6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Йылына бер тапҡыр...
09.03.06


       Башҡа бер ваҡытта ла 8 март көнөндәге кеүек үҙеңде ысын мәғәнәһендә Ҡатын - ҡыҙ итеп тоймайһыңдыр ул! Йылына бер тапҡыр булһа ла ирҙәр үҙҙәре тураһында бер аҙға онотоп, беҙҙ ең турала, йорт тылының баҫалҡы эшсәндәре тураһында иҫенә төшөрә... Был айырыуса ТВ программаларында һиҙелә: йәнде көйҙөрөүсе криминаль яңылыҡтар, хәүефле енәйәтселәр тураһында документаль фильмдар, бандиттар артынан ҡыуыусы "менттар" хаҡында тапшырыуҙарҙы туҡтатып, беҙгә, ниһайәт, нормаль фильмдар һәм тапшырыуҙар күрһәтеп алалар. Хатта реклама ла ялҡытмай: ул ир - аттарға һөйөклө әсәһе, ҡатыны, ҡыҙы, ейәнсәре өсөн бүләк һайларға ярҙам итә бит...
       Нимә эшләйһең инде, беҙ йәшәгән донъя - ирҙәрҙеке. Һәр хөкүмәт, закондар сығарыу органдары, күпселек предприятие
       етәкселәренә бер күҙ ташлау етә. Ирҙәр үҙ зауығына ҡарап дәүләт реформалары үткәрә, ТВ программалары әҙерләй һәм... телетапшырыуҙарҙан төрлө тәм - том әҙерләргә өйрәтә. Бахырҡайҙар барыһын да үҙҙәре башҡарырға мәжбүр, тигән тойғо барлыҡҡа килә, хатта. Әҙәмдең ҡабырғаһынан барлыҡҡа
       килгән Һауаның ҡулынан ғына бер эш тә килмәй.
       Ғәмәлдә был шулаймы һуң Әйҙәгеҙ гүзәл республикабыҙға статистик тикшереүҙәр бейеклегенән күҙ һалайыҡ.
       Федераль дәүләт статистикаһының БР буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылда Башҡортостанда төрлө йәштәрҙәге 2,2 миллион ҡатын - ҡыҙ йәшәүе билдәле. Әйткәндәй, был республика халҡының 53 проценты тигән һүҙ! Уртаса алғанда, беҙҙә мең ир - атҡа 1139 ҡатын - ҡыҙ тура ки лә. Хәйер, был нисбәт төрлө йәш төркөмдәрендә төрлөсә. Мәҫә лән, 16 йәшкә тиклемге 1000 малайға ни бары 962 ҡыҙ тура кил ә. Ә
       инде 16 йәштән 59 йәшкәсә эшкә һәләтле мең ир - атҡа 1063
       ҡатын - ҡыҙ. Һәм, ниһайәт, 60 - тан һуң ҡатын - ҡыҙҙар һаны ирҙәрҙән ике тапҡыр күберәк булыуы билдәле (меңгә 1853 ).
       Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын - ҡыҙҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо яҡынса 73 йәш тәшкил итә ( ирҙәр араһында был күрһәткес, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 йәш). Үҫешкән илдәрҙә ғүмер оҙонлоғо байтаҡҡа күберәк, әлбиттә - француз, швед, фин ҡаты н - ҡыҙҙары яҡынса 81 - 83 йәшкә, япон ҡатын - ҡыҙҙары тағы ла оҙағыраҡ - 85 йәшкә тиклем ғүмер кисерә.
       Беҙҙең ханымдар нимә менән шөғөлләнә һуң Статистика раҫлауынса, бөгөнгө замандаш ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙҙың күпселеге
       эшкә һәләтле йәштә. Бөгөнгө көндә ҡатын - ҡыҙҙарҙың иҡтисад и әүҙемлеге 58 процент, мәшғүллек кимәле - 54 процент тәшкил
       итә. Эшләмәүселәр, ғәҙәттә, йә бының өсөн йәшерәк, йәки инд е ҡартайып өлгөргән, йәки күңеленә ятҡан эш эҙләй.
       Әйткәндәй, ҡатын - ҡыҙҙар араһында эшһеҙлек кимәле ирҙәр
       менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Бәлки шуғалыр ҙа гүзәл заттарҙың күпселеге социаль өлкәлә аҙ түләүле эшкә лә ҡәнәғә т, уҡтыусы, табиб, шәфҡәт туташы, тәрбиәсе, социаль хеҙмәткә р, почтальон булып ғәҙәттә ҡатын - ҡыҙ эшләй. Хәйер, 876 мең эшләүсе ҡатын - ҡыҙҙарҙың 51 проценты юғары һәм урта профессиональ белемле. Был ирҙәр менән сағыштырғанда ( 36 процент) юғары күрһәткес. Бына шундай ғәҙелһеҙлек - әле гә юғары белем юғары эш хаҡын гарантияламай. Башҡортостанда уртаса алғанда ирҙәрҙең айлыҡ эш хаҡы 1,6 тапҡыр юғарыраҡ.
       Бөгөн эшләүсе ханымдарҙың уртаса йәше 39. Почта элемтәһе,
       һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьмин ителеш һәм мәғарифтан тыш хәҙер ҡатын - ҡыҙҙар хеҙмәте кредитлау, финанстар, страховкалау, даналап һатыу һәм йәмәғәт туҡланыуы, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, еңел, аҙыҡ - түлек, медицина сәнәғә те, мәғлүмәт - иҫәәпләп сығарыу хеҙмәтләндереүе, мәҙәниәт һә м сәнғәт өлкәһендә лә киң файҙалана.
       Бөгөнгө тормош ҡатын - ҡыҙҙарҙан йылғырлыҡ йәһәтенән
       мөғжизәләр күрһәтеүҙе талап итә. Әлеге ваҡытта республикала йәшәүсе 174 мең ҡатын - ҡыҙ иҡтисадтың формаль булмаған секторында мәшғүл. Улар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, фермер хужалыҡтарында эшләй, врач, нотариус, аудитор һәм башҡа сифаттарҙа төрлө профессиональ йәки
       техник хеҙмәтләндереү күрһәтә, баҙарҙа һатыу өсөн тауар етештерә... Дөйөм алғанда, белгестәр эшләүсе ҡатын - ҡыҙҙың статусы аҡрынлап үҙгәреүе тураһында белдерә. Бөгөн 115 мең ҡатын - ҡыҙ ялланмайынса эшләй, уларҙың 92 меңе үҙаллы
       эшмәкәрлек алып бара. Ҡатын - ҡыҙҙың фирма хужаһы булыуҙан тыш башҡаларҙы ла эш менән тәьмин итеү осрағы йышая. Бөгөнгө көнгә эш биреүсе ҡатын - ҡыҙҙар һаны 7,6 меңгә барып
       еткән. Һәм был һан арта ғына барасаҡ.
       Сөнки ҡыҙҙар, малайҙар меәнн сағыштырғанда, бәләкәй саҡта н уҡ тормошҡа етди ҡарай. Буласаҡ именлек сығанағы булараҡ белемгә ынтылалар. Шул уҡ статистика күрһәтеүенсә, бөгөн ҡыҙҙар студенттарҙың күпселек өлөшөн тәшкил итә. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ҡыҙҙар 59 процент, ә медицина һәм педагогик вуздарҙа - 72 процент тәшкил итә.
       Тимәк, һаҡланығыҙ ирҙәр, ҡатын - ҡыҙҙар килә! Әхирәттәр ө сөн ҡыуанырға теләк бар ҙа бит, тик килеп сыҡмай... Ул яҡшы тормош арҡаһында "янған утҡа инер, арғымаҡты туҡтатыр" хәлгә
       төшмәй бит. Яуап ябай ғына: ирҙәр донъяһында быны башҡалар башҡара алмай шул...
       Ә бит һәр беребеҙҙең ( ниндәй генә эшҡыуар ҡатын булмаһын ) ҡайһы ваҡыт берҙән - бер, һөйөклө Ир кеше тарафынан
       яратылғыһы, хәстәрлек менән уратып алынғыһы килә... Бәхеткә ҡаршы, әл дә 8 март байрамы бар! Был көндә ирҙәр үҙҙәре тураһында бер аҙға онотоп тора һәм беҙҙе иҫтәренә төшөрә: сәскә гөлләмәләре артынан сиратҡа баҫалар,
       ресторанда байрам өҫтәленә заказ бирәләр йәки өй шарттарында булһа ла үҙҙәренең кулинарлыҡ һәләтен күрһәтәләр ¬ һөйөклөләренә бүләктәр бирәләр, комплименттар әйтәләр,
       футбол ҡарамайынса, ҙур түҙемлек менән сериалдың бөткәнен
       көтәләр...

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал