6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Айһыҙ йондоҙ яҡтыртмай
10.03.06


       Өфөнөң "Нур" дәүләт татар театры афишаһында тағы ла лирик драма - "Ай булмаһа, йондоҙ бар" тип атала ул.
       Режиссер Искәндәр Әхмәтвәлиев Туфан Миңнуллиндың был драмаһына тәүге тапҡыр 2000 йылда мөрәжәғәт итә. Әммә спектакль шунда уҡ тип әйтерлек репертуарҙан алына. Һәм бына
       дүрт йыл үткәс беҙ тағы ла уны күреү бәхетенә ирештек.
       28 йәшлек Мәҙинә беҙҙең алға ябай ғына зәңгәр күлдәктә сығып баҫа. Ул әсәһе ауырыу сәбәпле ауылға әйләнеп ҡайта һәм
       йортта тегенсе булып эшләй башлай. Алты йыл тирәһе инде Мирзанур исемле сая фотограф уның артынан йөрөй. Рушат Мөҙәрисов шул тиклем үҙ роленә инде, хатта алтын сәсле сибәркәйен икенсе фотограф менән бүлешергә лә теләмәне. Эш т үбәндә: кис менән, режиссер бер ҙә көтмәгәндә, Мәҙинәгә бер түгел... ике фотограф килә. Уларҙың икенсеһе беҙҙең фотоға төшөрөү оҫтаһы, ул татар телен белмәүе сәбәпле, нәҡ Мирзанур
       Мәҙинәгә йөрәген тәҡдим иткән урында фотоға төшөрә башланы.
       Тамашасыларға шатланыу өсөн сәбәп булды инде. "Ҡара әле,
       уның бер түгел ике егете бит", - тип Мәҙинә өсөн ҡыуанды ул ар.
       Дөрөҫөн әйткәндә, Мирзанур Мәҙинә өсөн иң һөйөклө кешеһе була, әммә өйләнешкәндән һуң күрше ҡатын менән хыянат итә. "Ила!" - ти уға автор, тик Мәҙинә үҙен ҡулға ала, ауылдан сы ғып китә һәм уҡытыусы булып эшләй башлай. Инде барыһы ла яйға
       һалынды тигәндә яҙмыш уға тағы ҡаты һынау ҡуя - берҙән - бе р ҡыҙы Талия машина аҫтында ҡала. "Ила!" - тип тағы ла талап
       итә автор, әммә ҡатын был һынауҙы ла лайыҡлы үтеп сыға.
       Әйткәндәй, автор үҙе лә спектаклдә ҡатнаша: ул даими рәүештә төп героиня менән диалог ҡора һәм уны төрлө хәлдәр алдына ҡуя, ҡатынды яҙмыш алдында баш эйҙерергә тырыша. Әммә Мәҙинә уның менән бәхәскә инә.
       Спектакль аҙағында беҙ уны һуҡыр ҡалһа ла яҙмыш алдында тубыҡланмаған килеш күрәбеҙ. Һәм бына Мәҙинәнең төшөндә уның янына ҡыҙы Талия ( Резида Зарипова) килә. Ошо хәлдән һу ң автор үҙе героиня алдына килеп тубыҡлана.
       - Теләйһеңме, Мирзанур һинең яныңа ҡабаттан килә... Теләйһеңме, мин һинең күҙҙәреңдең нурын ҡайтарам... Нисек теләйһең, шулай буласаҡ!..
       - Нисек бар, шулай ҡалдырығыҙ! - ти Мәҙинә һәм бер нисә минуттан өс сәғәт дауамында ҡаты яҙмыш һынауҙары алдында сыҙам ҡалған БР халыҡ артисткаһы Резида Фәхруллина ... илай
       башлай. "Һин илайһыңмы!" - тип үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай автор.
       Спектакль дауамында Мәҙинә өсөн көйгән тамашасы ла
       түҙемлеге бөтөп йәшен түгә. Хатта ирҙәрҙең күҙҙәре лә йәшләнгән ине! Йәш түгергә ярата ла инде беҙҙең халыҡ! Юҡһа
       инде нисәнсе йыл рәттән был спектаклгә йөрөр инеме икән Драма сюжеты ябай кеүек, әммә унда тамашасыны йәлеп итеүсе к өс бар. Ул кешенең ауыр яҙмышы хаҡында фекер йөрөтөргә, ҡайғырырға, көлөргә һәм иларға мәжбүр итә. Мәҙинәнең күрше
       ҡатыны Ания ролен башҡарыусы Рида Фәхрисламованың сығышын ғына алайыҡ. Ул пәйҙә булғанда зал тыйыла алмайынса , йығылып ятып көлдө. Әммә алҡыштарҙың иң көслөһө Мәҙинә ролен башҡарыусы актрисаға эләкте, ул башҡа актерҙар менән бергә спектаклгә оҙайлы һәм уңышлы ғүмер бирҙе, тип әйтергә була.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал