6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Дөрөҫ итеп әҙерләһәң, ҡурҡыныс түгел...
10.03.06


       Ҡош киҙеүенең бығаса күрелмәгән таралыу алыуы тураһында
       хәбәрҙәр ныҡ арттырылған - был турала инде "халыҡ араһында"
       ғына түгел, хөкүмәт кимәлендә лә белдерелә. "Ҡош киҙеүе вирусының Башҡортостан Республикаһына үтеп инеүенә юл ҡуймау" темаһына БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов та ошо турала һөйләне.
       - Бөгөнгө көнгә көтөлмәгән пандемия хәүефе булырға тейеш түгел, әммә беҙ профилактик саралар күрергә бурыслы: махсус
       ветеринар төркөмдәре булдырырға, йыһазландырылған лабораториялар әҙерләргә, ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта үҙеңде нисек тотоу йәһәтенән халыҡ араһында инструктаж үткәрергә тейешбеҙ, - тип билдәләне Шамил Вәхитов. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы "Россельхознадзор", "Роспотребнадзор", БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, "Башзооветснаб", "Башптицепром" предприятиелары, БР Ауыл хужалығы министрлығы эргәһендәге ветеринария идаралығы вәкилдәре, ҡошсолоҡ фабрикалары һәм ху жалыҡтары етәкселәренә ҡош киҙеүе тип аталған H5N1 вирусының ғәҙәттә кешегә йоҡмауы хаҡында тағы бер тапҡыр әйтеп үтелде. Әммә вируслы тере ҡош менән контакт ваҡытында йәки зарарланған сей итте ашағандан һуң кешенең был ауырыуҙы эләктереүе мөмкин, һәм бындай осраҡтар һирәк түгел.
       Улар үлем менән тамамлана.
       - Хәүефле вирусты миграция юлы менән таратыуҙа ҡоштарҙың роле бик ҙур, - тип белдерҙе кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы
       министры Григорий Горобец. - Ҡош киҙеүе менән барлыҡ ҡоштарҙың да ауырыуы мөмкин, әммә ҡырағай ҡоштар араһында эп идемия булмай, ә йорт ҡоштарында вирус ауыр сир булдыра һәм уларҙың үлеменә килтереүе ихтимал. Шуға күрә ҡошсолоҡҡа ҡағылышы булғандар - ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләүселәр, бындай предприятие булған урында йәшәүселәр, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарында ҡош - ҡорт үрсетеүселәр мотлаҡ рәүештә прививка эшләтергә тейеш.
       Республикала ҡош киҙеүе барлыҡҡа килеүе йәһәтенән иң хәүефле ваҡыт ҡоштарҙың йылы яҡтарҙан ҡайтыу ваҡытына тура к илә. Белгестәр беҙҙең төбәккә ҡош киҙеүенең үтеп инеү ихтималлығын нәҡ ҡоштарҙың яҙғы миграцияһына бәйләй.
       Шамил Вәхитов әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡош киҙеүе юҡ.
       Шуға күрә халыҡ араһында паника өсөн дә сәбәп булырға тейеш
       түгел. Әммә был теҙгендәрҙе бушатырға мөмкин булыуын аңлатмай: вирустың республикаға үтеп инеүен иҫкәртеү өсөн әйтелгән йүнәлештә бергәләп эшләргә, шулай уҡ ышанысһыҙ төбәктәрҙән йомортҡа һәм себештәр һатып алыуға юл ҡуйырға ярамай, тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер - министры
       урынбаҫары.
       Һәр хәлдә вирустың туңдырыуҙы яҡшы үткәреүе тураһында оноторға кәрәкмәй. Ә бына юғары температурала - ҡайнар һыуҙа
       йәки ҡыҙған табала ул бер нисә секундта үлә. Шуға күрә зарарланған ҡоштоң ите ҡурҡыныс тыуҙырмай. Дөрөҫ итеп әҙерләгәндә, әлбиттә...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал