6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Ҡағиҙә буйынса уйнау мотлаҡ
10.03.06


       Коллегам менән булған хәл ябай һәм күптәргә таныш - уның йыуыныу бүлмәһендә эҫе һәм һыуыҡ һыу торбалары шартлаған. С аҡырылған слесарь торбаларҙы алмаштырыуы ауыр түгел, әммә бы ның өсөн 700 һум түләргә кәрәк буласаҡ, тип белдерә. Хужабикәнең тәбиғи һорауы барлыҡҡа килә - әгәр уның фатиры хосусилаштырылмаған һәм йорт идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан хеҙмәтләндерелергә тейеш икән, был хаҡты унан талап итеүҙәре ғәҙелме Һорау тулыһынса законға ярашлы ҡуйылған. Әммә бына уға тулы яуапты бик аҙҙар бирә ала, сөнк и бөгөн беҙең фатир алып йәшәүселәр һәм торлаҡ майҙаны хужалары Яңы торлаҡ кодексы буйынса ниндәй хоҡуҡтарға эйә булыуын аныҡ ҡына белмәй.
       Слесарь үҙенең ни өсөн нәҡ ошо хаҡты талап итеүен аңлата алмай. Коллегам дөрөҫлөк эҙләп шылтыратҡан йорт идаралығында ла асыҡ ҡына яуап биреүсе табылмай - түләүле хеҙмәттәрҙең теүәл исемлеге булмауыны һылтаналар. Йәнәһе,
       был исемлеккә инмәгән хеҙмәтләндереү өсөн түләү талап ителә .
       Хәйер, был осраҡта хәлдең аҙағы яҡшы тамамланды, - мәғлүм әт агентлығының үҙҙәренә ҡарата артыҡ ҡыҙыҡһыныу белдереүе йорт идаралығы хеҙмәткәрҙәрен шиккә һалды, күрәһең, шуға күрә улар үҙ тормоштарын ҡатмарландырмау яғын ҡараны. Шул у ҡ слесарь килеп торбаларҙы бушлай алмаштырҙы һәм фирманан, й әғни йорт идаралығынан бүләк тип белдерҙе, тип ҡыуанып һөйләне һуңынан коллегам.
       Әммә бындай тамамланыш ғәҙәти норма түгел, ә һирәк осраусы
       хәл. Һәм был тарихтың аҙағы артабанғы бәйән итеүем өсөн
       сәбәп булып торҙо.
       Үткән аҙнала Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль
       округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ реформаһы һ орауҙары буйынса ҡабул итеү ойошторолдо. Граждандар
       БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығы, Өфө Торлаҡ хужалығы идаралығы, БР Төбәк энергетика комплексы, "Газ - сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Өфөгаз" филиалы, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Өфө торлаҡ субсидиялары үҙәге етәкселәре һәм белгестәренә үҙҙәрен борсоусы проблемаларын асып һалды. Сарала шулай уҡ консультант сифатында "Халыҡ - ара стандарт" йәмәғәт фонды вәкилдәре ҡатнашты.
       Һорауҙар төрлө булыуға ҡарамаҫтан, төп йүнәлештәр һаҡланд ытип әйтергә кәрәк. Башлыса алғанда, түләүле һәм бушлай сантехник хеҙмәтләндереү темаһы бер нисә тапҡыр күтәрелде. Әммә "яуап тотоусылар" өсөн был һорау иң ябайҙарҙың береһе булыуы аңлашылды. Идара итеүсе һәр ойошма хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙең һәр төрө, уларға тариф, түләү шарттары, хеҙмәтләндереү сифаты насар булған хәлдә түләүҙе кәметеү шарттары, хеҙмәтләндереү күрһәтеү режимы, уларҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре, хеҙмәтләндереүгә ҡарата сертификат тураһында тулы мәғлүмәт менән тәьмин итергә бурыслы.
       Ә хәҙер асыҡлап китәйек. Шартлаған торба, тишек крандарҙы ң яҙмышы, шулай уҡ канализация, электр үткәргес, үҙәк йылыты у һәм башҡалар менән ҡыҙыҡһыныусылар иғтибарына. Торлаҡ - коммуналь хужалығында хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙең критерийҙарын билдәләүсе төп документ - 2003 йылдың сентябрь
       айында РФ Дәүләт төҙөлөшө тарафынан раҫланған "Торлаҡ фондын техник файҙаланыу ҡағиҙәләре һәм нормалары". Унда барыһы ла яҙылған. Йорта йәшәүселәр торлаҡ - эксплуатация участкаһы менән йортто хеҙмәтләндереү хаҡында килешеү төҙөй.
       Һәм ай һайын бинаны техник хеҙмәтләндереү өсөн түләү индерә . Был түләүгә даими техник тикшереүҙәр ҙә инә, уның барышынд а торлаҡ - эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре түбәндәге
       эштәрҙе башҡарырға бурыслы:
       1. Һыу үткәреү һәм канализация системаларында ҙур булмаға н боҙоҡлоҡто төҙәтеү ( һыу крандарында прокладкаларҙы алмаштырыу, нығытыу, сүп - сар тығылыуын булдырмау, йыуыу
       бактарын көйләү, санитар - техник приборҙарҙы нығытыу, сифондарҙы таҙартыу һ.б.).
       2. Үҙәк йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһынд а ҙур булмаған боҙоҡлоҡтарҙы төҙәтеү ( крандарҙы көйләү,
       йылытыу изоляцияһының ваҡ ремонттары һ. б.).
       Яңы приборҙар, торба һәм комплектлаусы деталдәр һатып алы у һәм урынлаштырыуға йортта йәшәүселәр айырым түләй. Һәм иҫәп - хисаплашыу эше ремонтларға килгән слесарь менән түгел , ә торлаҡ - эксплуатация участкаһы кассаһында башҡарылырға тейеш. Хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙе раҫлаусы документ алырға кәрәк. Бының сифатһыҙ башҡарылған эшкә дәғүә белдереү һәм кәмселектәрҙе бөтөрөүҙе талап итеү өсөн кәрәк булыуы бар. Һә м был буш һүҙҙәр түгел. Башҡарыусы ( торлаҡ - эксплуатация участкаһы) РФ ҡануниәтенә һәм килешеүгә ярашлы, хеҙмәтләндереү сифаты өсөн яуаплы. Етешһеҙлектәр асыҡланыу о срағында ҡулланыусы эште башҡарыусынан түләү хаҡын кәметеүҙе йәки сифатһыҙ хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙән азат ителеүен талап итергә хоҡуҡлы. Етешһеҙлекте бөтөрөүҙе килешеүҙә билдәләнгән ваҡытынан һуңлатыу, йәки
       хеҙмәтләндереүҙә рөхсәт ителгәндән тыш "тәнәфестәр" яһаған
       осраҡта, башҡарыусы йорт хужаһына неустойка түләргә тейеш. Башҡарыусы РФ Гражданлыҡ кодексының 1064, 1099 һәм 1101 статьяларына ярашлы, ҡулланыусының ғүмеренә, һаулығына йәки мөлкәтенә килтергән зыян, һәм шулай әхлаҡи зыян өсөн тулы
       күләмдә яуаплы.
       Йортта йәшәүселәр ҙә, торлаҡ - эксплуатация участкаһы ла ҡағиҙә буйынса уйнарға тейеш. Һәм был уйында судья ролен Рәсәй Федерацияһының БР буйынса Дәүләт торлаҡ инспекцияһы үт әй. Нәҡ ошо ойошма барыһының да ҡағиҙә һаҡлауын дәүләт контроле аҫтында тота. Уның адресы: 450059, БР, Өфө, Степан Халтурин урамы, 28. Телефон номеры 24 - 71 - 77.
       Бынан тыш РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә барлыҡ норматив акттар һәм документтар, шулай уҡ торлаҡ - коммуналь хужалыҡ һорауҙары буйынса консультацияны бушлай алырға мөмкин, Ҡабул итеү бүлмәһе Өфөлә, Цюрупа
       урамы, 100 адресы буйынса урынлашҡан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал