6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

"Ура!" ҡысҡырып йүгерер өсөн йыйылмайбыҙ
10.03.06


       Башҡортостанда Алкин, Өфө һәм Стәрлетамаҡ гарнизондарының
       хәрби частары базаһында үтәсәк команда - штаб мобилизация уҡыуҙарына әҙерлек бара. Парадҡа Волга буйы - Урал хәрби
       округы начальнигы генерал - полковник Сергей Макаров етәкселек итә. Республикала бындай ҙур күләмле йыйындар 1984
       йылдан бирле ойошторолғаны юҡ. Сарала запастағы 14 мең кеше ҡатнаша, 32 меңгә яҡын көс структуралары һәм башҡа ведомство хеҙмәткәрҙәре "запастағыларҙы" һәм техниканы хәрби ғәскәрҙәргә оҙатыуҙы тәьмин итеү менән шөғөлләнә.
       Өфө эргәһендәге Алкин гарнизонында урынлашҡан Волга буйы
       - Урал хәрби округы икенсе гвардия армияһының 297 - се зени т - ракета бригадаһы резервтағыларҙың мең ярым кешенән торға н армияһын ҡабул итергә әҙер. Журналистар быға үҙ күҙҙәре менән күреп инанды. Экскурсияны Башҡортостандың хәрби комиссары, генерал - майор Тимофей Азаров, зенит - ракета бригадаһы командиры, полковник Александр Бояринов, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса икенсе гвардия армияһы командующийы ярҙамсыһы, полковник Иван Тимофеев, икенсе армияның һауа ғәскәрҙәре начальнигы, полковник Александр Ящерицын үткәрҙе.
       Полигонда тәүге ҡаҙыҡ 26 ғинуарҙа ҡағылды: лагерь сатлама
       һыуыҡтар торған ваҡытта барлыҡҡа килде. Бөгөн бында 30 - 40 урынға иҫәпләнгән 150 - нән ашыу палатка теҙелгән. "Запастағыларҙан" тыш уларҙа зенит - ракета бригадаһының шәхси составы ла йәшәйәсәк.
       - Палаткаларҙан торған лагерь вагонсыҡтарҙан уңайлыраҡ, -
       тип һанай Тимофей Азаров. - Палатка "тын ала", ҡояшта ҡыҙма й, һәм шул уҡ ваҡытта уның эсендә йылы - мейесте ваҡытында я ғып торорға ғына кәрәк, улар һәр палаткала икешәр ҡуйылған, йәғн и 40 градуслы һыуыҡтарҙа ла йәшәргә мөмкин.
       Бер нисә палаткала көнкүреш бүлмәләре булдырылған: бында көҙгөләр бар, ҡырынып, кейемдәрҙе тегеп һәм үтекләп алырға була. Урамда май айы түгеллеген иҫәпкә алып, хәрби әҙерлек
       буйынса күнекмәләр үткәреү урындарында ла йылыныу өсөн бүлмәләр ҡаралған. Лагерь уртаһында телевизоры һәм сәхнәһе булған клуб урынлашҡан, унда көн һайын концерттар ойошторола . Медпункт ролен үтәгән палаткала даими рәүештә 12 табиб дежурҙа тора. Ысын мунсала рәхәтләнеп йыуыныу мөмкинселеге б улдырыла: бының өсөн ике бура килтерелгән. Шулай уҡ лагерҙа элемтә пункты бар, сарала ҡатнашыусылар унан өйҙәренә шылтыратып һөйләшә ала. Журналистар иғтибарына тәҡдим ителгән һуңғы урын - ашхана һәм аш - һыу бүлмәһе булды. Йыйында ҡатнашыусыларға көнөнә өс тапҡыр ҡайнар аш әҙерләнә. Һалдат бутҡаһын беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ. Дөйөм алғанда, ҡәҙимге көн күреү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылға н. Милиционерҙар тәртип һаҡланыуын контролдә тота. Яҡын - тирәлә урынлашҡан сауҙа итеү урындарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙан туҡтатып тороласаҡ.
       Бөгөн, 10 мартта полигонға офицерҙар һәм аш - һыу оҫталар ы килә: беренселәренә етәксе күнекмәләрен иҫкә төшөрөргә, икенселәренә - медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
       Резервтағыларҙың төп өлөшө лагерға 14 мартта йыйыласаҡ. Был турала уларға район хәрби комиссариатынан алдан уҡ хәбәр
       ителгән. Йыйынға 23 йәштән 45 йәшкә тиклем "запастағылар" саҡырыла. Уҡыуҙарҙа күптән түгел Ҡораллы Ғәскәрҙәр сафында кисектергеһеҙ хеҙмәт үткән йәш кешеләр ҡатнашмай, дембелдән һуң кәм тигәндә өс йыл үтергә тейеш. Оҙатыу көнөндә резервтағылар йәшәгән урындары буйынса хәрби комиссариатта й ыйыла, унда һалдат формаһы кейәләр, - һәм алға.
       Йыйындың кульминацияһы 15 - се мартҡа тура килә, был көнд ө полигонға республика етәкселәре киләсәк.
       - Беҙ бында баҫыу буйлап "Ура!" ҡысҡырып йөрөү өсөн йыйылмайбыҙ, - ти Тимофей Азаров. Йыйында "запастағылар"
       хәрби техника менән эшләү йәһәтенән алған белемдәрен иҫкә төшөрөргә һәм яңыларын үҙләштерергә тейеш.
       Күнекмәләр үткәреү өсөн техника һаҡлауҙан алынған, атыу, инженер, хәрби - медицина әҙерлеге өсөн урындар ҙа әҙер.
       - Беҙ әлегә ҡағыҙҙа ғына булған нормативтың үтәлешен ысынбарлыҡта тикшерәсәкбеҙ, - тип өҫтәне Иван Тимофеев.
       Йыйынға килеүселәр матди яҡтан зыян күрмәйәсәк: БР военкомы барыһына ла айлыҡ эш хаҡы түләнәсәк, тип
       ышандырҙы. Бынан тыш лагерҙан ҡайтыр алдынан һәр кем үҙенең дәрәжәһе һәм вазифаһына ярашлы аҡсалата бүләкләү аласаҡ. Сараны финанслауҙы Оборона министрлығы тулыһынса
       үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ йыйын тамамланғас, резервтағыларға сираттағы хәрби дәрәжә биреләсәк.
       - Ә бына йыйынға килеүҙән ҡасып ҡалыусылар тураһында беҙ онотмайбыҙ, - ти Азаров. - Уларға ҡарата эштән бушатыуға
       тиклем язалау саралары күреләсәк.
       Әйткәндәй, йыйында ҡатын - ҡыҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Александр Бояринов әйтеүенсә, уның бригадаһында ҡатын - ҡыҙҙар һаны 73 - кә етә: ун һигеҙе хәрби дәрәжәгә эйә һәм контракт буйынса хеҙмәт итә - былар медиктар, элемтәселәр, ашнаҡсылар. Ҡалған 55 ҡатын - ҡыҙ - үҙҙәре теләп ялланыусыла р. - Был уҡыуҙар, кәрәк була ҡалһа, тейешле ваҡытта хәрби рельсҡа күсә алыу - алмауыбыҙҙы күрһәтәсәк, - тине БР
       военкомы. - Һәм шуны ла әйткем килә - был йыйында хәрби комиссариатҡа түгел, тотош республикаға баһа биреләсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал