалы эш башҡарырға тырышыусы көслө генә комсомол ойошмаһы бар.
       - Улайһа "Һул Фронтты" ысынбарлыҡта ниндәй формала күрергә мөмкин булыуын аңлатып китһәгеҙсе
       - Был ойошма протест акциялары ойоштороуҙы үҙ бурысы итеп
       ҡуя, тип әйтеү ҙә етә. Әммә әлеге ваҡытҡа мин эшмәкәрлек йәһәтенән төбәктең мобилизация мөмкинселектәрен үҫтереү өҫтөнлөк ала, тип билдәләр инем. Беренсенән, иң ҙур тетрәнештәр илдең баш ҡалаһында үтте. Әммә Мәскәүҙә власть социаль киңлекте иҫ киткес күләмдә аҡса менән тултыра, иң түбән тарифтар тәғәйенләй ала, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырырға һәләтле... Һәм мин мәскәүҙәрҙең протесына иҫәп
       тотмаҫ инем.
       - Һәм һеҙ ошо финанстар һурып алынған төбәктәргә сығырға булдығыҙ инде
       - Беҙҙең бурыс - етерлек күләмдә төбәк ойошмалары төҙөү, уларҙың араһында профессиональ революционерҙар булыуы мотлаҡ. Кәм тигәндә 150 - 200 кеше кәрәкле ваҡытта бергә ойошоп, алда торған мәсьәләне хәл итергә һәләтле булырға тейеш. Уларға даими күнекмә үтергә кәрәк, әлбиттә,
       был - урындағы протест акциялары, тығыҙ профсоюз эшмәкәрлег е, аңлы агитация, дискуссия клубтары... Бынан тыш республика ла яҡшы ғына эшләүсе теоретик марксистар төркөмө булыуын билдәләп үтергә теләр инем.
       - "Һул Фронт" үҙ эшенең барлыҡ форма һәм алымдарын берҙәм
       шаблон буйынса ҡулланамы
       - Әлбиттә, барыһы ла айырым алған төбәктә һул фронт эшмәкәрлеге үҙәгендә ниндәй төп ойошма тороуына бәйле. Бөтә эш тулыһынса эшсе хәрәкәтенә йүнәлтелгән территориялар бар, мәҫәлән, Мурманск өлкәһендә - был забастовка һәм профсоюз акциялары. Унда предприятиеларҙа социалистик идеялар индереү, эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнәләр һәм шуның менән үҙ абруйҙарын нығыталар.
       Бүлексә һайлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән төбәктәр бар , мәҫәлән, Һамарҙағы комсомолды алайыҡ. Ҡайһы бер төбәктәрҙә
       һул фронтсылар ҙур булмаған, әммә маҡсатҡа йүнәлтелгән акциялар үткәреүҙе хуп күрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Һул Фронт" бурыстарын мин һул яҡ йүнәлешен хуплаусы, әммә ниндәй ҙә сәбәптәр буйынса КПРФ - тан ҡәнәғәт булмағандарҙы
       берләштереүҙә күрәм.
       - Аңлауымса, һеҙ тәҡдим иткән яңы һулдар шул уҡ СПС - ҡа ҡарағанда ла көслөрәк либераллек күрһәтә - яңы компьютер технологияларына ҡараш буйынса, мәҫәлән.
       - Юҡ, мин либераллек хаҡында түгел, ә мәғлүмәтләштереү тураһында һүҙ алып барҙым. КПРФ - тың төбәк бүлексәләрендә, минеңсә, мәғлүмәт менән тәьмин итеү кимәле СПС менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Әгәр ҙә инде либераллек тураһында һүҙ йөрөтһәк, миңә ҡалһа, СПС бер ҙә либераль структура түге л. Етди партиялар араһында берҙән - бер эҙмә - эҙлекле либер аль ойошма - ул "Яблоко", унда уңдар ҙа, һул классик либералдар ҙа бар. Ә СПС - та неолибералдар иҫәбенә ингән кешеләр бар, улар сәйәсәттә консерватив, ә иҡтисадта үтә либераль ҡарашта
       тора. КПРФ - ҡа килгәндә, ул минеңсә, партия сәйәсәт өлкәһе ндә
       либералерәк, әммә иҡтисадта асыҡ социаль булып ҡалыу йүнәлешенә ыңғайлай.
       - Яңы технологияларға әйләнеп ҡайтайыҡ, ниңә һеҙ үҙегеҙгә
       флэш - моб хеҙмәте ҡуймайһығыҙ
       - Нисек инде ҡуймайбыҙ Был эштә беҙҙе пионер тип әйтергә була. Мин Рәсәйҙә тәүге сәйәси флэш - мобты 2003 йылда үткәрҙем. Ойоштороу формаһы булараҡ, был әлегә бик тә модала
       - һәм киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итергә мөмкинселек бирә. Икенсе яҡтан, ойошма көсһөҙ һәм бер ниндәй ҙә етди акция үткәрергә һәләтһеҙ булған хәлдә флэш - моб урынлы. Әммә беҙҙең өсөн барыбер профессиональ революционерҙар әҙерләү өҫтөнөрәк булып ҡала - улар файҙаһыҙға "кутузкаға" ла тығылып бармай һәм, конкрет социал ь төркөм һәм конкрет кешеләрҙең конкрет хоҡуҡтарын яҡлап профессиональ көрәшә беләләр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал