6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Ташҡын көсөн ғинуар һыуыҡтары билдәләй
13.03.06


       Быйыл ҡар артыҡ күп яуманы, әммә ташҡын һыуҙары ярайһы уҡ мул булырға оҡшай. Ташҡынға ҡаршы көрәш буйынса комиссияның быйылғы йылда тәүге ултырышы Республика йортонда үтте.
       - Республикағы йылға бассейндары буйынса ҡар ҡатламындағы
       һыу запастары йылдағы уртаса күрһәткестәргә яҡын, ә Ағиҙел дә хатта 15 - 20 процентҡа кәмерәк тә, - тип һүҙ башланы БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Николай Пучнин. - Синоптиктарҙың күҙаллауы буйынса, 2006 йылда ташҡындың уртаса булыуы көтөлә, әммә көслө һыуыҡтарҙың эҙемтәләрен иҫәпкә алмайынса булмай.
       Быйыл ҡар аҙ, әммә тупраҡтың ныҡ туңыуы сәбәпле, ҡар һыуы
       ергә тиҙ арала һеңә алмай. Боҙ ҡатламының ҡалынлығы иһә йылғаларҙа боҙ тығылыуына булышлыҡ итә. Бынан тыш яҡын арала синоптиктар ҡар һәм ямғыр вәғәҙә итә: 15 мартҡа тиклем көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа һәм көндәр йылы тора, ә төндәрен
       термометр күрһәткесенең минус 10 - 15 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал, ти улар. Һөҙөмтәлә ҡар күләменең аҙлығын а ҡарамайынса, йылғаларҙа һыу кимәле норманан байтаҡҡа юғарыраҡ булыуы мөмкин.
       Ташҡынға ҡаршы көрәш комиссияһы алдында иреү һыуҙарҙы аварияһыҙ үткәреп ебәреүҙе тәьмин итеү бурысы тора. Үткән йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан өс миллион һум бүленгән. БР Тәбиғи ресурстар министрлығы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса төп идаралығы, Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә - яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығы һәм башҡа яуаплы ведомстволар алдында инфекциялар таралыуын иҫкәртеү, техника әҙерләү һәм ғәҙәттән
       тыш осраҡ ихтималлығына әҙерләнеү өсөн һыу аҫтында ҡалыуы мөмкин булған объекттарҙы тикшереү, санитар - гигиена саралар үткәреү бурысы тора.
       Республикалағы гидротехник ҡоролмаларҙың хәл - торошона
       айырыуса иғтибар биреләсәк: уларҙың 34 - е авария хәлендә т ип билдәләне гидрометеорология һәм тирә - яҡ мөхит мониторин гы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юрий Ферапонтов. Тағы бер
       проблема булып хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар тора, республикала уларҙың һаны 60 тирәһенә етә. Тәүгеләрен дә, икенселәрен дә беренсе сиратта тикшерергә кәрәк, тип билдәләне Николай Пучнин.
       Асыҡланған күҙаллауҙарҙы синоптиктар 25 мартҡа әҙерләргә вәғәҙә бирә, ә комиссия үҙенең киләһе ултырышына 28 марта
       йыйыласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал