6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Иң мөһиме - шәхси яҙыусылыҡ тәжрибәһе
10.03.06


       Игорь Савельев - Өфөнөң иң йәш яҙыусыларының береһе. Уны ш улай тип әйтергә ярайҙыр, тип уйлайым. Һәм уның үҙен иҫләй башлағандан алып "нимәлер яҙыуы һәм ижад итеүе" өсөн дә түгел...
       Савельевтың "Новый мир" журналында баҫылған тәүге етди әҫәре тип һаналған "Бледный город" повесын тәнҡитселәр "һис шикһеҙ уңышлы" һәм "тулы ҡанлы әҙәбиәт" тип атаны. "Новый мир" журналының баш мөхәррире Андрей Василевский үҙенең интервьюһында "Новый мир" журналы йәш яҙыусыларҙың әҫ әрҙәрен улар йәш булған өсөн генә баҫыу бурысын ҡуймай, тип белдерҙе. "Новый мир" бер ҡасан да дебютанттарҙы исем өсөн генә сығармай. 12 - се һанда беҙ "Дебют" финалисы Игорь
       Васильевтың осраҡлы машиналарға ултырып сәйәхәткә сығыусылар (автостоп) тураһындағы "Бледный город" повесын баҫтыҡ. Һәм бер ҙә авторҙың йәш булғаны өсөн түгел, ә әҫәрҙе ң яҡшы булғаны өсөн".
       Шулай итеп, үҙенең әҫәре арҡаһында Игорь "Дебютант" бойондороҡһоҙ әҙәби премия һәм бөтә Рәсәй "Йыл повесы" премияһы финалсыһы исемен яуланы, шулай уҡ Лев Толстой исемендәге "Ясная поляна" әҙәби премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Уны күрҙеләр һәм баһаланылар, әммә авторға барыһы ла еңел бирелә, тип уйлау дөрөҫлөккә тап килмәй...
       "Дебют" премияһына беҙҙең автор биш тапҡыр, йәғни был премия барлыҡҡа килгәндән башлап тәҡдим ителә. Һәм әгәр быға
       тиклем уның эштәре номинанттарҙың оҙон исемлеге аҙағында "аҫылынып торһа", "Бледный город" повесы дөйөм исемлектән айырылып сығыуға өлгәште.
       Бында нимә хәл иткес роль уйнаған - яйы тап килеүеме, ныҡышмалылыҡмы әллә яҡты яҙыусылыҡ киләсәгенә юл һалыусы тал антмы Барыһы ла барҙыр, моғайын. Хәйер, Игорь үҙе уңышҡа өл гәшер өсөн йәш яҙыусыларға таланттан, теләктән һәм яҙа белеүҙән тыш, "ҡалаларҙы ала алырлыҡ үтеп инеү көсө кәрәк", тип һанай. Бына шул саҡта ғына яңы юлдар асыласаҡ, уңыш һәм
       үҙ - үҙеңә ышаныу тойғоһо барлыҡҡа киләсәк.
       Ғәҙәттә йәш яҙыусыларға күберәк уҡырға кәңәш итәләр, әммә
       миңә ҡалһа, яҙыу оҫталығын арттырыу, шәхси яҙыусылыҡ тәжрибәһе булдырыу ҙа мөһим, - ти Игорь. - Ә инде һине күрһендәр өсөн әүҙем тормош позицияһында булырға: фекерҙәштәр эҙләп интернет гиҙергә, баҫылырға, аралашырға,
       конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк.
       Үҙе тураһында Игорь Савельев күп һөйләмәй: бала саҡтан уҡ күп яҙышыуын, эшенең дә яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге менән тығыҙ бә йләнеүе тураһында ғына белдерә.
       - Мин Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты
       аспирантымын, 2002 йылдан башлап "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында "Версия" гәзитендә лә эшләйем, йәштәр рубрикаһын алып барам. Шиғырҙар яҙыу менән мауыҡҡаным юҡ, ун ың ҡарауы проза - минеке. Ғәҙәттә йылына бер нисә хикәйә тыуа, "Бельские просторы" журналында публикацияларым сыҡты. Киләсәккә пландар билдәләнгән. "Знамя" журналының бишенсе һа нында, май айында йәштәрҙең хикәйәләр тупланмаһы баҫыуға әҙе рләнә, бынан тыш "Дебют" премияһын ойоштороусыларҙан йәш яҙыусыларҙың хикәйәләр йыйынтығы әҙерләнеү өҫтөндә.
       "Бледный город" повесында тормошсанлыҡ һиҙелһә лә, ул ысынбарлыҡтан алынып яҙылмаған. Тоноҡ (бледный) - сөнки төнөн ҡала нәҡ шундай төҫ ала. Ә ниңә автостоп хаҡында - мин
       үҙем дә заманында бының менән мауыҡтым. Дуҫтарым да шундай - береһе хатта автостоп менән Өфөнән Санкт - Петербургҡа барып етте"...
       Игорь әйтеүенсә, ижад өсөн этәргес көс ролен реаль бер хә л уйнай, һәм ул үҙ сиратында әҙәби ситуация барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Бына шул саҡта әҫәр тормошсан һәм дөрөҫ килеп сыға, яҙыусы өсөн был бик мөһим. Бына, мәҫәлән, повестың бар
       геройҙары ла уйлап сығарылған, әммә уларҙың холоҡтары һәм ғәҙәттәре ысын автостоп яратыусыларҙыҡы: улар көнкүреш проблемаларынан ҡурҡмай һәм аралашыусан, үҙҙәренә урын алмаштырыу теләге, сыҙамлылыҡ хас. Шулай булыуға ҡарамаҫтан,
       Игорь геройҙарҙың автостоп менән йөрөүҙәре - ысынбарлыҡтан,
       үҙ - үҙеңдән ҡасыу теләгенә бәйле булыуы менән ризалаша.
       - Автостоп менән донъя гиҙеү өсөн был эшкә бик күп ваҡытыңд ы һәм көсөңдө бирергә, ирекле булырға кәрәк. Кешене урын
       алмаштырырға этәреүсе сәбәп бер генә - тормоштан сағыуыраҡ тәьҫораттар алырға антылыш, үҙ йәшәйешең менән ҡәнәғәт булмау тойғоһо.
       Йәш яҙыусыға тейешле баһа бирергә кәрәк: ул кешенең ошо мәлдәге хәлен бик дөрөҫ итеп һүрәтләүгә өлгәшкән. Хатта әҙәб и тәнҡитселәр ҙә Савельевтың төп асышы тип йәш автостопсыларҙы һүрәтләү түгел, ә "романтикаға ынтылыш - яңғыҙлыҡ һәм бойоғоу һөҙөмтәһе тигән уйы" тигән фекер менән килешә. Ә инде авторҙың бәйән итеү псхологияһы һәм фәлсәфәүилеге, әҙәби алымдар эҙләү һәм образлылығы - Игорь
       Савельевтың артабан ҡыҙыҡлы прозаик булып үҫеүен күҙалларға
       мөмкинселек бирә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал