6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Инвалид балаларға белем кәрәкме
03.12.03


       Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һаны Рәсәйҙә 1,6 миллион, йәки дөйөм балалар һанының 3,6 процентын тәшкил итә. Улар ба рыһы ла "инвалид" статусында түгел, тимәк дәүләт ярҙамына ла
       иҫәп тота алмайҙар. Аҡыл яғынан камил булмағандар, психик үҫеш һәм һөйләү кимәле түбән булған балаларға ҙурайғас үҙҙә ре тураһында үҙҙәренә хәстәрлек күрергә тура киләсәк, тимәк бының өсөн уларға ниндәйҙер һөнәргә эйә булыу кәрәк. Инвалид тар көнө алдынан РФ Мәғариф министрлығының махсус белем бире ү идараһы начальнигы, педагогия фәндәре кандидаты Татьяна Во лосовец физик һәм аҡыл мөмкинлектәре түбән булған балаларҙы уҡытыу проблемалары менән бүлеште.
       - Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә бындай балалар өсөн һигеҙ төр бел ем биреү учреждениелары эшләп килә. Улар һаңғырау һәм насар ишетеүсе , һуҡыр һәм насар күреүсе, һөйләү мөмкинлектәре, пс ихикһәм аҡыл үҫештәре түбән булған балалар өсөн тәғәйенләнә . Уларҙың күбеһе интернат - мәктәп формаһында эшләп килә, әл биттә. Белем биреү учреждениеларында 63 мең 541 инвалид бал а уҡый. Тик инвалид балалар һаны байтаҡҡа күберәк, тик сәбәп
       был учреждениеларҙа урын етмәүҙә түгел. Киреһенсә, был мәкт әптәрҙә урын етерлек. Ә сәбәптәргә килгәндә, улар бер нисә. Беренсеһе демографияға бәйле. Икенсеһе - географияға ҡағыла . Рәсәй бик ҙур ил. Һәм инвалид балалар барыһы ла ҙур ҡалала рҙа йәшәмәй, һәр ерҙә транспорт менән тәьмин ителеш тә яҡшы ҡуйылған тип әйтеп булмай. Әгәр ҙә һаңғырауҙар өсөн мәктәп 2 00- 300 километр алыҫлыҡта урынлашҡан икән, ата - әсәләр бал аны көн дә йөрөтә алмайҙар, әлбиттә. Интернатҡа ебәрергә лә теләмәйҙәр. Быныһы өсөнсө сәбәп.
       Ябай мәктәптәрҙәге коррекция кластарында бөгөн 213 мең 29 0 бала белем ала. Уларҙың күбеһен аң кимәле түбән балалар т әшкил итә. Әгәр бала һуҡыр икән, уны уҡыу - яҙыуға өйрәтеү ө сөн Брайль системаһында уҡытыр кәрәк. Башланғыс класс уҡытыу сылары башлыса был системаны белмәй. Насар күреүсе уҡыусы ал дында ла дәреслек менән тәьмин ителеү проблемаһы тора. Уға м отлаҡ иң эре шрифтлы дәреслек кәрәк. Һаңғырау балалар менән
       дә щул уҡ тарих. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә тауыш көсә йтеүсе аппаратура юҡ кимәлендә.
       Мәктәпте тамамлаусы инвалид балаларҙың яҙмышы ла борсолоу
       тыуҙыра. Ил буйынса бары 15 - 20 юғары уҡыу йорттары ла маҡ сатлы рәүештә инвалид балалар менән эш алып бара. Ҡалғандари һә уларҙы ябай студенттар итеп ҡабул итә, коррекцион һәм пси хологик ярҙам күрһәтмәй.
       Әгәр элек, совет ваҡытында, аң кимәле түбән булған балалар ға ғәҙәттә штукатур, маляр, слесарь, тегеүсе кеүек һөнәрҙәр өйрәтелһә, хәҙер был спектр киңәйә, бәйләү, тире эшкәртеү, а яҡ кейеме тегеү, ауыл хужалығы эшмәкәрлеге һәм башҡалар инә.
       -- Татьяна Волосовец әйткәндәргә өҫтәп, Башҡортостан инва лид балаларға ҙур иғтибар менән ҡараған һирәк төбәктәрҙең бе реһе икәнлеген билдәләргә ҡала. Республикала коррекция мәктә птәренең бөтә төрө лә һөҙөмтәле эшләп килә.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал