6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Һинд актеры Капурҙың бәләкәй Раджды ҡотлауы тураһында
10.03.06


       Өй архивында, оләсәйҙең һандыҡтарында ҡайһы ваҡыт ҡыҙыҡлы хаттар, фотографиялар, документтар табырға мөмкин. Егерме биш йыл элек Өфө почтамтының хат ташыу бүлеге операторы Зәйтүнә Талип ҡыҙы Гәрәева һинд режиссеры һәм киноактеры Радж Капурҙың ( 1924 - 1988) фотографияһы һәм автографы тураһында һөйләгәйне. Ун йәшлек ҡыҙыҡай тәүге тапҡыр "Бродяга" фильмын ҡарағаендан һуң һинд киноһына мөкиббән китә. Радж Капур ҡатнашлығындағы "Господин 420", "Сангам", "Бродяга" фильмдарын Зәйтүнә Гәрәева һуңынан күп тапҡыр
       ҡарай, тормош иптәше Реганс Янһары улы Гәрәев та уның һинд фильмдарына булған һөйөүен уртаҡлаша. Ирле - ҡатынлы улар улдары тыуғас, яратҡан артистарының исемен ҡушыу тураһында
       хыяллана.
       Улдары тыуғас уға ысынлап та Радж тип исем ҡушалар. Һәм бер көнө Гәрәевтар улдарының фотоһын Радж Капурға ебәрергә б улалар. Яуап хаты 1980 йылдың 10 мартында килә. Киностудияны ң фирма бланкыһында инглиз телендә түбәндәгеләр яҙыла:
       "Ҡәҙерле ханым. Һеҙҙең изгелекле хатығыҙҙы алдым һәм оло һөйөү һәм рәхмәтлек тойғоһо кисерәм. Һәм шунда уҡ Һеҙгә үҙемдең автографым менән фотографиямды һәм Советтар Союзының бәләкәй Раджына фатихамды ебәрәм.
       Иң изге ихлас теләктәр менән Һеҙҙең Радж Капур".
       Фотографияның артында "Оло һөйөү һәм наҙ менән, Радж Капур" тип яҙылған.
       Артистың фотоһын һәм автографын бирәбеҙ.
       Гәрәевтар ғаиләһенең, уларҙың улы Радждың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, ни тиһәң дә 25 йыл үткән. Бәлки уларҙың береһе булһа ла үҙҙәре тураһында хәбәр итер.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал